

"Бер йыл элек, Ҡорбан байрамында, үҙебеҙгә ошондай маҡсат ҡуйғайныҡ, бына Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә майҙансыҡты астыҡ. Таҫманы киҫеү хоҡуғы иң бәләкәй ҡыҙға - Йәсминә Ибәтуллинаға бирелде", - ти ул.
Төҙөкләндереү эштәрендә Әғлиевтар, Ямалииевтар, Мөхәмәтйәровтар, Солтановтар ғаиләләре әүҙем ҡатнашҡан. Майҙансыҡта тау, карусель, әүһәләй, ҡомлоҡ, эскәмйә бар. Балаларға рәхәтләнеп уйнарға шәп урын. Майҙансыҡты асыу тантанаһын ҙур байрам итеп үткәргәндәр. Бергәләп табын да ойошторғандар.
Йәйегеҙ матур үтһен, афарин, ҡунаҡбайҙар!