+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Октябрь 2021, 13:10

Юбилейға арналған күргәҙмә

Баш ҡалабыҙҙағы Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы 1961 йылда халыҡ мәғарифы министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мос­тафина башланғысы менән асыла. 1

Юбилейға арналған күргәҙмә
Юбилейға арналған күргәҙмә

1965 йылда БАССР Министрҙар Советы ҡарары буйынса урта һынлы сәнғәт мәктәп-интернаты тип үҙгәртелә. Ә 1994 йылда башҡорт һынлы сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Ҡасим Дәүләткилдеев исеме бирелә. Быйыл интернат-гимназияның асылыуына 60 йыл тулды. Ошо уңайҙан Өфө һынлы сәнғәт галереяһында белем усағының юбилейына арналған күргәҙмә эшләй башланы.
– Бында беҙҙең белем усағын тамамлаған сығарылыш синыф уҡыусыларының, быға тиклем һәм әлеге көндә эшләгән уҡытыу­сыларҙың ижад емештәре ҡуйылды. Был эш өлгөләрендә уларҙың күңел донъяһы, бөгөнгө заман, киләсәккә яҡты уй-хыялдары сағылыш таба. Һәр береһе бик үҙенсәлекле, таң ҡалырлыҡ, – ти интернат-гимназияның ди­ректоры Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садиҡова.
Белем усағы етәксеһе әйтеүенсә, үҙҙәрендә лә йыл һайын туғыҙынсы синыфтар­ҙың эштәренән торған күргәҙмә ойоштороу бик матур йолаға әйләнгән. Ә ун беренсе синыфтар уҡыуҙы тамамлар алдынан ҙур комиссия алдында ижади проекттарын яҡлай. Интернат-гимназияла уҡып сыҡҡан балаларҙың ижади эштәре белем усағының фондында һаҡлана. Әлеге күргәҙмәлә шулар араһынан иң-иңдәре ҡуйылған ине.
Белем усағының юбилейына арналған күргәҙмә эшен 28 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

ҺҮРӘТТӘ: Гимназия хеҙмәткәрҙәре, саҡырылған ҡунаҡтар күргәҙмәлә.

«Башҡорт килене». Гөлйөҙөм Юлгилдина, 2012 йыл.

«Һарай». Гөлфирә Ҡансурина, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы, 2021 йыл.

Юбилейға арналған күргәҙмә
Юбилейға арналған күргәҙмә
Юбилейға арналған күргәҙмә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: