+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Апрель 2022, 09:50

Хазанкин дәрестәре

РСФСР-ҙың, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Роман Григорьевич Хазанкин бөгөн үҙенең 75 йәшен билдәләй. Был талантлы уҡытыусы – Башҡортостан Республикаһында ғына түгел, бөтә Рәсәй буйынса билдәле Белорет компьютер мәктәбен ойоштороусы.

Хазанкин дәрестәре
Хазанкин дәрестәре

Ул 1947 йылдың 2 апрелендә Ҡытайҙың Тяньцзинь ҡалаһында донъяға килә. 1947 йылда Хазанкиндар ғаиләһе СССР-ға ҡайта. Улар Башҡортостандың Белорет ҡалаһына килеп төпләнә. 1-се мәктәпте тамамлағандан һуң Роман Хазанкин ҡаланың металлургия техникумына уҡырға инә. Бер йылдан инде Магнитогорск дәүләт педагогия институты студенты була. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, ике йыл шунда уҡыта. 1975 йылдан алып Белорет ҡалаһында мәктәп уҡыусыларына белем бирә башлай.

Роман Хазанкин математика буйынса «вертикаль педагогика» тип аталған уҡытыу системаһын булдырған. 1970 йылдар аҙағында әҙерләнгән баҫма әлегә тиклем ҡулланыла һәм уҡыусыларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә юғары һөҙөмтәләр бирә.

5 йыл элек Роман Григорьевичтың юбилейына «Зачем школьнику математика? Уроки Хазанкина» тигән китап донъя күрҙе. «Математика» тигән бүлектә был фәнде уҡытыуҙың төрлө яҡтары тураһында мәҡәләләр урын алған. «Профессия» тигәнендә Роман Хазанкиндың уҡыусылары үҙҙәренең һөнәрҙәре, фән юлында асыштары тураһында һөйләй. «Тормош» тигән өлөшөндә сығарылыш уҡыусыларының остаздары тураһында иҫтәлектәре тупланған. Ә китапта иң мөһиме булып Роман Хазанкиндың үҙе тураһында очерк тора. Ул унда бик ентекле итеп тормош юлы, уҡытыусылары һәм уҡыусылары, үҙе уйлап тапҡан «вертикаль педагогика» тураһында бәйән итә.

Бихисап уҡыусылар тәрбиәләгән, физика һәм математика, техник фәндәре кандидаттары, фән докторҙары әҙерләгән, дүрт тапҡыр Сорос гранты менән билдәләнгән Роман Григорьевич Хазанкинды күркәм байрамы – 75 йәше менән ҡотлайбыҙ. Математика фәненең уҡыусы балаларға ниңә кәрәк икәнлеген төплө итеп еткереп, ул булдырған уҡытыу системаһын дауам итеүселәр күп булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ.

 

Фото https://vk.com/topic-50245355_31376238?z=photo-50245355_352456800%2Fpost-50245355_4 алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: