+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Октябрь 2020, 11:45

«Балалар әҙәбиәте антологияһы»н төҙөгән

Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, шағирә Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНАға – 75 йәш.

Билдәле балалар шағирәһе, яҙыусы, тәржемәсе, педагог Фәрзәнә Ғөбәйҙул­лина 75 йәшлек юбилейын билдәләй. Ул – Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағ­за­һы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мә­ҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федера­ция­һының халыҡ мәғарифы отличнигы, Көйөргәҙе районы хакимиәтенең Бая­зит Бикбай исемендәге премияһы лауреаты.

Сығышы менән Ейәнсура районы Мәзит ауылынан булған шағирә мәктәп йылдарынан ҡәләм тибрәтә башлай. Уның тәүге шиғырҙары V – VI синыфта уҡығанында «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры» (әлеге «Йәншишмә») гәзиттәрендә донъя күрә.


Ул – урта һәм өлкән йәштәге мәктәп балалары өсөн башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренән башҡорт һәм урыҫ телдәрендә өс томлыҡ «Балалар әҙәбиәте антологияһы»н төҙөүсе. Төрлө методик ҡулланмалар авторы ла. Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы башҡорт әҙиптәренең әҫәрҙәрен урыҫ теленә оҫта тәржемә итеүсе булараҡ та билдәле. Уның шиғырҙарына йырҙар ҙа ижад ителгән.
Читайте нас: