+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
10 Март 2018, 14:21

80 йыллыҡҡа – 80 изге эш!

Баш ҡаланың Совет районы быйыл үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған акция сиктәрендә райондың балалар баҡсалары коллективы бик матур, изге эштәр башлап ебәрҙе.

Гөлсара Шамил ҡыҙы (уңда) бүләктәрен тапшыра.
Гөлсара Шамил ҡыҙы (уңда) бүләктәрен тапшыра.
Баш ҡаланың Совет районы быйыл үҙенең 80 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған акция сиктәрендә райондың балалар баҡсалары коллективы бик матур, изге эштәр башлап ебәрҙе. Улар ҡарауһыҙ, ата-әсә йылыһынан мәхрүм ҡалғандар янына барып, бәләкәй генә байрамдар ойоштора. Мәҫәлән, 84-се балалар баҡсаһыныҡылар хужаһыҙ ҡалған эттәр приютына күстәнәстәр алып ба­рып, маъмайҙарҙы һыйлаһа, 205-се балалар баҡсаһы бүләктәр, күстәнәстәр алып – Саҡмағоштағы, ә 133-сө балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре Өфөләге 2-се балалар йортондағы балаларҙы һөйөндөрҙө. Эстафета таяғын уларҙан 166-сы башҡорт балалар баҡсаһы алды. Бындағы коллектив Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт балалар йорто тәрбиәләнеүселәре янына ашыҡты.

Акция балаларҙың сығыштары менән башланып китте. Талантлы ҡыҙҙар, малайҙар тәрбиәләнә икән бында. Бейенеләр ҙә, йырланылар ҙа. Бигерәк тә төрлө йыр конкурстарында еңеүҙәр яулаған IX синыф уҡыусыһы Милена Шириязданова һоҡландыр­ҙы. Артабан һүҙҙе килгән ҡунаҡтар алды.
– Беҙ бындағы балаларҙың ғаилә булып йәшәгәнен беләбеҙ. Шуның өсөн бүләктәр һайлағанда барыһына ла етерлек итеп әҙерләнек. Сәй сервиздары, тарелкалар, сәнске, ҡалаҡтар, баш­ҡа һауыт-һабалар, «Йорт хужалығы» түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр өсөн махсус кейемдәр алып килдек, – тип балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Шамил ҡыҙы Килдеғолова әллә күпме бүләктәр тапшырҙы. Ул ҡасандыр үҙенең дә ошонда эшкә урынлашырға тип килеүе, ләкин директор урынында булмағанлыҡтан, кире ҡайтып китеүе тураһында ла һөйләне. Ә балалар баҡсаһының тәрбиәселәре концерт номерҙары алып килгәйне. Улар­ҙың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килгәндер, моғайын.

Балалар янына йәмәғәтсе, иң әүҙем инәйҙәрҙең береһе, яңыраҡ ҡына үҙенең 80 йәшен билдәләгән Альбина апай Исхаҡова ла саҡырылғайны. Ул үҙенең дә, тормош иптәше Фәнис ағайҙың да балалар йортонда тәрбиәләнеүе хаҡында һөйләгәндә күҙҙәре йәшкә мансылды. Хәҙер йәшәү шарттарының күпкә яҡшырыуы тураһында әйтте. Ә еңел ге­нә баҫып бейегән ваҡытында зал алҡыштарға күмелде. Ул шулай уҡ ҡул эше менән шөғөлләнеүсе ҡыҙ­ҙарға 7 метр туҡыма бүләк ит­те. Ғаиләлә бала эшкә өйрәнеп үҫә инде ул. Бында ла шулай.

Беҙҙең «Йәншишмә» гәзите лә буш ҡул менән килмәгәйне. Футбол туптары һәм фото ҡуйыр өсөн рамдар бүләк иттек.
Шулай итеп, был көн балалар өсөн матур бер байрамға әйләнде лә ҡуйҙы. Килгән ҡунаҡтарға рәхмәттәре сик­һеҙ ине уларҙың.

– Хөкүмәттең яңы 481-се ҡарары сыҡты. Шуға ярашлы, беҙ балаларҙың йәшәү шарттарын ғаиләгә яҡынлаштырырға тейешбеҙ, – тине балалар йорто директоры Фәнисә Мәлик ҡыҙы Бәҙретдинова. – Ошо ҡарар нигеҙендә беҙҙең балалар әлеге көндә ғаиләләр булып йәшәй. Бер туғандарҙы, элек ниндәйҙер приютта бергә булғандарҙы туп­ларға тырыштыҡ. Ғаиләлә 8 баланан артыҡ кеше булырға тейеш түгел. Беҙҙә шундай биш ғаилә. Элек бер бүлмәлә дүртәр-бишәр бала йәшәһә, хәҙер икәүҙән артмай. Һәр ғаиләнең үҙҙәренең туҡланыу, ял итеү, дәрес әҙерләү бүлмәһе бар. «Ғаилә» тигән төшөнсә уларға шул хәтле оҡшай.

Оҡшай, әлбиттә. Уйлап ҡара­һаң, бында тәрбиәләнеүселәр­ҙең күбеһенең атаһы йә әсәһе йәки атаһы ла, әсәһе лә бар. Шулай булһа ла, балалар йортонда йәшәргә мәжбүрҙәр. Бәлки, атай-әсәйҙәренең күңелдәренә ми­һырбанлыҡ килер. Ни тиһәң дә, Ғаилә йылы бит. Атай, әсәй йылыһын башҡа бер кем дә алыштыра алмағанын аңлаһындар ине.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: