-19 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
5 Февраль , 14:29

Яңы мәктәп асыласаҡ

Тиҙҙән, февраль айында, Өфөнөң Кузнецов затонында 164-се белем биреү үҙәге асыласаҡ. Был турала социаль селтәрҙә Киров районы хакимиәте етәксеһе Илвир Нурдәүләтов хәбәр итә.

Яңы мәктәп асыласаҡ
Яңы мәктәп асыласаҡ

7 һәм 9 февралдә башҡа мәктәптәрҙән бында күсергә теләүселәрҙән ғаризалар һәм документтар ҡабул итәсәктәр. 7 февралдә - 9.00-ҙан 13.00 сәғәткә, ә 9-да 9.00- 20.00 сәғәткә тиклем. 

Ата-әсәләр өсөн йыйылыштар 10, 11 февралгә планлаштырылған.

Яңы белем усағы республикала ғына түгел, Волга буйы округында иң ҙур мәктәп буласаҡ. Ул 2200 урынға иҫәпләнгән.

Фото: yandex.

Яңы мәктәп асыласаҡ
Яңы мәктәп асыласаҡ
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас