+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
8 Апрель 2021, 08:00

«Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем...»

Бөгөн күренекле яҙыусы һәм журналист Барый НОҒОМАНОВҡа – 85 йәш! Уның «Мин игеҙәк яҙ менән» тигән шиғыры былай тип башланып китә:Яҙым! Яҙым!Йыл иңенә баҫып,Килереңде көтөп торамын,Һинең менән беҙ бит игеҙәктәр –Һин тыуғанда мин дә тыуғанмын.

Шул миҙгелдә ҡоштар ҡайта булыр,
Беҙҙең өсөн иң саф йыр алып.
Көндәребеҙ алда көлөп торор,
Ап аҡ монарҙарға уралып.
Мөлдөрәмә күҙле гөл-сәскәнең
Керпегенән нурҙар түгелер.
Ирендәрен асып, бөрөләр ҙә
Үбергә тип беҙгә үрелер.
Яҙым! Яҙым!
Беҙ бит – игеҙәктәр.
Тик йәш көйө һаман һин, туған!
Өҙөлөп өҙөлөп әллә көткәнгәме,
Сәстәремә минең сал ҡунған.
Киләһең дә, бик тиҙ китәһең шул,
Күңелемдә хистәр яндырып.
Етәкләшеп, мин дә китәйемме,
Барлыҡ эштәремде ҡалдырып!..
Китеүҙәрҙән көтөүҙәрем яҡшы,
Мин ризамын көтөп ҡалырға,
Ғүмер буйы хыял иткән яҙҙың
Иң яҡтыһын ҡаршы алырға.
Өмөттәрем әле – урғыр шишмә,
Килерһең бит сыуаҡ балҡытып...
Яҙым! Яҙым!
Игеҙәк булһаҡ та беҙ,
Һин – мәңгелек,
Ә мин – ваҡытлы.
Ғүмер юлым йыл йомғағын һүтә,
Оса миҙгел, оса ашҡынып.
Күңелемде тоташ биләп алған
Яҙҙарымдың ярһыу ташҡыны.
Барый Ноғоманов (Борис Миңлеғәлим улы Ноғоманов) 1936 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуған. 1979 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2004) һәм Фәтих Кәрим (2013) исемендәге премиялар лауреаты.
«Өйөрмәле йылдар» исемле китабының инеш өлөшөндә атаһы ҡушҡан рәсми исеме (Борис) нисек Барыйға әйләнгәнен былай тип аңлата:
«Хеҙмәттә саҡта ла күп кенә шиғырҙар яҙылды. Отбойҙан һуң, ҡараңғыла, ятҡан килеш, дәфтәргә төшөрәм шиғыр юлдарын. Шулай бер поэма ла яҙған булдым әле хатта. Яҙғандарымды Өфөгә ебәрәм. Бер көн ҡалын ғына конверт ята минең исемгә. Асһам, «Ленинсе» гәзите, күп кенә шиғырҙарымды урынлаштырған. Исемемде үҙгәрткәндәр (атай ҡушҡан һәм хәҙер ҙә паспортымда – Борис), Барыйға әйләндергәндәр. Хаты ла бар, уны Фәрит Иҫәнғолов ағай яҙған. «Башҡорт булғас, есемеңә исемең дә тура килһен инде, бынан ары Барый тип йөрөтөрһөң үҙеңде, юғиһә, керәшен малайымы ул, тип һорайҙар». Шулай итеп, мин, Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем».
Барый Ноғомановтың китаптары: «Йылбабай һәм сәғәттәр (1969), «Аҡ таңдарым (1978), «Йылбабайҙың дүрт ҡыҙы» (1980), «Етегән йондоҙ» (1982), «Йөрәгемдә ерем йәме» (1985), «Усаҡтар яна» (1986), «Минең яҙым» (1991), «Ҡыңғырауҙар» (1996), «Өйөрмәле елдәр» (1995), «Дәүер шандауҙары» (2001), «Йәшен тубы» (2006), «Һөйөнөстәрем-көйөнөстәрем» (2010), «Шиғриәт» (2016)
Шиғырҙар, поэмалар роман-эссе, повестар, очерктар, хәтернамәләр, ижади һүрәтләүҙәр, арнау шиғырҙар... Барый Ноғомановтың ижады киң, мауыҡтырғыс. «Шиғриәт» тигән китабында «Һуңғы хушлашыу» тигән шиғыры бар. Ундағы юлдар һәр кемебеҙҙе лә уйландырыр...
ҺУҢҒЫ ХУШЛАШЫУ
Бер иптәшем донъялыҡты ҡуйҙы,
Йөрәгемә ҡапыл ҡан һауҙы.
Был донъяла һис бер уйламайбыҙ
Иҫәндәргә ҡәҙер һаҡлауҙы.
Күп икән дә туған, яҡындары,
Дуҫ-иштәре. Килгән бары ла.
Күрешергә ваҡыт булмаһа ла,
Һуңғы хушлашыуға табыла.
Хәсрәттәре баштан ашҡан саҡта,
Ауыр мәлдә тормош юлдары –
Береһе лә ишек шаҡыманы
Һәм һуҙманы ярҙам ҡулдары
Тыуған көнөн хатта бер туғаны
Белмәне лә. Ҡотлау булманы.
Ә ул көтөр ине, килерҙәр, тип,
Үттеләр тик урап урамын.
Юҡ ҡәҙерҙәр. Иҫән ваҡытында,
Онотабыҙ дуҫты, туғанды.
Мәңге яңғыҙлыҡҡа китә кеше...
Әсенеп, мин шулай уйландым.
Читайте нас: