+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
17 Октябрь 2019, 16:19

Ҡурсаҡ театрында – Мостай тормошо

2018 йылдың аҙағында Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» тигән спектакль премьераһын тәҡдим иткәйне. Ул репертуарҙа үҙенең абруйлы урынын алды. Идея авторы һәм режиссёры – Альберт Имаметдинов, сценарийҙы Владимир Аношкин яҙған.

Бөгөн, иртәгә, йәғни 17, 18 октябрҙә был сағыу тамашаны театрға барып ҡарарға мөмкин. Спектаклдә яратҡан шағирыбыҙҙың бала сағы, йәшлек йылдары, һуғыш осоро, ижады – бөтә тормошо сағылдырылған. Мостай Кәримде шиғырҙарынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын: улар спектакль барышында ла яңғырай.

Был тамашала төрлө системалағы ҡурсаҡтар, бәләкәйҙәре, ҙурҙары, шулай уҡ битлек кейгән актёрҙар ҙа ҡатнаша. Геройҙарҙың һәр береһе аша тәрән фекер еткерелә. Яңы техника – видеоанимацион селтәр ҡулланыла, ул экран хеҙмәтен үтәй, йәғни видеокадрҙар ҙа күрһәтелә. Бына шундай яңыса ҡуйылған спектакль көтә ҡурсаҡ театрында, дуҫтар. Уны бөтә ғаилә менән ҡарарға мөмкин.
Читайте нас: