Ул Ғафури районының Ҡауарҙы ауылында тыуған. Боронғо йырҙарыбыҙҙы оҫта башҡарыусыларҙың береһе булараҡ танылыу яулаған. Уның репертуарында «Азамат», «Илсе Ғайса», «Ҡаһым түрә», «Эскадрон», «Әрме» һәм башҡа бик күп йырҙар бар. «Яҙғы моңдар», «Ирәндек моңдары» республика конкурстарында Гран-при яулаған ул. Яңы әҫәрҙәр өҫтөндә эшләгәндә халҡыбыҙҙың фольклорына, тарихына, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә мөрәжәғәт итә.
Ҡатыны Тәнзилә менән ике һылыу ҡыҙға ғүмер бүләк иткәндәр.
Әлеге көндә Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселек иткән «Далан» фольклор эстрада төркөмөндә Филүс Ҡалмырҙин арымай-талмай ижад итә. Коллектив Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һарытау, Свердлов, Төмән өлкәләрендә, Пермь крайында, Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарында, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм башҡа төбәктәрҙә уңышлы сығыш яһап, тамашасыларҙың һөйөүен яулай.
Филүс Фәрүәз улын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Халҡыбыҙҙың аҫыл гәүһәрҙәрен киләсәк быуынға еткереүсе һәләтле йырсыбыҙға һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ.