-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
2 Сентябрь 2025, 13:38

ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ

«Мәктәптәрҙе федераль төҙөкләндереү» проекты ярҙамында илебеҙҙә 2022 йылдан бирле әллә күпме белем усағы яңыртылды. Быйыл ғына республикабыҙҙа 35 мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарылды. Бөрйән районы Аҫҡар урта мәктәбенең Брәтәк филиалы ла яңы уҡыу йылына танымаҫлыҡ булып матурайҙы.

ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ

Бына бит, Ишембай, Белорет, Бөрйән райондары сиктәрендә урынлашҡан төпкөл ауылға ла федераль проект буйынса аҡса бүленгән. Уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең, бөтә ауыл халҡының ҡыуанысының сиге юҡ. Уларҙың шатлығын уртаҡлашып, яңыртылған мәктәпте асыу тантанаһына абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде. Байрамда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин, мәғариф бүлеге етәксеһе урынбаҫары Миңлегөл Ғәлиуллина һәм башҡалар, шулай уҡ ветеран уҡытыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Данир Әхмәҙи улы Брәтәк филиалы етәксеһе Рөстәм Исламов, математика һәм информатика уҡытыусыһы Гөлназ Әхмәҙуллина, инглиз теле уҡытыусыһы Миңһылыу Йәғәфәроваларға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Беренселәргә лә матур бүләктәрен таратты.
Көнө лә ҡояшлы ине бит, төҙөкләндерелгән мәктәпте асыу тантанаһы тышта, төрлө саралар үткәреү өсөн эшләнгән ҙур сәхнә янында уҙҙы. Таҫманы киҫеү хоҡуғы иһә I синыфтан Дилә Ғәбиҙуллинаға бирелде. Әлеге мәлдә уның атаһы – махсус хәрби операцияла. Республика Башлығы Радий Хәбиров район хакимиәте етәкселәренә яңы уҡырға төшкән балаларҙы мәктәпкә етәкләп индерергә тәҡдим иткәйне. Диләне лә район етәксеһе Рәмил Абдуллин үҙе белем усағына етәкләп алып инде.


Брәтәк мәктәбендә быйыл 54 бала белем ала. I синыфҡа дүрт уҡыусы килгән. Өс километр алыҫлыҡтағы күрше Ишембай районы Яңы Һәйет ауылынан да уҡыусыларҙы «ГАЗЕЛЬ» йөрөтә.
– Федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға мәктәп тыш яҡтан көпләнде, ҡыйыҡ, тәҙрәләр, ишектәр алмаштырылды. Иҙән-түбә төҙөкләндерелде, биҙәү эштәре башҡарылды. Шулай уҡ электр, елләтеү, һыу үткәреү, канализация системалары булдырылды. Кабинеттар өр-яңы заманса мебель менән йыһазландырылды. Ашханаға ла кәрәкле ҡоролмалар ҡуйылды. Спорт залы яңыртылды. Мәктәбебеҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе, бөтә ауыл халҡы ҡыуана, – ти Брәтәк филиалы етәксеһе Рөстәм Фәрит улы.
Федераль проект буйынса белем усағының эргә-тирәһе лә төҙөкләндерелгән. Биләмәһе кәртәләп алынған, асфальт түшәлгән. Ҙур сәхнә, спорт майҙансығы булдырылған.
Һәр синыф бүлмәһендә – интерактив таҡта, информатика кабинетында – һәр уҡыусыға ноутбук. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре кабинеты ла ҡала мәктәптәренекенән айырылмай. Мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» быға тиклем үк асылғайны. Хәҙер бында уҡыусыларға төплө белем алырға бөтә шарттар ҙа бар. Төрлө фәндәрҙән уҡытыусылар ҙә етешә. Тырышып уҡы ғына.
– Биш ай эсендә заманса мәктәп төҙөлөрөнә ышанмай ҙа инем. Дүрт йыл буйы уҡыған информатика бүлмәһенә килеп ингәс, танымай торҙом. Ап-аҡ шкаф, асылмалы пластик тәҙрәләр, матур жалюзи, заманса интерактив таҡта, уҡытыусы өҫтәлендә өр-яңы принтер, һәр беребеҙгә – ноутбуктар. Мәктәбебеҙ яңы уҡыу йылына әҙер булғас, бик ҡыуандым. Тыуған ауылымда һуңғы уҡыу йылын, IX синыфты, капиталь төҙөкләндерелгән матур мәктәптә үткәреүемә бик шатмын! – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты уҡыу алдынғыһы Нәркәс Әхмәҙуллина.
1993 йылда ағастан һалынған Брәтәк мәктәбенә яңы һулыш өрөлдө. Әйткәндәй, Башҡортостан федераль проект буйынса белем усаҡтарын төҙөкләндереү буйынса ил буйынса алдынғы урын биләй.



Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотолары.

ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
ЯҢЫ МӘКТӘП БИҘӘЙ АУЫЛДЫ
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас