+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Ғинуар 2022, 09:00

«Илатып та, йырлатып та йәшәргә өйрәттең һин»

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәсән НАЗАРға 80 йәш тула.

«Илатып та, йырлатып та йәшәргә өйрәттең һин»
«Илатып та, йырлатып та йәшәргә өйрәттең һин»

Һеҙҙең иғтибарға уның шиғырҙар шәлкемен тәҡдим итәбеҙ.

Хәсән НАЗАР

 

ТАУЛЫҠАЙ

 

Ҡороюл буйын төйәк иткән

Тыуған ауылым Таулыҡай,

Һин миңә – Ватан тупрағы

Төйнәлгән ҡулъяулыҡтай.

 

Исемең дә, тыуған ауылым,

Үҙе бер моң – Таулыҡай.

Тап һине йырлаған төҫлө

Мөҡәддәс сазлы Туҡай.

 

Кеше йәнле һиндә тауҙар,

Уларҙы – күңел һиҙә –

Аҡыллы сабырлыҡ менән

Сабырлы аҡыл биҙәй.

 

Ҡунаҡсыл был ҡырластарҙа

Ғәмле кеше бойоҡмай, –

Мең ҡатлы таштарҙы ярып,

Шишмәләр тиккә аҡмай.

 

Эй, ауылым, ер моңона

Һуғарҙың йөрәкте һин.

Илатып та, йырлатып та

Йәшәргә өйрәттең һин.

 

Ҡайғырмам, ҡаплап офоҡто,

Бер саҡ әжәл ҡаныҡһа –

Йөрәгем бит һиндә ҡалыр,

Һинең иҫән-һаулыҡҡа.

 

ТУҒАЙҘА

 

Салғым уйнай ҡулдарымда,

Бәреп йөҙгә ер тынын.

Оса ҡыйып, оса ҡайып,

Берсә йырлап, бер тынып.

 

Бакуй үрелә толомдай,

Сыжлап үткән ыңғайҙа.

Ә ни тора салҡан ятып

Ял итеүе туғайҙа!

 

Шул саҡ ҡапыл йәшен ялтлап,

Уйҙарҙы һүтеп китә,

Талда элеүле салғымды

Сыңлатып сүкеп китә.

 

* * *

 

Ялға ҡайтып киләм ауылыма,

Уй йомғағын сырмап-тағатып.

«Тиҙерәк атла!» – тиеп, тыуған йорттоң

Мөрйәһе бит тора йән атып.

 

Ишек асһам, әсәй ҡойолоп төшә,

Күкрәгемә унан һарыла.

– Балам! – тип ул өҙөлөп бер һүҙ әйтә,

Аңлашыла шунан бары ла...

 

Тәҙрә төптәрендә, мөлдөрәшеп,

Сабый гөлдәр мине күҙәтә.

Иҙән-түшәм хатта ниҙер әйтә,

Улар ҙа бит хатта үҙ итә!

 

Асыҡ тәҙрә аша, һонолошоп,

Ҡарамалар: «Сыҡ!» – тип ҡул болғай.

Сабый саҡтан беҙ бит серҙәш инек,

Оноттоңмо шуны, ти, буғай.

 

«Һаумы, егет!» – тип сайҡала һымаҡ

Ҡаршы тауҙа ҡартлас имәндәр.

Мин уларҙы ҡайсаҡ онотһам да,

Улар онотмаған, көткәндәр.

 

ҠУРЫС ҺЫҘЫРАМ

 

Донъя көтмәк – кәсеп итмәк бит ул,

Йүкәлектә һыҙырам ҡурысты.

(Йәндәремде шулай алыр яҙмыш,

Үтәгәстен ерҙә бурысты).

 

Йүкәһе лә кәрәк, һөйәне лә,

Барыһы ла ярай хәжәткә.

Йүн белмәһәм, мин һуң кемгә дәркәл,

Ғүмерҙәр бит түгел әжәткә.

 

Йүкәләрем ҡуя ҡулды сыйып,

Аралап та ғына ҡырҡҡанда.

Тормошто мин тартам әле, тартам,

Үҙем ишкән арҡан арҡамда.

 

Көн итәбеҙ... Йүкәгә көс төшә,

Ағасҡа бит йәлләү йән өрмәй.

Йүкә  йүкә инде, әҙәмде әйт,

Берәү үлмәй берәү көн күрмәй.

 

«Һыҙырам бер!» – тиеп янай яҙмыш,

Ыжламайым, урман ҡыҙырам.

Кәсептәрем боронғоса, ябай,

Йүкәлектә ҡурыс һыҙырам.

 

ИШЕК

 

Шиғыр эҙләп йөрөйһө лә юҡ бит,

Үҙе килеп керә ишектән.

Шиғыр түгелме ни, бер уйлаһаң,

Ошо ишек күргән, ишеткән.

 

Йомшаҡ ҡулға, ҡаты ҡулға ла ул,

Барыһына күнгән, бешеккән.

Һөйөнсөләп шатлыҡ килеп керә,

Ябырыла ҡайғы ишектән.

 

Атай булыу бәхеттәрем минең

Уҙырмы, тип, юҡмы бишектән,

Уйламаным түгел... Үҫкәс, көтөп

Күҙ алманым ҡай саҡ ишектән.

 

Тик рәхәттән тормай өй эстәре,

Барҙыр янған, барҙыр күшеккән.

Ташҡа күпме терәп була башты,

Ҡайтып керәм ошо ишектән.

 

Ҡапшамайым килгән кешене мин

Ишектәге «күҙле» тишектән.

Ҡиәмәттән былай зиннәт, зәхмәт

Кереп сыҡмай һис бер ишектән.

 

Доға ла юҡ миндә, бәддоға ла,

Ғүмер  донъяуи бер төш икән.

Өҙөлөр төш. Мәңгелеккә мине

Оҙатырҙар ошо ишектән.

 

* * *

Өҙөлөп төшкәс кенә...

Назар Нәжми.

 

Елдәр иҫә... Алдарыма минең

Өҙөлөп килеп төштө бер япраҡ.

Шул япраҡҡа ҡарап, бер яңғыҙым –

Бына хикмәт! – торам аптырап.

 

Ниндәй ағас!.. Ә сатыры?! Уға

Нимә генә, нимә бер япраҡ?

Япраҡтан да әммә ҡот ала бит

Ошо ағас үҫкән был тупраҡ.

 

Ә һуң кеше? Донъяла һуң кеше?!

Япраҡ ише – ҡупһаң олонан.

Иҫәрлектер... Бер мәл уйға ҡалам,

Япраҡ килеп төшкәс юлыма.

 

* * *

 

Ҡаяла ла үҫә ҡайын,

Уйһыу ерҙә лә үҫә.

Бейектә лә, түбәндә лә

Бер донъя еле иҫә.

 

Бейектә булһаң да, аҫҡа

Һауалы күҙ ташлама.

Бейеклектең үлсәмдәре

Иң түбәндән башлана.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: