+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
16 Апрель 2021, 13:20

50 йыллыҡ юбилейын билдәләне

Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы 50 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләне. Асылған көндәренән алып ҡала балаларын башҡорт телендә уҡытыуҙы, инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуйған белем усағының байрам кисәһе «Торатау» конгресс-холында үтте.

Юбилей тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов гимназияның алтын юбилейы менән ҡотлап, республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡотлау сәләмен уҡып ишеттерҙе.
– Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы ысын мәғәнәһендә республика милли мәғарифының ғорурлығы ул. Уҡыу йорто илһөйәр шәхестәр тырышлығы менән асылған. Хәҙерге көндә гимназия милли мәғарифтың алдынғы методик үҙәктәренең береһе булып тора. Уны тамамлаған уҡыусылар бик күп өлкәләрҙә юғары уңыштарға ирешә, Башҡортостан данын күтәреүгә бик ҙур өлөш индерә.
Гимназияның талантлы уҡытыусылар коллективы ижади ҡарашлы булыуы, бай традицияларҙы һаҡлауы, яңы уҡытыу технологияларын уңышлы ҡулланыуҙары менән айырылып тора. Алты педагог «Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусыһы» исеменән лайыҡ булды. Уҡыу йорто фәнни ойошмалар, юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Гимназия ветерандарына, уҡытыусыларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, уңыштар, барлыҡ уҡыусыларға тик «бишле»ләр, ижадта һәм спортта еңеүҙәр теләйем, – тиелә ҡотлау хатында.
Азат Шамил улы педагогик коллективтың һөҙөмтәле эшләүен билдәләп, педагогтарға Хөкүмәт һәм ведомство наградаларын да тапшырҙы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Бикбаева, инглиз теле уҡытыусыһы Диана Закирова «Рәсәй Федерацияһы мәғарифы һәм тәрбиәһенең почётлы хеҙмәткәре» билдәһе менән бүләкләнде. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лариса Мортазина, технология уҡытыусыһы Гөлсөм Шафиҡова Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ булды. Инглиз теле уҡытыусыһы Гүзәл Моратоваға, математика уҡытыусыһы Менәүәрә Мәҡсүтоваға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы тапшырылды.
Алдынғы гимназияның башҡа уҡытыусылары ла Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала округының ҡала хакимиәте, баш ҡалабыҙҙың Совет районы хакимиәтенең маҡтаулы исемдәре, Почёт грамоталары, рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Байрам тантанаһында экрандан гимназия тормошонан фотоһүрәттәр күрһәтелеп, сара ҡотлау һүҙҙәре, йыр, бейеү, ҡурай моңдары менән үрелеп барҙы. Сәхнә түрен элекке сығарылыш синыф уҡыусылары, әле белем алыусыларҙың сығыштары ла биҙәне. Гимназия уҡытыусыларының «Йәнтөйәк» фольклор ансамбле сығышы ла күңелгә хуш килде. «Ант» төркөмө, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин, Башҡортостандың халыҡ артистары Роберт Юлдашев, Рөстәм Ғиззәтуллин, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры Илгиз Таһиров, шулай уҡ Артур Иҙелбаев, Айгөл Үтәгәнова һәм башҡа артистар, ижади төркөмдәр йырлы-моңло сәләмдәрен еткерҙе.
Читайте нас: