Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!

Мин һеҙгә Эйа Риверголд исемле йәш яҙыусы тураһында һөйләгем килә. Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан 19 йәшлек Әҙилә Әҙелмырҙина ул.

Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!
Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!

Һәр яҡлап һәләтле ҡыҙ тәүҙә кино төшөрөү менән шөғөлләнде. Уның ҡыҫҡа метражлы фильмдарын интернет селтәрендә күреүселәр ҙә барҙыр. "Бәхетле кеше", "Онотма мине", "Ҡанаттар ғына кәрәк", “Йыуаса", "Баҫҡан юлың һайын сәскә"... Һәр береһе мауыҡтырғыс итеп төшөрөлгән.

Әҙилә Ташбулат мәктәбен 2023 йылда алтын миҙалға тамамланы, әле Силәбе ҡалаһында университетта тәржемә факультетында уҡып йөрөй. Ижади түңәрәктәрҙә шөғөлләнергә лә өлгөрә.

Хәҙер инде ҡыҙ үҙен яҙыусы итеп танытҡыһы килә. Беләһегеҙме, яңыраҡ уның беренсе китабы донъя күрҙе. “Феникс" нәшриәте 3000 дана менән "По ту сторону стены" тип аталған фантастик әҫәрен баҫтырҙы. Китап ҙурҙарҙа ла, үҫмерҙәрҙә лә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, уны бер тынала уҡып сығырға була. Илис тигән ҡыҙ ниндәй мажараларға осрай? Сюжет бик ҡыҙыҡ!

Йәш яҙыусының китабын маркетплейстарҙа табырға була. Афарин, Әҙилә, артабан һинең исемеңде донъя кимәлендә ишетергә яҙһын!

 

Ләйсән ТУЙСУРИНА.

Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!
Әбйәлил ҡыҙы 3000 дана тираж менән китап баҫтырҙы!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас