+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
21 Сентябрь 2018, 13:41

Миңлегөл Хисамованың шиғырҙары

Бәүелсәктә әйләнәләр Айыу, ҡуян, эте лә, Ирханға урын ҡалмаған, Эргәһендә һикерә.


Бәүелсәк эйә йәнлектәр


Бәүелсәктә әйләнәләр
Айыу, ҡуян, эте лә,
Ирханға урын ҡалмаған,
Эргәһендә һикерә.


Бер ситтәрәк ҡарап тора
Маймылы менән аты,
Уларҙы ла эйҙерҙе ул,
Атыу илашып ятыр.


Тик маймылы ырғып төшөп,
Башын ауырттырмаһын,
Уның арты толпар аты
Саптырып юрттырмаһын.


Ирхан шулай бәүелсәктә
Бәүелтте йәнлектәрен,
Ә улары башын сайҡап,
Белдерҙе рәхмәттәрен.
Йырсы себендәр
Концерт залы гөрләп тора,
Себендәр хоры түрҙә.

Улар шундай оҫтарғандар,

Маҡталғандар күп ерҙә.
Залдағылар – түҙемһеҙҙәр,
Ҡул сабалар ҡотороп.

Ана береһе бүләк итеп,

Шар ебәрҙе осороп.
Ә дирижёр урынында
Бейеп торғандай бына.

Күҙ эйәрмәй ҡулдарына

Һәм серле таяғына.
Гөжләйҙәр йырсы себендәр,
Һис тә туҡтай алмайҙар.

Зал бит күптән бушап ҡалған,

Улар һаман тынмайҙар,

Йырлайҙар ҙа йырлайҙар.
Һаҡсы йомрандар
Йомрандарға ҡара әле:

Хәс тә улар – һалдаттар,

Төп-төҙ генә баҫҡандар,

Күҙҙәрен шар асҡандар.
Дошман күҙләйҙәрме әллә,

Тора һаҡсылар кеүек,

Сит-яттарға бирешмәҫтәр,

Тормаҫтар башын эйеп.
Банан һорай маймылдар
Сый-сый итеп сыйҡылдаша

Ситлектәге маймылдар.

Унда ниңә ултыралар,

Сыҡһын, китһен, тайһындар.
Банан бирһәк, кинәнешеп,
Тиҙ үк ашап бөтәләр.

Ашап ҡына бөтәләр ҙә

Тағы, тағы көтәләр.

Бына береһе яҡынайҙы,
Ҡулын һоноп һораны.

Беҙҙең кеҫәлә лә бөттө,

Банан артып торамы?
Әллә күпме эҙләһәк тә,
Бер банан да ҡалманы.

Был маймылдар ҡыҙыҡ инде,

Һис белмәйҙәр саманы.
Һағыҙаҡтан ҡурҡмай һис


Оса һағыҙаҡ, оса,

Сабираға бик ҡыҙыҡ,

Һағыҙаҡҡа ла ҡыҙыҡ,

Үлән эсенә боҫа.

Ҡыҙыҡай уны эҙләй,
Үлән эсенән күҙләй,

Һағыҙаҡ та һис түҙмәй,

Оса ла сыға тиҙҙән.
Сабира ҡыуа китә,
Ҡыуып хәлдәре бөтә,

Бына сағыр, тип ҡурҡмай,

Йүгерә тағы туптай.
Бәләкәс дельфин
Дельфинарийҙа тыуған бер

Бәләкәс дельфин.

Ай үҫәһен көн үҫкән ул,

Ҡыуанып йөҙһөн.
Әсәһенең эргәһенән
Бер аҙым ҡалмай.

Тик ҡулсанан һикерергә

Әсәһе алмай.

Әсә-дельфин тамашала
Хайран ҡалдыра,

Һикергәндә тауыш бирә,

Килә алдына.

Балыҡ алғас, йөҙөп китә
Һыуҙы буйларға.

Балаһы ла гел янында,

Теләй уйнарға.
Үҙе матур, үҙе батыр
Бәләкәс дельфин,

Әйҙә, бергәләп уйнайыҡ,

Кил миңә, кил һин!

Ай үҫәһен көн үҫһен ул
Бәләкәс дельфин.

Беҙҙең уны яратҡанды

Дельфин да белһен!
Читайте нас: