+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
13 Ноябрь 2019, 14:25

Юбилейға рәхим итегеҙ!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты үҙенең 75 йыллығын билдәләй.

Юбилейға арналған тантана 22 ноябрҙә 14 сәғәттә «Торатау» исемендәге конгресс-холда башлана.
Белем усағы 1944 йылда Өфөләге 9-сы мәктәп нигеҙендә башҡорт балалары өсөн асылған. 1956 йылдан Өфөнөң 1-се интернаты тип йөрөтөлә, 1991 йылдан 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы тип атала башлай. 1994 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов исеме бирелә.
Был гимназия – ысын мәғәнәһендә милли кадрҙар әҙерләү мәктәбе: уны тамамлаусылар араһында күпме дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, инженерҙар, ғалимдар, яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре, табиптар...
Синыфташтарығыҙ, уҡытыусыларығыҙ, тәрбиәселәрегеҙ менән йылы осрашыуға рәхим итегеҙ, ғариповсылар!
Читайте нас: