+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Август 2021, 08:30

Үҙебеҙҙең Зөһрә апайыбыҙ бит!

Бөгөн гәзитебеҙҙең хөрмәтле ветераны, 40 йылдан ашыу ғүмерен балалар һәм үҫмер­ҙәр матбуғатына бағышлаған билдәле журналист, танылған шағирә, Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәғариф алдынғыһы, Баязит Бикбай, Рәми Ғарипов, Шәһит Хоҙайбир­ҙин исемендәге премиялар лауреаты Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы Ҡотлогилдина 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Һәр ваҡыт эҙләнеүсән, тынғыһыҙ, яңы уй-фекерҙәргә бай булған апайыбыҙ әле лә «Йәншишмә»не йөкмәткеле итеп сығарыуҙа үҙ өлөшөн индерә, кәңәштәрен йәлләмәй. Беҙ уны яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Юбилярыбыҙҙы күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлап, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡындарының ҡәҙер хөрмәтендә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, оҙаҡ йәшәүен, ижад ҡанаттарының талмауын теләйбеҙ.

"ЙӘНШИШМӘ"ләр.

.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: