+1 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
18 Июнь 2021, 13:12

Геолог булып, алтын йәки баҡыр ятҡылығы табырға хыялланған

Иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты уҡытыусыһы, кроссвордтар төҙөү оҫтаһы, даими авторыбыҙ Илдар Миҙхәт улы ҒӘБИТОВтың исеме күптәрегеҙгә гәзит-журнал, радио-телевидение аша яҡшы таныш.

Уның көнүҙәк, уҡымлы мәҡәләләре, ҡыйыу сығыштары кешеләрҙе уйландырмай ҡалмай. Әйҙәгеҙ, булмаһа үҙе менән яҡындан танышып, бала саҡтағы күңел донъяһын байҡайыҡ әле.


– Илдар ағай, ҡайһы яҡтарҙа, ниндәй ғаиләлә тыуып үҫтегеҙ?

– Әбйәлил районының Белорет менән Бөрйәнгә яҡын урынлаш­ҡан иң төпкөл Буранғол ауылында донъяға килгәнмен. Минең бәхеткә, һәйбәт атай-әсәй тәрбиәһендә биш бала үҫтек. Улар беҙҙе бул­ғанына шөкөр итеп йәшәргә өйрәтте, кешенең бер рәхмәте мең бәләнән ҡотҡарыр, тип тәрбиәләне.

Атайым әллә мине нығыраҡ яраттымы икән, кеше алдында гел, өлкән улым министр буласаҡ, ти торғайны. Нишләп улай әйткәндер, бәлки, аҡыл кимәлемде һиҙгәндер ҙә инде. Улым, Илдар тигән мәғәнәле исемде һиңә беренсе булып ҡуштым, был исемгә тап төшөрмәҫкә тырыш, тип әйтә ине. Атайым үҙе тракторсы булып эшләне. Ябай һөнәр кешеһе булһа ла, һәр ваҡыт тирә-яғындағы донъяны яҡшыртырға тырышып йәшәне. Ауылға ҙур етәкселәр килгәндә лә ҡурҡмай, төрлө һорау­ҙар бирә торғайны. Шуларҙы күреп үҫкәс, ул миңә һәр саҡ өлгө ине.

Ошо Буранғол ауылындағы мәктәптә уҡыным. Ҡайҙалыр интернатҡа ебәрергә мөмкинлек бар ине, тик мин ризалашманым, үҙебеҙҙән бер ҡайҙа ла китмәйем, тинем. Төпкөл ауыл булһа ла, мәктәптә уҡытыусыларыбыҙ бик көслө ине. Һаман да ҡыуанып бөтә алмайым. Остаздарыбыҙ шундай булғас, һәйбәт белем дә алдым. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлемен. Ауыл­ға ҡайтҡан һайын мотлаҡ рәүештә мәктәпкә инеп, хәлдәрен белеп, уҡытыу­сылар менән аралашып йәшәйем. Тырыш­һаң, төпкөл ауылда ла аң кимәлеңде күтәрергә мөмкин, тип уйлайым.

– Ә мәктәптә уҡыған йылдарығыҙ нисегерәк хәтерҙә ҡалған?

– Башҡалар тәнәфес булды ниһә, урамға йүгереп сығып китә ине – уйнарғамы, тәмәке тартыр­ғамы, ә һин китапҡа текәлеп ултыра торғайның, тип хәтер­ләй дуҫтарым, синыфташтарым. Ә бер уҡытыусы, уҡыу менән шул тиклем мауыҡҡас, был бала, моғайын, ҙурайғас, кәләш тә алмаҫ, тип уйлаған.

Әсәйем ауылдың китапханасыһы булып эшләне. Уның һөйләүенсә декрет ялы бик аҙ ғына бирелгән. Шуға ул мине үҙе менән эшкә алып йөрөгән. Мин ҡамасауламаһын өсөн бишек һымаҡ фор­ма­ла китап шкафына һалып ҡуйып, йоҡлата торған булған. Шунда, бәлки, һиңә белем һеңгәндер, ти. Гел әсәйем эргәһендә йөрөп үҫкәс, шундағы иң ҡыҙыҡ китаптар беренсе сиратта миңә эләгә ине, ауыл китапханаһындағы бөтә йыйынтыҡтарҙы уҡып сыҡтым. Хатта татар телен­дәгеләр менән дә таныша торғайным. Мәктәп китапханаһы ла бай булды.

– Китап уҡырға яратҡас, яҡшы уҡыған­һығыҙҙыр әле?

– Һәйбәт уҡыһам да, аттестатымда ете «дүртле»м булды. Уҡытыусылар минең холоҡто яратмағандарҙыр, төртмә телле малай инем. Һәйбәт билдәләр алырға ынтылманым да. Иң мөһиме – белемең бул­һын, тип әйтә тор­ғайны атайым.

Беҙҙең заманда төпкөл ауылда алтын миҙал алып булмай, тигән ҡараш йәшәне. Шуғалыр ҙа ҡайһы бер билдәләрҙе кәметеп тә ҡуйғандарҙыр, тип уйлайым. Мәктәпте алтын миҙалға тамамламаһам да, ҡайһы берәүҙәр, алтын миҙалға бөттөң, ти. Шулай гел «бишле»гә генә уҡымаһам да, кеше өсөн алтын миҙаллы кеше мин.

– Яратҡан фәндәрегеҙ ниндәй ине?

– Математика, география, химия, физика, биология оҡшаны, урыҫ телен бик яратып өйрәндем.

– Уҡыусы саҡта кем булырға хыяллана торғайнығыҙ?

– Миңә, ауыл малайына, геолог булһам, етәлер, тип уйланым. Сөнки беҙҙең Әб­йәлил яҡтарында элек-электән алтын йыу­ғандар, Урал тауҙарының тәбиғәт байлыҡтары күп булған. Кешеләр район үҙәгенә барыр өсөн Ҡырҡ­ты тигән тау аша алама юлдарҙан йөрөй ине. Автобустар юҡ. Әгәр ҙә геолог булып, һәйбәт кенә алтын йәки баҡыр ятҡылығы тап­һам, бәлки, беҙҙең яҡҡа инвес­тициялар килер, юлдар төҙөрҙәр, тип хыяллана торғайным.

– Геолог булырға теләгән ерҙән нисегерәк иҡтисадсы юлынан киттегеҙ һуң?

– Һис уйламағанда. Геологтарҙы география факультетында әҙерләй­ҙәрҙер, тип, мәктәпте тамамлағас, синыфташым менән шунда барырға булдыҡ. Районыбыҙҙың мәғариф бүлегендә ике туған апайым эшләй ине. Ул: «Беҙҙә педагогия университетының география факультетына егеттәргә йүнәлтмә бирәләр, унда һин конкурсһыҙ үтеп китә алаһың», – тигәйне. Мин үҙ һүҙле кеше бит инде. Йүнәлтмә биреп ебәрһә лә, нишләп миңә уҡытыусы булырға, тинем дә документтарымды Башҡорт дәүләт университетына тапшыр­ҙым. Дүрт имтихан ине: өсәү­һен – «бишле»гә, берәүһен «дүртле»гә бир­ҙем. Унан синыфташым менән икәүләп ауылға ҡайтып киттек. Әңгәмәләшеү ҙә була икәнен белмәгәнмен. Ҡайтып, бесән эшләп йөрөп ятһам, Өфөгә тиҙ генә килеп етегеҙ, тип телеграмма килеп төштө. Ҡалаға барып етһәм, деканатта, нишләп әңгәмәләшеү үтмәйенсә ҡайтып киттең, тиҙәр. Мин белмәнем, тип яуапланым. «Бына шундай тәҡдимебеҙ бар. Беҙҙең Башҡорт­останда иҡтисадсылар етешмәй, шул уҡ имтихандар менән Дондағы Ростов­ҡа уҡырға инеп, республика өсөн кәрәкле белгес була алаһың. Ата-әсәң менән һөйләш тә, ҡайтып етеп, иртәгә телеграмма һуғыр­һың», – тинеләр.

Поезға ултырып ҡайтып барам, иртәгә – йәкшәмбе, ауылда почта эшләмәй бит инде. Магнитҡа килеп төштөм дә, ризамын, тип үҙем телеграмма һуғып ебәрҙем. Унан ҡайтып еткәс кенә атай-әсәйгә әйттем. Тәү­ҙә аптырап ҡалһалар ҙа, аҙаҡ риза булдылар.

– Инде хәҙер һеҙ – иҡтисад фәндәре кандидаты, юғары уҡыу йортонда студенттарға дәрестәр бирәһегеҙ. Ошо йүнәлештә һөнәр һайларға теләгән уҡыу­сыларға ниндәй кә­ңәш бирер инегеҙ?

– Хәҙерге заман– үҙгәрештәр осоро. Шуға һәр балаға төплө белем алырға, мәк­тәп программа­һын яҡшылап үҙләштерергә тырышыр кәрәк. Мәҫәлән, математиканы өйрәнеү кешенең фекерләү ҡеүәһен үҙгәртә, һин икенсе төрлө уйлай баш­лай­һың, логикаң да үҫешә. Йәш кешенең мейеһе бөтә нәмәне тиҙ һеңдереп бара, шуға ла барлыҡ фәндәрҙе лә яҡшылап уҡығыҙ. Бер ҡасан да оятҡа ҡалмаҫһығыҙ. Мәҫәлән, миңә донъя­лағы төрлө кешеләр менән аралашырға тура килде, белем кимәлем уларҙан үҙемде кәм итеп тойорға ирек бирмәне.

Минеңсә, һәр уҡыусыға үҙеңде сикләргә ярамай. Иҡтисадсы булам да кәрәкле фәндәрҙе генә өйрәнәм тиһәң, донъялар үҙгәреп кенә тора, ә, бәлки, китер ҙә икенсе һөнәр һайларға тура килер. Белемең төплө булһа, философ, математик менән дә тиң һөйләшә алаһың. Халыҡта ла юҡҡа ғына: «Көслө – берҙе, белемле меңде йығыр», – тимәгәндәр бит.

– Күптәр һеҙҙе кроссворд төҙөү оҫтаһы булараҡ яҡшы белә. Быны яратҡан шөғөлөгөҙ тип тә һанарға була. Кроссворд эшләүгә ҡасан тотондоғоҙ?

– Мәктәп йылдарында уҡ кроссвордтар сисергә яраттым. Ул замандарҙа башват­ҡыстар гәзит-журналдарҙа бик һирәк кенә сыға торғайны. Мин иң тәүҙә шулар­ҙы сисә инем. Һирәк-мирәк башҡортсалары ла булды. Уларҙа гел бер төрлө һүҙҙәр ҡабатланыуына иғтибар итә килдем. Мәҫәлән, «Балатон» тигән һүҙ иҫтә ҡалған. Венгриялағы күл. Ошо һүҙ йыш йөрөй торғайны. Шул хәтлем беҙҙең телебеҙ ярлымы икән, тип аптырай торғайным. Саҡ ҡына ҙурайып, кроссвордтарҙы тулыһынса сисә башлағас, ҡыҙыҡ булмай башланы. Инде икенсе этапҡа күсеп, үҙем төҙөй башланым. Кеше автоматик рәүештә шулай итә икән. Рәсәйҙәге халыҡтар араһында кроссвордтарҙы үҙ телендә төҙөй белгәндәр юҡ кимәлендә. Урыҫтарҙыҡы бар. Был беҙҙең тел байлығыбыҙ, хал­ҡыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең үҫеш кимәлен күрһәтә.

Матбуғат баҫмаларында донъя күргән кроссвордтарым тиражды һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә булышлыҡ итәлер, тип уйлайым. Ҡыҙыҡһынған кеше тәүҙә көләмәстәр, шунан башватҡыстарҙы асып ҡарай. Яңы һүҙҙәр, яңы мәғлүмәттәрҙән һуң артабан башҡа материалдарҙы уҡый башлай.

Тағы шуны ла әйтеп китмәй булмай, ғалимдар тикшереүенсә, кроссворд сисеү башты эшләтеүгә булышлыҡ итә, мейене үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта, Альцгеймер кеүек ауырыуҙарҙан арындыра. Беҙҙең баш­ҡорт телен һаҡлауҙа, үҫтереүҙә лә ул ҙур роль уйнай, тип иҫәпләйем.

– Ә туған телде өйрәнеүгә ҡарашығыҙ нисек? Үҙегеҙҙең балаларығыҙ башҡорт телен яҡшы беләме?

– Әлбиттә, һәр кеше үҙ туған телен белергә тейеш. Дондағы Ростовта уҡыған саҡта Башҡорт­остандан 10 – 15-ләп кеше булдыҡ. Күптәр башҡорт мәктәптәрендә уҡыһалар ҙа, урыҫса ғына һөйләшергә маташты. Нишләп башҡортса һөйләшмәйһегеҙ, тип улар менән көрәш алып бара тор­ғайным. Башҡортса аралашҡан, һөйләшкән кешеләр ни тиклем күберәк булһа, беҙҙең тел дә һәйбәтерәк үҫешер ине.

Балаларыбыҙға килгәндә, хәләл ефетем Дилара менән туған телебеҙгә һөйөү уята алдыҡ. Ҡалала йәшәһәк тә, улар башҡорт телен һәйбәт белә, яҡшы аралаша, Аллаға шөкөр.

– Гәзит уҡыусы йәш дуҫтарыбыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?

– Белемгә ынтылығыҙ. Уҡыусы бала өсөн белемдән дә һәйбәт нәмә юҡ. Бөтә нәмәне миңә белем һәм ата-әсә тәрбиәһе бирҙе. Мотлаҡ ғәзиз кешеләрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, уларҙан башҡа беҙгә яҡшылыҡ теләгән бер кем дә юҡ. Атай-әсәй донъялағы иң изге кешеләр икәнен хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.

– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Илдар ағай. «Йәншишмә» гәзите исеменән һеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ, ҡоростай сәләмәтлек, хәләл ефетегеҙ менән балаларығыҙҙың изгелеген күреп, уларға терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ ҡыуанып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.


Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА һөйләште.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: