-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
2 Февраль , 16:36

Шайморатовсылар янында

– Өфөләге Шайморатов балына алдынғы уҡыусыларыбыҙҙы алып барған инек. Туғыҙынсылар менән шул тиклем тулҡынландырғыс тамаша ҡараныҡ, күҙҙәр йәшкә мансылды. Үҙебеҙҙең мәктәптә лә үткәрергә тигән уй шунда барлыҡҡа килде һәм синыф етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Минлейәрова ла ҡаршы булманы, – ти тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Резеда Айрат ҡыҙы Шөғөрова.

Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында

Бына бөгөн Шайморатов балы Шамонин мәктәбендә лә үтте. Аҡҡош кеүек хәрәкәтле ҡыҙҙар, бөркөт ҡарашлы егеттәр Фридерик Шопендың полонезын оҫта итеп башҡарҙы. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ.
Байрамда Мәғариф министрлығының Милли мәғариф идаралығынан милли мәғариф бүлеге белгесе Лена Фәйрүзова, махсус хәрби операция ветераны Руслан Дусеев, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары Римма Баймырҙина ҡатнашты. Улар уҡыуҙа,спортта һәм йәмәғәт эштәрендә алдынғы уҡыусылар­ға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшыр­ҙы.
I дәрәжә дипломға Камила Зәйнетдинова лайыҡ булһа, II дәрәжә диплом Алһыу Дәүләтшина, Динара Ғафарова, Айгүзәл Миңлейәрова, Ынйы Шөғөрова, Камила Хөснөтдинова, Йәсминә Ильясова, Малик Миңлейәров, Камил Йәнтурин, Бәхтийәр Иштанов, Әмирхан Вилдановтарға бирелде. Ралина Алғушаева, Нәркәс Мағашева, Полина Сафина, Алтынай Абдрафиҡова, Ильяс Түлебаев, Ләйсән Абдрахманова III дәрәжә диплом алып һөйөндө.
– Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал;
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал, –
тип мәшһүр йырҙы барыһы ла башҡарғас, шайморатовсылар йәнә бейеүгә төштө. Был юлы сихри башҡорт көйҙәре мәктәп залын моңға сорнаны.
Балаларының шатлыҡтарын уртаҡлашырға атай-әсәйҙәр ҙә килгән ине. Мәктәп директоры Зилә Заһир ҡыҙы Нуриева улар­ға рәхмәт әйтеп:
– Шайморатовсылар беҙҙе ҡыуандырып ҡына тора. Синыф етәкселәре Дилә Ринат ҡыҙы менән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар, берҙәм, татыу үҙҙәре. Хәрби кураторҙары Батыр Шөғөров етәкселегендә башланғыс хәрби әҙерлек үтәләр. Беҙ уларҙың биргән анттарына тоғро ҡалып, ҡыйыу, көслө, белемле, илһөйәр булып үҫеүҙәрен теләйбеҙ, – тине.

Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Шайморатовсылар янында
Автор: Римма Баймурзина
Читайте нас