+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Июль 2020, 11:39

Юғары категориялы етәксе

Черниковка биҫтәһенең Беренсе Май урамында 22-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе бар. Шул белем усағын 2016 йылға тиклем етәкләгән Лилиә Хәлим ҡыҙы СӘЙЕТЙӘҒӘФӘРОВАның тыуған көнө. Бөгөн уға – 60 йәш.

Лилиә Хәлим ҡыҙы Сәйетйәғәфәрова 1999 йылда «Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт буйынса иң яҡшы хеҙмәткәре» тигән маҡтау билдәһе менән бүләкләнә. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының физик культура һәм спорт буйынса атҡаҙанған хеҙмәткәре лә (2007). Ә Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары бихисап уның. Юғары категориялы етәксе 40 йылға яҡын ғүмерен ошо өлкәгә бағышлаған. Үҙ эшенә сикһеҙ тоғролоғо, балаларға һөйөүе, эште юғары кимәлдә ойоштора белеүе юғары күрһәткестәр яуларға ярҙам итә. Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм хеҙмәттәштәре араһында талапсан етәксенең абруйы һәр саҡ ҙур.
Лилиә Хәлим ҡыҙы хеҙмәт юлын 1979 йылда башлай. 8 йыл эсендә инструктор-методист та, завуч та булған, ваҡытлыса директор вазифаһын да башҡарған. 1987 – 1995 йылдарҙа Күмертау ҡалаһында эшләй. Тәүҙә «Рассвет» спорт комплексында инструктор булһа, һуңынан ҡаланың 5-се мәктәбендә – физкультура уҡытыусыһы. Киренән Өфөгә ҡайтып, 22-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә инструктор-методист булып урынлаша. 1996 йылда директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары итеп күсерелә, ә 2001 йылда спорт мәктәбенең директоры итеп тәғәйенләнә.
Әлеге көндә 22-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең директоры – пауэрлифтинг буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры Евгений Викторович Охлюев. Унда 7 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге балалар спорт акробатикаһы, кикбоксинг, дзюдо, пауэрлифтинг, тхэквондо, ушу йүнәләштәре буйынса шөғөлләнә. 30 йыллыҡ тарихы булған белем усағы Башҡортостан һәм Рәсәй йыйылма командаларына юғары квалификациялы спортсмендар әҙерләй.
Лилиә Хәлим ҡыҙы Сәйетйәғәфәрованы күркәм байрамы менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә аяҙ күк йөҙө, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, сикһеҙ шатлыҡтар теләйбеҙ. Һәр саҡ киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле булып ҡалығыҙ!
Фотолар http://sportscool22.narod.ru/ һәм http://sportschool22.ru/ сайттарынан алынды.
Читайте нас: