+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Март 2021, 10:49

Яҡты маяҡ булып, гимназиям, Балҡыйһың һин йөрәк түрендә

Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияћына – 50 йыл Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы 50 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ваҡыт арауығында ул күренекле шәхестәр тәрбиәләгән алдынғы белем усаҡтарының береһенә әүерелде.

Бында күпме билдәле фән эшмәкәрҙәре уҡып, тәрбиә алған! Улар араһында ниндәй генә фән кандидаттары, докторҙары юҡ! Сығарылыш синыф уҡыусыларынан Булат Йосопов, Йәлил Сөләймәнов, Илдар Ғафаров, Алмаз Ғафаров, Рәмил Ихсанов, Юлдаш Ураҡсин, Урал Иҙелбаев, Роберт Юлдашев, Зөһрә Бураҡаева, Зөлфиә Күскилдиналар – Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына, Айрат Әбүшахманов Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булған. Улар менән гимназия сикһеҙ ғорурлана.


Белем усағында 2020/2021 йыл­ғы уҡыу йылы гимназияның юбилей йылы тип иғлан ителгән. Ошо айҡанлы күп эштәр башҡарыла. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Һамар өлкәһендә «Фатима Мостафина эҙҙәре буйлап» проектын тормош­ҡа ашыр­ған. Илле йыллыҡ уңайынан гимназияла асыҡ дәрестәр, төрлө кисәләр ҙә ойошторола. «Минең гимназиям», «Минең ярат­ҡан уҡытыусым», «Минең гимназиямдың шәхесе» тигән темаларға уҡыусылар араһында башҡорт, урыҫ һәм инглиз телдәрендә иншалар, шиғыр конкурстары иғлан ителгән. Әлеге ижади эштәрҙең иң-иңдәре һайланып, китапсыҡ та сығарыласаҡ. Юбилейға арнал­ған флешмоб та бик әүҙем бара.

Бөтә уңайлы шарттар ҙа бар
Әлеге көндә гимназияла 782 уҡыу­сы белем ала, 54 хеҙмәткәр эшләй. Уҡытыу-тәрбиә эше юғары кимәлдә алып барыла. Өлкән синыфтар өсөн белем алыу физика-математика, химия-биология, социаль-гуманитар йүнәлештәрендә ойошторола.

– Беҙҙең гимназиябыҙ – Өфө ҡалаһында асылған иң тәүге баш­ҡорт мәктәптәренең береһе. Изге йолабыҙға тоғро ҡалып, электән йәшәп килгән традицияларҙы дауам итәбеҙ. Иң тәүге бурысыбыҙ – уҡыу, тәрбиә биреү, балаларҙың һәләттәрен төрлө яҡлап асыу, үҫтереү. Һөнәр һайлауға ла айырым иғтибар бүләбеҙ. Быға тиклем БДУ, БДПУ уҡытыусылары менән берлектә эш алып барһаҡ, оҙаҡламай Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары менән «Фән сәғәте» тип аталған яңы проект башларға уйлайбыҙ. Ул ике ай буйына дауам итәсәк. Бында төрлө фән эшмәкәрҙәре йәлеп ителәсәк, улар ентекле мәғлүмәт тә, уҡыу­сыларҙың ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарына яуап та бирәсәк.

Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙең сығарылыш синыф уҡыусыларыбыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Силәбе ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Беҙ улар менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, яҙмыштары менән һәр ваҡыт ҡы­ҙыҡһынып торабыҙ, – ти гимназия директоры Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәлийәнова.

«Ләйсән» балалар халыҡ бейеүҙәре ансамбле күптән түгел генә ойошторолһа ла, «Хазина» ҡала, «Балалар – Рәсәйҙең таланттары» Бөтә Рәсәй конкурстарында призлы урындар яуларға өлгөргән.

– Аҙна һайын гимназия, ҡала кимәлендә төрлө концерттар, саралар үткәрелә. Мәғариф һәм фән министрлығынан да ҡунаҡтар килә. Беҙ улар алдында сығыш яһайбыҙ. Милли белем усағы булараҡ, баш­ҡорт халыҡ бейеүҙәре элементтарын ҡушып, ритмиканы алып барыу буйынса асыҡ дәрестәр күр­һәттек. Балалар был дәрестәрҙә рәхәтләнеп шөғөлләнә. Әгәр ҙә ниндәйҙер хәрәкәттәр килеп сыҡмай икән, үҙҙәре өҫтөндә ныҡышмалы эшләйҙәр. X – XI синыфтар үҙҙәре теләк белдереп, уларҙың да бейеү дәрестәре башланды. Мин әҙер булған бейеүҙәрҙе өйрәтмәйем, улай ҡыҙыҡ та түгел, барыһын да үҙем ҡуям.

Әйтергә кәрәк, фән олимпиадалары тураһында һүҙ алып бар­ғанда, технология уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре Гөлсөм Шафиҡованың эш тәжрибәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Ул әҙерләгән ҡыҙҙар – Әминә Шафиҡова, Әминә Хөсәйенова бер нисә йыл дауамында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҡатнашып, иң көслө унау иҫәбенә инде. Улар республика Башлығы стипендияһына лайыҡ булды.

Тәжрибәле уҡытыусылар тупланған
Әлбиттә, гимназияның төп тот­ҡаһы булған уҡытыусылар хаҡында ла әйтеп китмәһәк, яҙыҡ булыр. Бында балаларҙы ихлас яратҡан, алдынғы ҡарашлы педагогтар уҡыу­сыларҙы белем үрҙәренә алып менә. Рәүфә Илһамова, Фир­ҙәүес Ҡотлогилдина, Гөлнара Хажиева, Зөлфиә Бураншина, Менәүәрә Мәҡсүтова, Гөлназ Мөхәмәтйәновалар – Баш­ҡорт­остан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусылары, Рәйсә Фәхретдинова – Рәсәй­ҙең почётлы мәғариф хеҙмәткәре. Нәсимә Көмөшбаева, Гөлсара Ҡаһарманова, Әлфирә Әхмәтова, Гөлдәр Сабитовалар – үҙ эшен белгән тәжрибәле остаздар. Йәштәрҙән Нәзилә Кейекбир­ҙина, Әҡсән Зәйнуллин, Зарема Кучулова, Әлиә Туҡтамышева, Динар Баҙамшин, Рәлиә Аратова, Рөстәм Аҙнабаев, Гөлсәсәк Ғайсиналар бөтә күңелен һалып, дәртләнеп эшләп йөрөй. Ә Диана Закирова, Марина Солтанова, Вәзих Әфләтүновтар иһә үҙҙәре ошо гимназияны тамамлап, белем усағында балаларға белем бирә.

– 1 сентябрь алдынан тәүге тап­ҡыр атайым менән мәктәпкә килеп ингәс, стенаға эленгән Ленин портреты һәм «Уҡырға, уҡырға, уҡырға» тигән яҙыу хәтеремдә уйылып ҡалған. Был минең белем усағы хаҡында тәүге тәьҫоратым булды. Унан тәүге уҡытыусым Венера Ураҡсинаның йылы итеп өндәшеүен, әсәй­ҙәрсә хәстәрлек күреүен һаман да онотмайым.

Беҙ Инорста йәшәнек. Бында тиклем йөрөп уҡыуы бик ауыр, шуға мине интернатта ҡалдыралар ине. Ятаҡта йәшәгән саҡта тиҫтер­ҙәрем менән уртаҡ тел табырға, аралашырға өйрәндем.

Урта синыфҡа күскәс, минең үҫешемә география уҡытыусыһы, синыф етәксем Салауат Камалиев йоғонто яһаны. Ул бик изгелекле, әҙәпле кеше ине. Өйҙә беҙ атайҙы «әткәй» тип йөрөтһәк, ҡайһы ва­ҡытта уға ла шулай тип өндәшке килә торғайны. V – VII синыфтар­ҙа уның менән берлектә синыф менән ҡайҙарға ғына сәйәхәткә сыҡманыҡ!

Ә һөнәр һайлауыма икенсе бер синыф етәксем – Алһыу Кәлимуллина булышлыҡ итте. Ул бында оҙаҡ эшләмәһә лә, ойошторған һәр бер саралары ихласлыҡ менән үтеүе иҫемдә ҡалған. Инде хәҙер үҙем дә остазыма оҡшарға тырышам, – ти гимназияның урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Марина Марат ҡыҙы Солтанова.

Заман менән

бергә атлайҙар
Башланғыс синыфтарҙа белем биреү Эльконин-Давыдовтың үҫтереүсе уҡытыу системаһы буйынса алып барыла. Был эш тәжрибәһе балаларҙы үҙ аллы фекерләргә, эшләргә өйрәтә.

– Заман менән бергә атлайбыҙ. Биш йыл элек башланғыс синыфтарҙа мобиль синыфтар ойоштор­ҙоҡ. Башта һәр параллелдә берәр синыф ҡына булды. Ә һуңғы ике йылда бөтәһе лә мобиль синыфтар булып асылды. Балаларға ата-әсәләре ноутбук йәки планшет һатып ала. Улар дәрес барышында уҡытыусының компьютерына махсус программа буйынса тоташтырыла. ЯКласс, Учи.ру кеүек төрлө порталдарҙа ла эшләйбеҙ. Уҡытыусыға уҡыусыларҙың эштәрен күҙәтеп барыуы ла еңел.

Был нимәһе менән отошломо? Берҙән, ваҡыт күп талап ителмәй, икенсенән, эш компьютер менән бәйле булғас, балалар бик теләп шөғөлләнә. Ябай ғына мәсьәләне лә ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡаралар, – ти башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Динара Латипова.

Һөнәри конкурстарҙа ла һынатмайҙар. Гөлнара Хажиева, Эльмира Ғәзизова, Айгөл Кәлиева, Рузана Нуриева, Зөһрә Ҡазыхановалар «Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы», «Уҡытыусы-эҙләнеүсе», «Уҡытыу­сы-оҫта» бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Ә Наилә Байымова, Светлана Аҡбулатова, Гөлнара Сәлихова, Лилиә Кәлимуллина, Әлфиә Урманшиналар­ҙың уҡыусылары төрлө конкурстар­ҙа ҡатнашып, алдынғы урындар ала.


Әсәм теле – сәсән теле

Гимназияла туған телде һаҡлау, үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Был йәһәттән баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары менән бер рәттән бөтә коллектив үҙ өлөшөн индерә. Белем усағындағы барлыҡ саралар туған телдә үтә, социаль селтәр­ҙәрҙәге төркөмдәрҙә яңылыҡтар башҡорт телендә ҡуйыла.

Ә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Лилиә Бикбаева, Лариса Мортазина, Эльмира Хәсәновалар ижади ҡарашлы балаларҙы йыл дауамында төрлө конференция, конкурстарға ла йәлеп итә.

– Уҡыусыларыбыҙ йылдан-йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаларҙа күберәк ҡатнашып, төбәк-ара этапҡа тиклем барып етә. Быйылғыһы биге­рәк тә һөйөнөслө: дүртәүһе призёр булды. Быны беҙ гимназияның юбилейына бүләк тип ҡабул иттек, – ти башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Салауат ҡыҙы.

Ул төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған уҡыусыларҙы ла атап үтте. Бигерәк тә Кәрим Хөснуллин, Азалиә Латипова, Алмаз Таһиров, Йәдкәр Ҡунафин, Камила Сабирова, Ғәлиә Басирова, Айһылыу Баһаует­динова, Нәркәс Замалова, Сәлим Хөснуллин, Рөстәм Төхбәтов, Юлиә Хәлиловалар һәр ваҡыт уңыштарға өлгәшеп тора икән.

Ата-әсәләрҙең дә

яратҡан урыны

– Педагог-китапханасы булараҡ, 25 йыл ғүмеремде ошо эшкә бәйләгәнмен. Элекке китапхана менән сағыштырғанда, күп нәмә үҙгәрҙе. Хәҙер заманса биҙәлгән, матур, иркен бүлмәләр, компьютер, электрон каталогтарға эйә булдыҡ. 2019/2020 уҡыу йылында уҡыусылар өсөн «Библиошкола» hәм «АРТ-портал» ресурстарына тоташтыр­ҙыҡ. Унда балалар кәрәкле материалдарҙы йыл буйына ҡуллана ала. Мәғлүмәт үҙәге булдырыу өсөн беҙ «Аверс: китапхана» программаhын булдырҙыҡ. Инде хәҙер электрон каталогҡа күсеү бурысы тора, – ти гимназияның китапханасы-педагогы Разия Ғәйнуллина.

«Access» пилотлы проекты тормошҡа ашырыла

Ата-әсәләр талабы буйынса асыл­ған белем усағы тәүҙән үк башҡорт телен уҡытыу менән бергә инглиз телен дә тәрәнәйтеп өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Ошо йәһәттән сит телдәрҙе өйрәнеүгә һәр ваҡыт ҙур иғтибар бүленә. Ә 2004 йылдан алып Америка-башҡорт интерколледжы, АҠШ-тың Мәскәүҙәге илселеге, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында гимназия нигеҙендә «Access» пилотлы гуманитар белем биреү проекты ғәмәлгә ашырыла. Уның маҡсаты – аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән үҫмерҙәрҙе инглиз теленә бушлай өйрәтеү, шуның менән бергә лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү.

Уҡыу йылы тамамланғас, йәйгеһен инглиз теле лагеры ойошторола. Уның менән 30 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған, сит тел уҡытыу­сыларының методик берекмәһе етәксеһе Диана Закирова етәкселек итә. Был эшкә инглиз теле уҡытыу­сылары Гүзәл Моратова, Ирина Байгилдина, Әлфиә Илбуловалар ҙа көстәрен һала. Ҡыҙҙар, егеттәр бында өс аҙна буйына төрлө модулдәр аша уйын рәүешендә инглиз телен өйрәнә. Сит илдән саҡырылған ҡунаҡтар менән инглиз телендә аралашыу мөмкинлегенә лә эйә булалар.

«Access» проектына ярашлы, йыл һайын уҡыусылар өсөн ижади конкурстар ҙа уҙғарыла. Гимназия уҡыусыһы Лилиә Мостафина Flex халыҡ-ара бәйгеһендә еңеп, Америкала уҡып ҡайтҡан. 2018 йылда программаның иң әүҙем ҡатна­шыу­сылары – Булат Күсәрбаев менән Рөстәм Төхбәтов АҠШ-тың Мәскәүҙәге илсеһе Джон Хантсман­дың ҡулынан уңышлы тамамлау тураһында сертификаттар ала. 2019 йылда Әйшә Атнағолова менән Айназ Латипов «Йыһан лагеры» халыҡ-ара конкурсында көстәрен һынап, Техас штатындағы Хьюстон ҡалаһына ике аҙналыҡ сәфәр менән бүләкләнгән.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.

Сикһеҙ ғорурланам

Беҙҙең гимназиябыҙ – республикаға ғына түгел, Рәсәйгә лә күп күренекле шәхестәр биргән абруйлы белем усаҡтарының береһе. Ошонда уҡыуым менән сикһеҙ ғорурланам. Бында беҙ төрлө фәндәрҙе өйрәнеп кенә ҡалмайбыҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тыуған Башҡортостаныбыҙҙың тарихын тәрәнәйтеп өйрәнәбеҙ, туған телебеҙҙең серҙәренә төшөнәбеҙ. Милли рух менән һуғарылған саралар күңелебеҙҙе рухи яҡтан үҫтерергә ярҙам итә. Башҡорт яҙыусылары, шағирҙар менән осрашыуҙар онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдыра.

Батыр СОЛТАНОВ, V «А» синыфы уҡыусыһы.

Оло юбилейың менән!
Гимназиябыҙҙы тамамлаусылар араһында ниндәй генә күренекле һөнәр эйәләре юҡ! Улар башҡорт халҡының данын, белем уса­ғымдың абруйын күтәрә, исемен сит тарафтарға тарата. Беҙ, уҡыусылар, рәхәтләнеп үҙ телебеҙҙә аралашабыҙ, уҡыйбыҙ, үҫәбеҙ, төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Хатта ҙур сәхнәләрҙә башҡорт телен­дә сығыш яһарға мөмкинлегебеҙ бар. Был йәһәттән беҙ ныҡ бәхетлебеҙ.
Ғаиләбеҙҙә бөтәбеҙ ҙә баш­ҡорт телендә аралашабыҙ. Хал­ҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеп, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап, олоно ололап, кесене кесе итеп йәшәргә, тәрбиәле, әҙәпле, рухлы булып үҫергә тырышабыҙ. Рәхмәт һиңә, гимназиям! Оло юбилейың менән! Беҙ, киләсәк быуын, һинең исемеңә тап төшөрмәҫбеҙ!

Нәдир НАФИҠОВ, VII «В» синыфы уҡыусыһы.

Данлыҡлы гимназияла уҡыйым
Уҡыу йортом гүзәл Өфө ҡалаһының үҙәгендә өс ҡатлы бинала урынлашҡан. Бөтә бүлмәләребеҙ ҙә иркен һәм яҡты. Спорт залыбыҙ ҙа ҙур, беҙ унда төрлө күнекмәләргә йөрөйбөҙ. Тамашалар залында һәр ваҡыт төрлө саралар уҙғарылып тора. Яҡты һәм бөхтә ашханала уңған ашнаҡсы апайҙарыбыҙ көн дә йылы аш, тәмле һәм файҙалы бутҡа, салаттар менән һыйлай.
Беҙҙең белем усағыбыҙҙа тырыш һәм аҡыллы уҡыусылар белем ала. Улар ҡала һәм республика кимәлендә үткән олимпиада һәм конкурстарҙа һәр ваҡыт алдынғы урындар яулай.
Быйыл гимназиябыҙ үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Беҙгә белем биреүсе, фән тауҙарына әйҙәүсе данлыҡлы белем усағында уҡыуым менән сикһеҙ ғорурланам.

Ибраһим ИСТӘКОВ, II «Б» синыфы уҡыусыһы.

Фатима Мостафина китап уҡырға яратҡан
Мин дәүләт эшмәкәре Фатима Мостафина исемен йөрөткән гимназияла уҡыйым. Ул Баш­ҡортостандан ситтә – Һамар өлкәһендә тыуған. Бәләкәй сағынан китап уҡырға яратҡан. Был хаҡта миңә әсәйем һөйләне.
Фатима инәйгә Һамар яҡтарынан яҡташтары килеп йөрөгән. Ул күптәренә Баш­ҡорт­останда ҡалырға ярҙам иткән, белем алырға саҡырған. Фатима Мостафина үҙе уҡытыусы булған. Балалар дәрестәрен бик яратҡан.
Миңә гимназияла уҡыу оҡшай. Бында дуҫтарым күп. Мин ҡурай түңәрәгенә йөрөйөм. Беҙҙең гимназияла тағы ла шашка, шахмат, бейеү, информатика түңәрәктәре эшләй.

Азамат АБДУЛЛИН, III «В» синыфы уҡыусыһы.




Читайте нас: