+15 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
26 Августа , 08:55

Яугирҙарҙың балаларына — матур ял

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисовҡа шылтыратып, үҙҙәрендәге «Ирәндек» һынлы сәнғәт лагерында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн бушлай ял ойошторорға теләүҙәрен әйтә.

Яугирҙарҙың  балаларына — матур ялЯугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың балаларына — матур ял

Азамат Сәфәрғәли улы рәхмәтен әйтеп, Баймаҡтағы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторҙары менән бәйләнешкә инә лә тиҙ арала исемлек төҙөргә ҡуша. Икенсе көндө үк аталары Ватан өсөн батырҙарса көрәшкән ун биш бала онотолмаҫлыҡ иҫтәлекле ялға юллана. Бөтә ойоштороу эше ыңғай хәл ителә. Райондың мәғариф бүлеге транспорт бирә, ә балалар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары оҙатыуында  лагерға иҫән-һау барып та етә. Шулай итеп, балалар ун дүрт көн буйы рәхәтләнеп ял итеп  ҡайта. Уҡыусылар үҙҙәренә көс йыйып, бай тәьҫораттар алып, тиҙҙән  мәктәпкә уҡырға барырға йыйына.

Баймаҡ районының социаль координаторҙары һәм «Ватанды һаҡлаусылар»ҙың ғаилә ағзалары исеменән улар: «Һеҙгә геройҙарыбыҙҙың балаларына күрһәткән ҙур ярҙамығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Рәхмәт, Айрат Зиннәт улы, һеҙҙең ҙур йөрәгегеҙ өсөн!» — тип яҙа үҙҙәренең «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә.

 

Сығанаҡ һәм фото:  Центр поддержки участников СВО г.Баймак

Яугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың  балаларына — матур ял
Яугирҙарҙың балаларына — матур ял
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас