

Себеште көҙ һанайҙар
Һәр эштә лә алдынғы мин,
Уҡыйым тик «бишле»гә.
Маҡтау һүҙҙәре лә миңә
Иң беренсе эләгә.
Бөгөн тағы «биш» алдым, тип
Маҡтанһам ағайыма.
Ҡырыҫ ҡарап әйтеп ҡуйҙы:
«Көт әле, ҡабаланма!
Алдан ҡысҡырма, – ти, – ағай,
Себеште көҙ һанайҙар.
Сығарылыш уҡыусыһын
Имтиханда һынайҙар!»
Ярар, тинем ағайыма,
Себеште көҙ һанарбыҙ.
...Беҙ, тырыштар, мәктәпте лә
«Алтын»ға тамамларбыҙ!
Һүҙҙән бутҡа бешермә
Дуҫтарым менән һөйләшеп,
Торам һаман ҡайталмай.
«Һүҙҙән бутҡа бешермәгеҙ,
Таралығыҙ, – ти, атай, –
Һүҙҙән бутҡа бешергәнсе,
Булығыҙ, ти, эш менән.
Йөрәккә ятты...
Өләсәйем йыш ауырый,
Дарыуҙар ҡаба.
Әсәй уны йыуатырлыҡ
Йылы һүҙ таба.
Өләсәйҙе хөрмәт итә,
Сабыйҙай ҡарай.
Йыуындыра, тәрбиәләй,
Сәстәрен тарай.
Эй, ҡыуана өләсәйем:
«Дәртем, – ти, – артты.
Һеҙҙең йылы һүҙҙәрегеҙ
Йөрәккә ятты!»
Ауыҙыңа бал да май
Ололарға ярҙамлашам,
Егәрле мин һәм ябай.
Берәй изгелек эшләһәм,
Күңелгә рәхәт ҡалай!
Ихтирамлап һөйләшәмен,
Мин – итәғәтле малай!
...Өләсәйем шат йылмая:
«Ауыҙыңа бал да май!»