+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
5 Март 2022, 10:57

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға - 90 йыл

5 мартта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға 90 йыл тула. 

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға - 90 йыл
Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторолоуға - 90 йыл

Тарихына килгәндә,1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариаты ҡарамағында Академик үҙәк асыла һәм унда башҡорттарҙың көнкүрешен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү маҡсатында «Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәте» ойошторола. 1930 йылда Башҡортостан комплекслы ғилми-тикшеренеү институты тип атала башлай. Икенсе йылына уның базаһында Милли мәҙәниәт институты асыла. 1932 йылда институт буйынса беренсе бойороҡ сығарыла һәм ошо дата тыуған көнө булып иҫәпләнә.

Тәүге директорҙары Михаил Солянов, Әмир Чанышев, Абдулла Амантаев, Афзал Таһиров һәм башҡалар була. Әлеге ваҡытта институтты философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина етәкләй.

Археологик тикшеренеүҙәр, этнология, Башҡортостан тарихы, Башҡортостандың яңы тарихы, тел белеме (лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лабораторияһы менән), фольклористика, әҙәбиәт ғилеме бүлектәре бар.

Башҡорт халҡының тарихын, телен, мәҙәниәтен төплө өйрәнеүҙә һәм үҫтереүҙә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының роле бик ҙур. 1982 йылда ул Почёт билдәһе ордены менән бүләкләнә.

Фотола: институт сығарған ун томлыҡ "Башҡорт теленең академик һүҙлеге"(bash.bashgazet.ru).

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: