-2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

АЙ ЙОЛА "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде

Кисә Мәскәүҙә "Виктория" милли музыка премияһы еңеүселәре бүләкләнде. "АЙ ЙОЛА" төркөмө абруйлы конкурстың "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңеү яуланы.

АЙ ЙОЛА  "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде
АЙ ЙОЛА "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде

"Дөрөҫөн әйткәндә, был беҙҙең өсөн көтөлмәгән еңеү булды. Сөнки конкуренттар көслө ине: «Моя Мишель», «Руки Вверх!», A’Studio, V-Teens. Беҙҙе яратып тыңлаусыларға рәхмәтлебеҙ", - ти төркөм ағзалары. 

Рәсәйҙә йылдың иң шәп төркөмө булып танылған артистарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Илебеҙҙең иң сағыу йондоҙҙарын йыйған бүләкләү тантанаһында төрлө номинацияларҙа Дима Билан, Леонид Агутин, Ани Лорак, Максим Фадеев һәм башҡалар "Виктория" милли музыка премияһы статуэткаларын алып ҡыуанған. Улар араһында Башҡортостандан туған телебеҙҙә йырлағанАЙ ЙОЛА төркөмөнөң булыуы - ҙур ғорурлыҡ.

Фото: vk.com.

АЙ ЙОЛА  "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде
АЙ ЙОЛА  "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде
АЙ ЙОЛА "Иң яҡшы поп-төркөм" номинацияһында еңде
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас