+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Май 2019, 15:24

«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы юбилейын билдәләй

«Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторолоуына 10 йыл тула.

Ошо айҡанлы байрам саралары 17 майҙа уҙасаҡ. Был мәртәбәле сараға Рәсәйҙең 40-тан ашыу ҡалаһынан ошондай ойошмалар вәкилдәре килеүе көтөлә. Байрамдың тантаналы өлөшө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтәсәк, Салауат Юлаев, һәм Ғабдулла Туҡай һәйкәлдәренә сәскәләр һалыу, Милли музей менән таныштырыу ҙа ҡаралған.

Килгән ҡунаҡтар Бүздәк районында уҙған «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален дә ҡараясаҡ. Төрлө халыҡтарҙың ризыҡтары тәҡдим ителә, оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтелә, концерт та була. Проект етәксеһе Альбина Хәлиуллина әйтеүенсә, был юлы 80 килограмм ауырлыҡтағы ҙур бәлеш бешереләсәк. Әлеге фестиваль дүртенсе йыл үтә, былтыр «Бәлешфест» Президент гранттары фондынан федераль грант та алды.


Читайте нас: