Йыл хужаһының һынын атай-әсәйҙәр комитеты рәйесе, оҫта ҡуллы Гөлсәсәк Тимербәк ҡыҙы эшләп бүләк иткән. Балалар тырышып әҙер аттарҙы үҙҙәре теләгән матур һәм сағыу төҫтәргә буяған. Бигерәк матур аттары!
— Уҡыусыларым Яңы йылға изге теләктәрен теләй-теләй аттарын буяны. Яңы йыл шатлыҡ-бәхеттәр генә алып килһен! Илебеҙҙә тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө булһын! — ти дүртенселәрҙең синыф етәксеһе Розалиә Әхмәт ҡыҙы Йәлилова.