Икенсе өлөш Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының рәсми телдәренә арналды. Тимәк, тағы ла һынауҙар. Яңы тупланған алты синыфҡа инглиз, ғәрәп, урыҫ, испан, француз һәм ҡытай телдәре бүлеп бирелде. Улар шул илдәрҙең йолаларын, мәҙәниәтен һәм үҙенсәлеген күрһәтергә тейеш ине. Әҙерлек өсөн ике аҙна ваҡыт бүленде.
Һынатманы уҡыусылар. Ныҡлы әҙерләнеп, ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле сығыштар күрһәтелде. Кейемдәрен дә килештергәндәр бит әле! Уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм ҡунаҡҡа саҡырылған ата-әсәләр дәррәү алҡышланы.
Сығыштарҙан һуң барыһы ла тоғролоҡҡа ант биреп, гимназияның гимнына әйләнгән «Интернатым – пар ҡанатым» йырын башҡарҙы.
Яңы уҡыусылар гимназист исемен лайыҡлы йөрөтөр, телебеҙҙе, башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнер, белемле, көслө, кешегә изгелек, яҡшылыҡ ҡына ҡылып, гел ғәҙеллек яғында булыр, тигән теләктә ҡалабыҙ.
«Мәктәп беҙгә яҡты юл күрһәтте»
Быйылғы уҡыу йылында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо мөһим ваҡиға айҡанлы беҙ билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты, интернат-мәктәптең 1950 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Ләлә БИИШЕВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Интернат-мәктәп еренә тәү аяҡ баҫҡас, нимә эшләргә белмәй торам. Ул ваҡытта интернат баҡсаһында йәп-йәшел ҡаҙ үләне үҫә ине. Ҡараһам, унда бер бөҙрә сәсле егет ята. «Исемең нисек? Ҡайҙан килдең? Ни эшләп улай бойоҡһоң?» – тип төпсөнә башланы ул. Мин, әлбиттә, үҙем тураһында һөйләп бирҙем. Был егет Рәми Ғарипов булып сыҡты. Мин уның менән шулай таныштым. Ошо көндән алып беҙҙең дуҫлыҡ ғүмер буйы дауам итте. Башҡа малайҙар кеүек, һикерәңләп, шаярып йөрөмәне Рәми. Маҡсатына ирешер өсөн һәр ваҡыт күп уҡыны, белемгә ынтылышы көслө ине, ныҡыш булды, үҙен сыныҡтыра торғайны. «Сынығыуым киләсәк тормошомда кәрәк буласаҡ. Мин көслө рухлы булырға тейешмен!» – ти торғайны синыфташым.
– Рәми Ғарипов менән бәйле тағы ниндәй ваҡиға иҫегеҙҙә ҡалды?
– Шәмбе һайын баянсылар килә һәм беҙгә бейеү өйрәтәләр. Бер көндө Рәми: «Бөтәһе лә бейей белә. Ләлә, мине лә өйрәт әле», – тине. Инде генә өйрәтә башлағайным, был килтереп аяғыма баҫмаһынмы. «Булмаҫ, ахыры, был айыу аяҡтан», – тип уйланым. Мин уны шул ваҡыттан алып «айыу аяҡ» тип йөрөтә башланым.
– Бик ауыр осорҙа йәшәһәгеҙ ҙә, төплө белем алғанһығыҙ, шулай бит?
– Эйе, һуғыштан һуңғы осор. Алты бала һыйырлыҡ тар бүлмәлә егерме ҡыҙ торҙоҡ, бер карауатта ике ҡыҙ йоҡланыҡ. Эҫе һыу юҡ, керҙе подвалда йыуабыҙ. Ун көнгә бер тапҡыр тимер юл вокзалы эргәһендәге мунсаға алып баралар. Ашау яғы алама булды. Көнөнә 100 грамм арыш икмәге бирәләр. Магазиндарҙа аҙыҡ юҡ, карточкаға йәшәнек. Үҙебеҙ һыу ташыныҡ, утын быстыҡ. Бына ошондай шарттарҙа йәшәнек, белем алдыҡ. Беребеҙ ҙә юғалып ҡалманыҡ, күбебеҙ юғары белем алып, ҙур кешеләр булып китте. Ул осорҙа «Кадрҙар бөтәһен хәл итә» тигән лозунг булды. Шундай ауыр ваҡытта ошо мәсьәләне алға ҡуйғаны өсөн хөкүмәтебеҙгә оло рәхмәт.
– «Интернатскийҙар»ҙы бик татыу, тиҙәр, был дөрөҫмө?
– Дөп-дөрөҫ. Беҙ, интернатташтар, бер ғаилә булып йәшәнек. Бер-беребеҙгә ярҙамсыл, тоғро булдыҡ, бер-беребеҙҙе һәр саҡ яҡлай торғайныҡ. Дуҫлыҡ, туғанлыҡ хисе беҙҙә көслө. Әле лә синыфташтар менән байрамда, тыуған көндәрҙә йыйылышабыҙ, бергәләп театр-концерттарға йөрөйбөҙ. Хәҙер беҙ оло йәштә, шуға һаулыҡ һорашып, хәл белешеп, шылтыратышып торабыҙ. Интернатта йәшәгән саҡтарҙы һәр ваҡыт һағынып иҫкә алабыҙ. Мәктәп беҙгә яҡты юл күрһәтте, маяҡ булып торҙо, тора һәм торасаҡ.
– Йәш быуынға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Теләктәр күп инде. Беҙҙең дәүерҙә уҡығандар шундай ауырлыҡтарҙа ла тырышып уҡып, төрлө һөнәр эйәләре булып китте. Бөгөн интернат-гимназиябыҙ иҫ киткес матур бер уҡыу йортона әйләнде. Ул һаман да беренсе булып ҡала. Бында насар уҡырға ярамай. Гимназияның ҡәҙерен белеп, тырышып белем алырға, халҡыбыҙҙың аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары булып үҫергә кәрәк.
Ләлә Ғибәҙулла ҡыҙы оло йәшкә етһә лә, унан рух, дәрт бөркөлә, күҙҙәре янып тора. Һәр әйткән һүҙе, биргән кәңәше – оҙаҡ йылдар тупланған тәжрибә һөҙөмтәһе. Беҙгә, йәш быуынға, Ләлә Биишева кеүек, халҡым, илем, телем, тип янған шәхестән өлгө алырға кәрәк
Йәш хәбәрсебеҙ, X синыф уҡыусыһы Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА һөйләште.
Риф ҒӘБИТОВ, мәшһүр бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1970 йылғы сығарылыш:
Мин Сермән мәктәбенән килдем. Интернат-мәктәптә лә ул ваҡытта башҡортса уҡый инек. Алма Сәлмән ҡыҙы Ҡолдәүләтованың биология дәресендә «желудок» һүҙенең башҡортсаһын үҙебеҙҙең диалектта әйтеп, көлкөгә ҡалғанымды хәтерләйем. Миңә немец теле уҡытыусыһы Фәүзәнә Әйүп ҡыҙының йоғонтоһо көслө булды. Ауыл мәктәбендә немец теле буйынса VI синыфты ғына тамамлап килгәйнем. Бында VIII синыф программаһы менән шөғөлләнә башланыҡ бит инде. Ауырыраҡ булды, миңә был фән буйынса көҙгө һынауға ҡалырға тура килде. Элек шулай ине. Июль, август айҙары, синыфташтар ауылда каникулда, ә мин интернаттың алма баҡсаһында немец телен уҡып ятам. Ныҡ ҡына ғәрләндем. Шунан сит телде өйрәнеүгә ныҡлап тотоноп киттем. Немец телендә сыҡҡан гәзитте, китаптар уҡый башланым. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡығанда ла был телде төплө белеүемдең файҙаһы тейҙе. Германия менән бәйләнеш була торғайны. Студент төҙөлөш отряды менән беҙ – унда, немецтар беҙгә килде. Шунда телде яҡшы белгәс, аралашыуы бик еңел булды. Беҙ университеттың ятағында бергә йәшәгән егеттәр менән дә бүлмәбеҙгә килеп инеү менән немец теленә күсә инек. Берәй яңы һүҙҙе һүҙлектән ҡарап алаһың да әйтәһең, белмәгән кеше үҙе тәржемәһен эҙләп таба. Шулай итеп,телебеҙҙе байытабыҙ. V курста имтихан биргәндә, уҡытыусыбыҙ беҙҙең менән шул тиклем ғорурланыуын белдерҙе. Билетты ташлап, немецса әңгәмәләшеп ултырҙыҡ. Фәйзи Ғәскәров ансамбленә эшкә килгәс тә сит илдәрҙә, бигерәк тә Европала, гастролдәр ваҡытында тәржемәсе булып йөрөнөм. Ә Стәрлетамаҡ бейеү театрын етәкләгәндә Голландия, Белгия илдәренә барғанда рәсми рәүештә тәржемәсе һәм етәксе булып йөрөп ҡайттым. Фәүзәнә Әйүп ҡыҙына рәхмәтлемен. Уҡытыусым менән әле лә аралашып торабыҙ. Интернет аша уға немец телендә ҡотлауҙар яҙып ебәрһәм, бик ҡыуана.
БДУ-ның филология факультетын тамамлауымда, әлбиттә, үҙ методикаһы буйынса бик үҙенсәлекле итеп белем биргән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажидә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалованың роле ҙур булды. Шулай ҙа бер нисә йыл уҡытҡас, бейеү сәнғәтен һайланым. Интернатта Вилә Ғилми ҡыҙының бейеү түңәрәгенә йөрөгәйнем. Башҡорт бейеүендә ир-егеттәр хәрәкәттәрен шул тиклем колоритлы итеп күрһәтеүе һәр ваҡыт күҙ алдымда.
Интернат тормошо ныҡ ҡыҙыҡ була торғайны. Күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар күп үткәрелә ине. Былар баланың зиһенен байыта, дәртләндерә, алға ынтылыш бирә, тормошта юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтә. Әҙһәм Исҡужин кеүек рухлы шәхестәрҙең, педагогтарҙың эшләүе ҙур йоғонто яһаны. Әҙһәм ағай бүлмәгә килеп инә лә йырлап ебәрә, шунда уҡ йырҙың тарихын һөйләй башлай. Күпселек уны кинәнеп тыңлай ине. Шундай рухлы шәхестәр, тәрбиәселәрҙең беҙҙең менән эшләүе, әлбиттә, рухыбыҙҙы байытҡан, тәрбиәләгән.
Интернат-мәктәп беҙҙе – атай-әсәйҙәренән айырылып ситкә белем алырға сығып киткән ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы күп нәмәгә өйрәтте, дуҫлаштырҙы. Беҙ, интернатташтар, хәҙергесә ғариповсылар, бер-беребеҙҙе бер ҡарындан сыҡҡан балалар кеүек яҡын күрәбеҙ. Байрамыбыҙ менән!
Мәңге йәшә, туған гимназиям!
Һәр кемдең ғүмерендә мәктәп йылдары айырым урын ала. Был осорҙа кеше шәхес булараҡ формалаша, белем ала, тәжрибә туплай, яңы дуҫтар таба. Уҡыусы үҙенең ҡылығы өсөн яуап бирергә, ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашырырға өйрәнә. Шуғалыр ҙа уҡыу мәле иң ҡәҙерле миҙгел булып һаҡлана.
Мин бай тарихлы Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡыйым. Был уҡыу йорто үҙенең тормошон 1944 йылда 9-сы интернат булараҡ башлап, беренсе сентябрҙә тәүге 47 уҡыусыһын ҡаршы ала. Белем усағым тәүге тапҡыр етем, фронтовик балалары өсөн ишеген аса. 1994 йылда Рәми Ғарипов исеме бирелә.
Уҙған осорҙан алып әлеге көнгә тиклем гимназияның сығарылыш уҡыусылары иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шулай уҡ бында уҡығандар физик яҡтан ғына нығынып ҡалмай, рухи яҡтан да байый. Уҡыуҙан тыш, белем усағыбыҙҙа һәләтебеҙҙе үҫтереү өсөн төрлө түңәрәктәр эшләй, күп саралар уҙғарыла. Билдәле шәхестәр менән осрашып ҡына ҡалмайбыҙ, улар беҙгә фәһемле кәңәштәрен дә бирә. Шулай уҡ һөнәр һайлау буйынса төрлө университет, институттар менән танышабыҙ. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр беҙгә дөрөҫ юл һайларға ла ярҙам итә.
Гимназияға уҡырға инер өсөн бик күп көс һалдым. Силәбе өлкәһендә тыуып үҫкән, урыҫ телендә уҡыған, башҡорт телендә өйҙә генә аралашҡан уҡыусыға, йәғни миңә, бик ауыр булды. Шуға ҡарамаҫтан, тырыша башланым. Беренсе көндәрҙә береһе менән дә танышмай, оялып, шым ғына йөрөй инем, хәҙер бер ғаилә кеүекбеҙ, бер-беребеҙгә өйрәндек инде.
Гимназия – ул ябай ғына уҡыу йорто түгел, ул үҙенә күрә айырым бер дәүләт. Бында бөтәһе лә бер-береһенә ярҙам итә, ауыр минуттарҙа, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа берҙәм булып йәшәй. Был уҡыу йортон тамамлағандан һуң да, төрлө яҡҡа таралыуға ҡарамаҫтан, гимназистар гел генә бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
Бөгөн гимназиям оло йәшен – 75 йыллыҡ юбилейын үткәрә. Ошонда уҡыусы булараҡ, уҡыу йортома теләгем шул: ирешкән үрҙәрендә туҡтамаһын, минең кеүек хыялдары, һәләтле башҡорт балалары өсөн ишеге һәр саҡ асыҡ булһын. Мәңге йәшә, туған гимназиям!
Әлиә МӨХӨТДИНОВА, IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.