

Бәпестең ауырлығы 3866 грамм булһа, буйы — 54 сантиметр. Уға Батырхан исемен ҡушҡандар. Батырхан - ғаиләлә икенсе бала. Эмилия апаһына тиҙҙән ун йәш була.
Сабый 2026 йыл башынан районда йөҙөнсө бала булып тыуған.
Загс хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләренә тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырып, Батырхандың һау-сәләмәт булып, намыҫлы кеше булып үҫеүен теләп ҡала.
Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, Әхмәтовтар ғаиләһенә бәхет, шатлыҡ һәм һаулыҡ теләйбеҙ!