+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
3 Апрель 2022, 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн - билдәле композитор, музыкант Юлай Үҙәнбаевтың тыуған көнө.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, билдәле композитор Юлай Хәмит улы Үҙәнбаев 1967 йылдың 3 апрелендә Мәләүез районының Түләк ауылында тыуған. Өфөләге урта махсус музыкаль мәктәбенең (хәҙер урта махсус музыка колледжы) баян класы буйынса уҡый. Унан һуң Юлай Үҙәнбаев Өфө сәнғәт училищеһын, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай. Диплом алғас,  Башҡорт дәүләт филармонияһының «Йәдкәр» фольклор төркөмөндә концертмейстер булып эш башлай. Һуңынан Баймаҡ ҡалаһында сәнғәт мәктәбе музыка уҡытыусыһы булып та эшләй, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрының һәм Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының музыка бүлеге мөдире лә була.

Юлай Хәмит улы – бик күп музыкаль әҫәр авторы. Уның йырҙары Башҡортостандың һәм Татарстандың танылған йырсылары Фәрит Бикбулатов, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадирова, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева, Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Гөлсөм Бикбулатова, Айҙар Ғәлимов, Салауат Фәтхетдинов, Ғәбделфәт Сафин һәм башҡалар репертуарына ингән. 50-нән артыҡ спектаклдәргә көй яҙған.

Халыҡ араһында иң билдәлеһе һәм яратып башҡарылғаны «Аҡ болоттар» йырылыр. Шулай уҡ «Устарыма һал һин йөрәгеңде», «Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә», «Мөғжизәләр көтәм», «Үкенес» һәм башҡа йырҙарын да яратып тыңлайбыҙ.

«Ваҡыт ҡуласаһы»нда Юлай Хәмит улының апайы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Үҙәнбаева ҡустыһына исеме нисек ҡушылғаны тураһында һөйләй. Өлкән улдарының исеме Салауат була. Ә кинйә улын аталары Юлай тип нарыҡлай. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев вариҫы булараҡ, ижадына милли һыҙаттар өҫтөн ала.

Бөгөнгө матур байрамы менән Юлай Үҙәнбаевты ҡотлайбыҙ. Ижади даирәгеҙ киң булһын, тамашасыларҙы йырҙарығыҙ менән генә түгел, баян моңдарығыҙ менән дә ҡыуандырып,  оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ!

Фото https://vk.com/wall-43735530_1474?z=photo-156150050_457242759%2Fb08a8304bafb6bafc1 алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: