+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Июль 2021, 11:26

Ноғман Мусиндың юбилейына арнала

Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры Ноғман Мусиндың юбилейын билдәләү тураһында Указға ҡул ҡуйғайны. Быйыл ошо уңайҙан байрам саралары ойоштороласаҡ. Мәжит Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында 16 июлдә үтәсәк «Тәбиғәт һаҡсыһы» тигән "түңәрәк өҫтәл-лекция" ла әҙиптең 90 йәшлек йәшенә арналасаҡ.  

Ноғман Мусиндың юбилейына арнала
Ноғман Мусиндың юбилейына арнала

Ноғман Мусин – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, уға ғына хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың  ынтылышлы эшмәкәрлеге менән  органик   бәйләнештә биреүгә өлгәшә. Уның хикәйәләрен, «Зөһрә», «Төпкөлдән төшкән килен», «Аҡ юл һиңә!» кеүек повестарын, «Өҙәрем юл кешеләре», «Һайлап алған яҙмыш»,    «Мәңгелек урман», «Зәңгәртауҙа – аҡ болан» романдарын күптәр яратып уҡый. Яҙыусы ижады замана үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.

Әлеге "түңәрәк өҫтәл-лекция" 16 июлдә көндөҙгө сәғәт 3-тә башланасаҡ. Үткәреү адресы: Өфө ҡалаһы, Гоголь урамы, 28/1. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 272-65-65.

                       

Фото: https://vk.com/kulturarb.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: