+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Октябрь 2019, 13:22

Флешмобта еңеп сыҡтылар!

Донъя халыҡтары телдәрендә Мостай Кәрим әҫәрҙәрен яттан һөйләү буйынса «Башҡортостан шул картала бер япраҡ саҡлы ғына» флешмобында олоһо ла, кесеһе лә бик әүҙем ҡатнашты.

Ул «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы сиктәрендә уҙғарылды.

Флешмобҡа ҡушылғас:

– Балалар һүҙен йығып булмай, ҙур ихласлыҡ менән тәүәккәлләнек әле. Башҡортостандың халыҡ шағирына оло хөрмәт менән! – тип хәбәр итә Наил Юнысов үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге шәхсән битендә.

Юнысовтар ғаиләһе Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҡыусы ҡыҙҙары Лиана һәм улдары Инсаф менән халыҡ шағирының «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын һөйләп, еңеүселәр рәтенә инеп ҡыуанды. Афариндар!
Читайте нас: