+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Октябрь 2019, 13:27

«Мостай уҡыуҙары»

Быйылғы «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына һәм республикабыҙҙың барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналды. Мәғариф министрлығы, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы ойошторған тантаналы байрам сараларында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова, мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, Мостай Кәрим исемендәге, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондтарынан вәкилдәр ҙә ҡатнашты. Мәртәбәле сараға Ханты-Манси автономиялы округынан бер төркөм башҡорт балалары ла саҡырылғайны.


Конференцияның тәүге өлөшө шағир исемен йөрөткән гимназияла үтте. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары «Мостай Кәрим драмалары», «Башҡорт теле дәрестәрендә QR-кодтарҙы ҡулланыу», «Башҡорт телен өйрәнеүҙә интерактив алымдар» темалары буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Ә «Торатау» конгресс-холында уҙған сараның икенсе өлөшөндә «Мостай уҡыу­ҙары»нда ҡатнашыусыларҙы халыҡ шағирының ижады буйынса ҡыҙыҡлы экспозиция көтә ине: улар интерактив иҙәндәге һорауҙарға кинәнеп яуап бирҙе, Мостай Кәримдең башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендәге донъяуи картаһы менән танышты, интерактив панелдәр­ҙә әҙип ижады буйынса видеояҙмалар ҡараны, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡыусылары һүрәттәре аша Мостай донъяһына сумды.

Быйылғы конкурсҡа 742 эш ҡабул ителгән. Шулар араһында республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән – Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстан Республикаһынан, Силәбе өлкәһенән дә ҡатнашыусыларҙың булыуы – шатлыҡлы күренеш. 600-ҙән ашыуы «Шиғри флешмоб» секцияһында көсөн һынаһа, 50-нән артыҡ кеше шағирҙың ижад емештәрен йәштәрсә рэп стилендә яңғыратҡан. «Мостай Кәрим тураһында хәтирәләр» секцияһында сығыш яһаусылар үҙ архивтарында һаҡланған материалдар, иҫтәлекле фотоһүрәттәр, шағир автографы менән яҙылған китаптар менән уртаҡлашҡан. Ә «Мостай Кәримдең донъяуи картаһы» шағир ижадының замансалығы һәм һанлаштырыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итә.

Конференцияның еңеүселәре һәм призёрҙары дүрт номинация буйынса бүләкләнде. Уларға мәғариф министрлығының дипломдары, иҫтәлекле приздар тапшырылды.
Читайте нас: