+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Сентябрь 2021, 14:00

Дала улы

Башҡортостандың халыҡ шағиры,Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияћы лауреаты Ҡәҙим АРАЛБАЙҒА – 80 йәш

Дала улы
Дала улы

Ауыл малайҙары шау-гөр килеп ҡалҡыу урында йыуа, әтмәкәй эҙләй
– Мин күберәк таптым!
– Ә мин оҫҡон йыям!
– Минме, мин... – Ҡап-ҡара булып яҙғы ҡояшҡа янған малай ҡапыл туҡтап, иҫе китеп тирә-яҡҡа ҡараш ташлай: осо-ҡырыйы күренмәгән дала күҙ яуын алып торған һары, күк, аҡ сәскәләр менән ҡапланған. Бала күңелен иҫ китмәле моң, аһәң солғап ала, ни өсөн дә бында килгәнен дә онотоп, үҙе лә һиҙмәҫтән йырлап ебәрә:
«Далала күп сәскәләр,
Иҫерткес наҙ, тылсымлы нур сәсәләр...»
– Ҡәҙим, һин нимә көйләйһең унда?! – тигән ауылдаш малайҙарҙың тауышына ул ҡоласын йәйеп алға йүгерә . Уның ошо хозур донъяны ҡосаһы, бар гүзәллекте күңелендә мәңгегә һаҡлап ҡалдырғыһы килә.
– Сәңгелдәгем бәйләнгән үр – һары тал,
Сәңгелдәгем бәүелгән ер – далалыр...
Бөгөн шундай күңелле! Гел йырлағы килеп кенә тора, нилектән икән был?  Ә-ә-ә, иҫенә төштө, бөгөн бит уларҙың өйөнә Аҡҡош әбей киләсәк, үҙенең моңло тауышы менән барыһын арбап төрлө бәйеттәрен көйләп һөйләйәсәк. Ул килһә, бар ауылда оло байрам: уны барлы-юҡлы ризыҡтарын әҙерләп ҡунаҡҡа саҡыралар, олоһо-кесеһе йыйылып, сәсәниә сығарған бәйеттәрен тыңлайҙар...
Хәйбулла районы Таңатар ауылында Фәрхиямал Рәхмәтулла ҡыҙы һәм Әбделғәлим Мәрҙағәле улы ғаиләһендә алтынсы бала булып яҡты донъяға килгән Ҡәҙим исемле малай. Атаһы 1941 йылда уҡ фронтҡа алынып һәләк була. Һуғыш афәтенең әсе һурпаһын бәләкәйҙән татып үҫә ул, үҙе бик отҡор, тырыш бала була.
Алты йәше тулыр-тулмаҫтан апаһы Хафиза дәрес әҙерләгәндә уға эйәреп уҡырға өйрәнә. Сәсәнлеге менән дан алған ауыл ҡарттарының риүәйәттәрен, ҡобайыр­ҙарын тыңларға ярата малай, ҡайһы берҙәрен ятлап та ала.
«Уралымдың бында сал тарихы
Аға йылға булып, йыр булып…»
Ете йәшенән мәктәпкә уҡырға саҡыралар, тик өҫ-баш кейеме булмағанлыҡтан, һигеҙе тулғас ҡына бара. Шуға күрә синыфта башҡа балаларҙан айырмалы рәүештә күп нәмәне алдан әйтеп тора. Уҡытыусы берәй эш менән китһә, үҙе урынына Ҡәҙимде уҡытыусы итеп ҡалдыра. Гел «бишле» билдәләренә генә дүртенсе синыфты тамамлағас, күрше Иләс ете йыллыҡ мәктәбендә уҡый.
Бер мәл бар халыҡты шаҡ ҡатырып, ауыл мәсетенең манараһын трактор менән тарттырып ауҙаралар ҙа клуб яһайҙар. Их, йәл!.. Ҡәҙим тиҫтерҙәре менән йыш ҡына ошо мәсеттең текә баҫҡыстары буйлап манараһына менеп, тирә-яҡты күҙәтергә ярата: ана тора Турат-тау, Турат йылғаһы бөгөлөп-бөгөлөп аға, Ҡайынҡабаҡ ҡайындары, күрше ауылдар: Ҡарһыу, Аҡъяр, Мәмбәт, Ҡалтай, Таналыҡ буйына һыйынған тыуған ауылы Таңатар... Бейектән икһеҙ-сикһеҙ даланың ҡылғандары әкрен генә иҫкән елгә тулҡын-тулҡын булып, диңгеҙҙәй сай­ҡалғанына һоҡланып ҡарай ине ул.
Яҡшы уҡыған егет эш менән ҡайнай: ул әле мәктәп гәзитен сығара, әле комсомол бурыстары менән мәшғүл, әле синыф менән колхозға уңыш йыйырға ярҙам итәләр – ҡул ҡаушырып ултырырға һис ваҡыт юҡ.
Ете синыфтан һуң Аҡьяр урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. Бында уҡыу тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ: әҙәби түңәрәктә шөғөлләнеү, бигерәк тә һабаҡташ дуҫы Ҡадир Әлибаев менән тырышып шиғриәт серҙәрен өйрәнеү, яратҡан шағирҙарҙың әҫәрҙәрен яттан һөйләү, шахмат ярыштары, хорға йөрөү, төрлө концерттар менән сығыш яһау...
Эстем тәмләп ер-һыуымдың нур-һутын,
Күсте йәнгә ил-халҡымдың рух уты,
Ҡөҙрәт алдым әсәм ҡойған аҡ ҡоттан,
Ҡаурый таптым йырым өсөн аҡ ҡоштан...
Мәктәпте гел яҡшы билдәләр менән тамамлаһа ла, уҡыуҙы дауам итеү тураһында уй Ҡәҙимдең башына ла килмәй, сөнки өлкән апайҙары барыһы ла тормошта, бер ағаһы үҙ ғаиләһе менән айырым йәшәй, уртансы ағаһы әрме хеҙмәтендә, әсәһен яңғыҙ ҡалдырғыһы килмәй, колхоз эшенә сума ул. Бесәнен дә саба, ырҙын табағында моторист та була, комбайнда ла, тракторҙа ла йөрөй, мал да ҡарай... Ниһайәт, уны Хәйбулла район хәрби комиссариаты Ырымбур өлкәһенә автомәктәпкә уҡырға ебәрә, шофёр булыу хыялы тормошҡа аша егеттең. 1960 йылда йәй буйы йөк машинаһында эшләй.
Әрме сафына алынып, өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Бөрйән, Баймаҡ райондарында балалар уҡыта, СССР Фәндәр Академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала «Башҡорт фольклористикаһы» буйынса махсус шөғөлләнә, бер юлы «Ағиҙел» журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр булып та эшләй.
Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡаурый ҡәләмен ҡулынан төшөрмәй, шиғырҙар, егерменән ашыу поэмалар, робағиҙар, ҡобайырҙар ижад итә, балалар өсөн «Тау эйәһе» хикәйәтен яҙа, тәржемә менән дә шөғөлләнә, йәштәрҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу өсөн дә күп көс һала:
Һеҙгә бағлап китап асам, эй, сабыйҙар,
Урап-урап килә икән заманалар,
Был тормоштоң аманатын, ауырлығын
Һеҙҙең иңгә бер һалмаһа, бер һалырҙар...
1977 – 1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы сәркәтип вазифаһында эште алып бара ул. Әҙәбиәт ҡаҙанында ҡайнай йәш шағир, яҙыу­сылар Әсхәт Мирзаһитов, Рафаэль Сафин, Рәшит Солтангәрәев, Рәшит Шәкүр, Назар Нәжми, Мостай Кәрим, Ғилемдар Рамазановтар менән бергә шиғриәт кисәләре, райондарҙа ауыл халҡы менән осрашыу, сит ил делегацияларын ҡаршы алыу, сит тарафтарға әҙәби-ижади командировкаларға сығыу – былар барыһы ла уның күңелен байыта, яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеүгә дәртләндерә. Яҙыу­сылар Союзында арыу-талыу белмәй, ең һыҙғанып эшләй. Нәҡ шул йылдарҙа «Алтай моңдары», «Алатау шаңдауы», «Янғантау таңдары», «Ҡырҡтытау ыҙғары» кеүек шиғри шәлкемдәре ижад ителә.
1993 йылда Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә эшкә күсә: башта – баш мөхәррир, аҙаҡ директор була.
Миңә Ҡәҙим Әбделғәлим улы менән яҙыусылар берлегендә бергә эшләү, әҙәби командировкаларға йөрөү, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, мәҙәниәт йорттарында сығыш яһау бәхете тейҙе. Ул башҡаларға ла, үҙенә ҡарата ла шул тиклем талапсан булды, эшкә бер ҡасан да һуңламаны, һәр саҡ ыҫпай кейенеп йөрөнө. Тәмәке тарт­ҡанын йәки һыра-араҡы ауыҙына алғанын бер ваҡытта ла күргәнем булманы. Шиғырҙы бөтә күңеле менән бирелеп уҡый, хатта сәхнә түренән бына-бына ҡанатланып осор ҙа күккә ашыр кеүек тойола, тауышы хисле, шиғриәте менән ҡаршыһында ултырған тамашасыларҙы ғына түгел, бөтә йыһанды арбағандай ине. Дала малайы, дала егете, дала шағиры, даланың арҙаҡлы сәсәне, беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең ғорурлығы, республикабыҙҙың күрке...
Бер мәл Туймазы ҡалаһында шиғриәт байрамы алдынан беҙҙе экскурсияға яңы ремонт яһалып бөткән филармония залына алып килделәр. Ҡәҙим ағай дәртләнеп китеп сәхнәгә менде лә матур итеп йырлап ебәрҙе – көслө, моңло, заңлы тауышы барыһын тетрәндерҙе, хатта филармония етәкселәре үҙен буласаҡ конкурста ҡатнашырға өндәй башламаһынмы! Ҡәҙим ағайҙың был сығышы беҙгә яңы идея бирҙе. «Шундай талантты бер кемгә белдермәй йәшереп тотоу – үҙе бер гонаһ, әйҙәгеҙ, Республика көнөнә «Бер ҡанатым – шиғыр, бер ҡанатым – моңло йыр» байрамы уҙғарайыҡ...» – тием. Шулай эшләнек тә! Ҡәҙим ағайҙы шиғыр уҡып, «Ҡаһым түрә»не йырлағандан һуң бик оҙаҡ алҡышлап, сәхнә түренән ебәрмәй торҙолар. Үҙе шундай талант эйәһе булараҡ, ул ҡыҙҙары Айгөл менән Ләйләне әҙәбиәткә, сәнғәткә бала саҡтан ылыҡтырып тәрбиәләгән, музейҙарға, әҙәби кисәләргә йөрөткән, шиғырҙар уҡыған. Шуға улар икеһе лә сәнғәт юлын һайлаған, ейәне – бейеүсе, ейәнсәре – музыка белгесе, йырсы…
Шағир яҙмышы – туҡтауһыҙ яңырыу, туҡтауһыҙ үҙгәреш, тиҙәр. «Аҡ тирмә» поэмаһындағы уй-кисерештәрҙең тормошсанлығы һәм шағир фекеренең ҡыйыулығы айырыуса көнүҙәк. «Сапҡын», «Батыр яраһы» кеүек поэмалар ижад иткән Ҡәҙим Аралбай «Аҡ тирмә»лә яңы бейеклеккә күтәрелде һәм жанрҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерҙе...
«Башҡортостан– аҡ тирмәләр иле,
Бар Ватанға тора күренеп,
Яҡты моңға, наҙ-һағышҡа тулы
Аҡ тирмәле халҡым күңеле»,
– тип күтәреңке рухта, тантаналы башланған әҫәргә бик тиҙ хәүефле уйҙар килеп инә: «Тыуған ауыл! Инде һинең исемең паспортымда ҡалды йәшәргә», – тип әсенеп уйлана шағир. Тыныс заманда Ер йөҙөнән юҡ ителгән бер Таңатар миҫалында шундай уҡ йөҙәр ауылдарҙың яҙмышы, милләттең киләсәге өсөн оло ҡурҡынысҡа әйләнгән фажиғә күҙ алдына баҫа. Алыҫтан һағынып ҡайтҡан шағир ауылы урынына килгәндә йәшенле-дауыллы ямғыр аҫтында ҡала. «Буп-буш ҡалған ауыл урамында торам – хас та йәшен үткәргес!» – ти ул. Шағир был әҫәрен тормоштағы хәүефле хәлдәрҙе ошо йәшен үткәргес кеүек үҙ йөрәге аша үткәреп ижад иткән.
Ҡәҙим Аралбай әҫәрҙәрендә уның шиғриәтенә дәрт, илһам, йән-кисерештәренә моң биргән, шишмәләргә һут биргән тыуған төйәге – икһеҙ-сикһеҙ башҡорт далаһы йылдың төрлө миҙгелендә лә гүзәл булып ҡала:
Ямғырҙан һуң киске далала
Әсе әрем еҫе тарала.
Шундай рәхәт дала ҡосағы,
Гүйә, әсәм яҡҡан усағын...
* * *
Ҡышҡы далала ҡояшлы буран:
Үҙе ебеткәк, үҙе һепертмә,
Үҙе йәбешкәк, үҙе борҡота,
Үҙе ҡояшлы, үҙе болотло,
Ҡояшлы буран, ҡояшлы буран...
* * *
Тыуған яғым, тим дә күккә бағам,
Шәфҡәт һорап ергә тәңремдән.
Ҡаҡ даламда ямғыр бейегәндәй,
Ерем моңо тулай йәнемдә...
Һеҙгә, балалар, уҡыусылар, әҙәбиәтебеҙҙең оло аҡһаҡалы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреатының васыяты ла бар икән, баҡһаң:
Шулай ҙа бар үтенесем
Килер быуат улына:
Өйөнә кис ҡайтҡас, алһын
Китабымды ҡулына.
Белер ул кем икәнемде
Уҡып шиғырҙарымды,
Бәлки, үҙ итер йәненә
Минең йөрәк зарымды.
Кемлегемде әйтһен ине
Һорағанда балаһы:
«Ҡәҙим бабай йырҙарында
Данлаған, тип, далаһын...»
Ә мин барлыҡ әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән юбиляр­ҙың үҙенең шиғри юлдарын файҙаланып, шундай теләктәр әйтер инем:
Һикһәнеңдә һикереп атҡа мен дә
Туҡһаныңда бейе туҡылдатып.
Йөҙ йәшеңдә йөҙ ҙә хис даръяңда,
Бәпестәреңде һөй тупылдатып!
Беҙ, замандаштарығыҙ һәм киләсәк быуын, яңынан яңы әҫәрҙәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, Ҡәҙим ағай!

Фәрзәнә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: