+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
9 Март 2022, 09:35

Яратҡан композиторыбыҙ Рим Хәсәновҡа - 75 йәш

"Өфө йүкәләре", "Үҙ яғыма ҡайтһам", "Ҡышҡы романс", "Иҫеңдәме, иркәм", "Ҡышҡы романс", "Һиңә килдем, иркәм", "Юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер", "Уяныр сәскәләр", "Ғәлиә һәм Заһир дуэты"... Сәнғәт һөйөүселәр яратып тыңлаған тағы әллә күпме йырҙарын атап үтергә мөмкин. Ә "Иртәнге томан" пьесаһы һуң?! Күренекле композитор Рим Хәсәновҡа бөгөн, 9 мартта, 75 йәш тула. Уның иң беренсе ниндәй музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгәнен беләһегеҙме? 

Яратҡан композиторыбыҙ Рим Хәсәновҡа - 75 йәш
Яратҡан композиторыбыҙ Рим Хәсәновҡа - 75 йәш

Благовар районы Языков ауылында музыканттар ғаиләһендә тыуған малай 6 йәшендә атаһының скрипкаһында уйнарға өйрәнә. Аҙаҡтан гитара, торба, балалайка, баянды үҙләштерә. Мәктәптә уҡығанда концерттар унһыҙ үтмәй. 

Өфө сәнғәт училищеһын, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеген етәкләгән осроҙа 30-ҙан артыҡ спектаклгә көй яҙа. Рим Хәсәнов, эстрада йырҙарынан тыш, симфоник әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Композитор фильмдарға ла йырҙар яҙа ("Алтын атлы һыбайлы"). 

Рим Хәсәнов - Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. 2017 йылда уға "Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы" тигән маҡтаулы исем бирелә.

Күренекле композиторҙы юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото: ufa.bezformata.com

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: