

"Самауырлы ритайым" - ҡурай, гитара, йыр, бейеүҙе берләштергән, халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен, телебеҙҙе һаҡларға ярҙам иткән шәп сара ул. Йәштәр өсөн танышыу, дуҫлашыу урыны ла.
Әйткәндәй, элекке "пятачок"ка оҡшаған был сара Ағиҙел ярында етенсе йыл бара. Әүҙем ойоштороусыларҙың береһе - Рөстәм Абдразаҡов.
Самауыр сәйе, милли бейеү, йырсыларҙың сығыштары, күмәкләп бейеүҙәр, шиғыр уҡыуҙы үҙ эсенә алған бай йөкмәткеле сараға төрлө йәштәге милләттәштәребеҙ ҙур теләк менән йөрөй. Теләге булғандарға сығыш яһау мөмкинлеге бирелә.
24 июндә Ағиҙел ярында "Самауырлы ритайым" көтә һеҙҙе, дуҫтар!
Автор фотоһы.