+32 °С
Ясно
VKOKМакс

Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов, үҙен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған әсәйҙәргә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы.

Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалыӘсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы
Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе өс әсәй Почётлы наградалар алып ҡыуанды. Улар - Рәзилә Сәғәҙи ҡыҙы Булатова, Эльвира Хөрмәт ҡыҙы Кирамова һәм Ғәзимә Ришат ҡыҙы Сәфәрғәлина.
"Әсә булыу - оло хеҙмәт, сикһеҙ мөхәббәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ!
Хөрмәтле Баймаҡ районы халҡы! Һеҙҙе барығыҙҙы ла ошо яҡты байрам - Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ҡорған ғаиләләрегеҙ менән бер-берегеҙҙе ҡәҙер-хөрмәт итеп оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!" - ти награда тапшырып,  Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов.

Фото һәм сығанаҡ: Баймакский район Республики Башкортостан

Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы
Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы
Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы
Әсәйҙәргә - «Әсәлек даны» миҙалы
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас