+20 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
22 Август 2021, 09:05

Яҡты ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерҙәрен бел генә

Шағир Радик ХӘКИМЙӘНГӘ - 80 йәш

Яҡты ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерҙәрен бел генә
Яҡты ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерҙәрен бел генә

Күренекле шағир Радик Закирйән улы Хәкимйәнов – Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылынан. Уның 15 шиғри йыйынтығы донъя күргән, 800-ҙән артыҡ шиғырына Башҡортостан һәм Татарстан композиторҙары көй яҙған. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, Ҡыйғы районының почётлы гражданы, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лә лайыҡ булған.
Радик Закирйән улы 25 августа 80 йәшлек юбилейын билдәләйәсәк. Әйҙәгеҙ, ошо уңайҙан уның шиғри күстәнәстәренән «ауыҙ» итәйек.

Аҡты ҡарайтыуы еңел

Аҡты ҡарайтыуы еңел,
Ҡабат ағартыу ҡыйын,
Үҙәктәрҙе өҙөп үтә
Боҙло-ямғырлы ҡойон.

Донъя мәңгелек булһа ла,
Ғүмер бер миҙгел генә.
Яҡты ҡояшлы көндәрҙең
Ҡәҙерҙәрен бел генә.

Аҡты ҡарайтыуы еңел,
Ҡабат ағартыу ҡыйын.
Дәртле йәштәрҙе маҡта ла
Аҡһаҡалдарға һыйын.

Ҡарағайҙар

Теҙелешеп ултырғандар
Йәм-йәшел ҡарағайҙар,
Ғорур баҫып йәшәй улар,
Яҙмышҡа зарланмайҙар.
Улар өсөн көҙҙәр ҙә юҡ,
Ҡар-буранлы ҡыштар ҙа.
Ҡарағайҙар йылы төйәк
Ҡышҡа ҡалған ҡоштарға.

Тәбиғәттең телен аңла ғына

Тәбиғәттең телен аңла ғына:
Урмандар бит мең төр тауышлы,
Ҡошҡайҙарым күпме моңдар һуҙа:
Берсә яҡты, берсә һағышлы.

Тәбиғәттең телен аңла ғына:
Ғорур тауҙар ҡайсаҡ һөйләшә,
Шишмәләрҙең наҙлы моңон тыңлап,
Күңелкәйем хатта көнләшә.

Тәбиғәттең телен аңла ғына;
Сәскәләрҙә күпме нур яна,
Елдәргә бит бар серҙәрен һөйләп,
Бағаларҙыр улар донъяға.

Тәбиғәттең телен аңла ғына:
Сайҡалғанда алтын башаҡтар,
Кәбән ҡойғас, оло ҡыуаныстан
Ҡанатланып осҡан шат саҡтар.

...Тәбиғәттең мең-мең тылсымдарын
Саҡ-саҡ ҡына асһа күңелем,
Йырҙарыма күсһә ҡояш нуры –
Юҡҡа үтмәҫ минең ғүмерем.

Балалар яҙырға өйрәнә

Балалар яҙырға өйрәнә
«Атайым», «әсәйем» һүҙҙәрен.
Хәрефтәр сафтарға теҙелә,
Сабыйҙар шат тоя үҙҙәрен.

Балалар яҙырға өйрәнә,
Аҡ нурҙар сәселә хәрефтән.
Балҡы гел, көл, ҡояш, яҡтыраҡ,
Аралап донъяны хәүефтән.


Балалар яҙырға өйрәнә,
Ҡарағыҙ, нисек һуң тырышып.
Көн һайын яңы һүҙ өҫтәлә:
«Туғанлыҡ», «Азатлыҡ», «Тыныслыҡ».

Серле шишмә - Ҡорғаҙаҡ

Тау-таштарҙы яра-яра,
Ҡорғаҙаҡ урғып сыға.
Көмөш һыуҙың тылсымынан
Тирә-яҡ нурға сума.

Сихри шишмә, серле шишмә,
Һоҡланып бағам оҙаҡ.
Ҡөҙрәтле лә, сихәтле лә –
Эй, Ҡорғаҙаҡ, Ҡорғаҙаҡ!

Ҡышҡы һалҡындарҙа туңмай,
Ҡорғаҙаҡ ярһып аға.
Ут йөрәкле мөғжизә, тип
Юҡҡа әйтмәйҙәр уға.

Күл һәм күңел

Көҙгө кеүек күлдең өҫтө,
Һис тауыш юҡ, тын һауа.
Бөҙрә талдар һыу инәләр,
Болоттар ҡолас һала.

Был матурлыҡ кешеләргә
Һоҡландырғыс наҙ ғына.
Улар ҙа эҙһеҙ юғала,
Елдәр иҫһә әҙ генә.

Теткеләнгән киң ғаләмдән
Нурҙар китә түгелеп.
Ҡайсаҡ болот ҡаплаһа ла,
Тынмаһын был күңелем!

Көҙгө урманда

Аҡ ҡайындар һары күлдәк кейгән,
Ҡыҙыл яулыҡ болғай уҫаҡтар,
Миләштәргә ут ҡабынғанмы ни,
Дөрләп яна, гүйә, усаҡтар.

Был имәндәр ҡыйыу егеттәрме,
Ғорур баҫып тора тын ғына.
Ҡаңғылдашып, ана, ҡоштар китә,
Йөрәктәрҙә ҡала моң ғына.

Япраҡтарҙы ҡыштыр-ҡыштыр итеп,
Еләҫ елдәр йөрөй сәс тарап.
Ғүмер үтә, күптәр килә-китә,
Үткәндәргә торам мин ҡарап.
Был алтын көҙ – ниндәй моңһоу
миҙгел,
Унда күпме наҙ һәм һағыш бар,
Тәбиғәттең мең-мең төҫө булып
Сағылып та үтә яҙмыштар.
Булһа ла бит көнөм-күгем имен,
Булһа ла бит алсаҡ йөҙҙәрем,
Япраҡ кеүек шаулап ҡойола йылдар,
Шуғалыр ҙа моңһоу көҙҙәрем.

Бер булһа ла күр

Ҡыйғыларҙы «ҡый» тиҙәр бит,
Алдан белеп тор, тиҙәр.
Эшкә уңған, егәрлеләр,
Ҡыйыу, ғорур, йор, тиҙәр.

Беҙҙең яҡтарға – Ҡыйғыға
Бер йылмайып кил, тиҙәр.
Күрешкәндә саф күңелдән
Ҡуш ҡулыңды бир, тиҙәр.
Гел «ҡый» ҡушып һөйләшкәнгә
Яҡташтарҙы, «ҡый», тиҙәр.
Юҡҡа-барға ауыҙ асһаң,
Телдәреңде тый, тиҙәр.
Төйәгемде – Ҡыйғы яғын
Мөғжизәле ер, тиҙәр.
Урман, тауҙар, шишмәләрен,
Уның аҫыл кешеләрен
Бер булһа ла күр, тиҙәр...

Яҡты ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерҙәрен бел генә
Яҡты ҡояшлы көндәрҙең ҡәҙерҙәрен бел генә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: