-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
6 Апрель 2022, 10:40

"Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, иҫкә алыр улар мине лә..."

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған тантаналы кисә шулай тип аталасаҡ.

Сара 25 апрелдә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтәсәк. Кисәлә Рәми Ғариповтың әҫәрҙәре республиканың танылған сәнғәт эшмәкәрҙәре уҡыуында яңғыраясаҡ. Уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырсыларыбыҙ Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрына ҡушылып башҡарасаҡ. 

19.00 сәғәттә башланасаҡ "Һөйләшһәләр әгәр туған телдә, иҫкә алыр улар мине лә ..." тип аталған кисәнең режиссёры - Сулпан Асҡарова, сценарий авторы - Гөлсәсәк Саламатова.

Фото: culture.ru 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: