+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Февраль 2021, 15:27

«Башҡорт халыҡ ижады"н төҙөүселәрҙең береһе

Ғалим-фольклорсы Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙершинаға – 85 йәш.

Ул 1936 йылдың 7 февралендә Ауырғазы районының Мораҙым ауылында тыуған. 1959 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған. Юғары белем алғандан һуң тыуған районында урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Талбазы мәктәбендә директор, ВЛКСМ-дың район комитетында бүлек мөдире булып эшләй. Аҙаҡ Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай. Бар ғүмерен фәнни эҙләнеүҙәргә бағышлай.
Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фәнүзә Айытбай ҡыҙы күп томлыҡ «Башҡорт халыҡ ижады"н төҙөүҙә ҡатнаша. Үҙе әйтеүенсә, ғүмеренең төп өлөшөн фольклор әҫәрҙәрен өйрәнеүгә, ҡомартҡыларҙы һаҡлауға, уларҙы халыҡтың үҙенә ҡайтарып биреүгә арнай.
«Хәтер хазиналары» тигән йыйынтыҡта: «Тарихыңды, тамырҙарҙы белеү, ҡанбабаларҙың хәтер ебен өҙмәү, өҙөлгән осраҡтарҙа тергеҙеү хәстәрлеген күреп, уны ялғап ебәреү бурысы зыялы, зиһенле ата-бабаларыбыҙҙың аңында яҙылмаған ҡанундар рәүешендә һаҡланған бит. Халыҡ ижадында тергеҙелеү, күсәгилешлек күренештәрендәге тотороҡлоҡтоң мөһим сәбәптәренең береһе ошолор», – тип, хәтер ҡөҙрәтенең мәғәнәүи асылын беҙгә еткерә.
Фото «ВКонтакте» социаль селтәренән алынды.
Читайте нас: