-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Июнь 2022, 12:00

Яҙыусы, тәржемәсе Раил Байбулатовтың тыуыуына – 85 йыл

Һеҙгә уның «Дуҫтар» тигән хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылда Көйөргәҙе районының Яманғол ауылында тыуған.

Башланғыс мәктәптән һуң Яманһарыла ете йыллыҡ мәктәптә уҡый. 1952 йылда Мораҡ педагогия училищеһын тамамлай. Юғары белемде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында ала. Шул ҡаланың В. И. Ленин исемендәге балалар йортонда уҡытыусы була. Аҙаҡтан Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә оҙаҡ йылдар эшләй.

Раил Байбулатовтың хикәйәләре йәш быуынға арналған. Иң беренсе китабы «Алсаҡ йөҙлө әсәйем» тип атала. Ул 1972 йылда нәшер ителә. Шулай уҡ «Зәңгәр болоттар» (1975), «Иң ауыр фән» (1983), «Һоро шинель» (1986), «Оҙайлы имтихандар» (1988), «Дала таңдары» (1990), «Оятыңдан үлмәй тор» (1993), «Кисеүҙә гармун тауышы» (1997) исемле китаптары билдәле.

Прозаик Раил Байбулатов – Сергей Чекмарёв исемендәге әҙәби премия лауреаты.

 

Раил БАЙБУЛАТОВ

ДУҪТАР

 

– Ҡурҡаҡ!

Кем-кем, ә был һүҙҙе Ғәләү әйтер, тип Сәми һис тә көтмәгәйне. Бер партала иңгә-иң терәшеп ултырған дуҫың бөтә иптәштәрең алдында һине шулай атаһын әле.

– Нисек булды һуң әле был? – Сәми, мәктәптән ҡайтҡанда, ошо хаҡта уйланды.

...Һуңғы дәрес физкультура ине. Тәнәфескә сығыу менән уҡыусылар спорт залына эркелделәр. Ғәлиә Ғәли ҡыҙының юҡлығынан файҙаланып, һәр кем үҙенсә күнегеүҙәр яһай башланы. Берәүҙәр матраста тәкмәс атты, икенселәр канат буйынса үрмәләне, өсөнсөләр баҫҡыстар тирәһендә уралды.

Сәми ҙә шәп уйын тапты. Мөйөштәге шкафта нимә бар икән тип, элмәген генә ысҡындырғайны, эстән волейбол тубы килеп төштө. Тупты алғанды Ғәләү генә күреп ҡалды.

Китте шул саҡ туп һуғыу! Тәүҙә ҡул менән, унан баҫтырышып аяҡ менән тибергә тотондолар. Көтмәгәндә ишек эргәһендәге рәшәткәһеҙ тәҙрә сылтыр итеп ҡойолоп төштө.

Нәҡ ошо мәлдә ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Бөтәһе лә сафҡа баҫырға ашыҡты.

– Шкафты кем асты? Бер аҙым алға атлаһын! – тине Ғәлиә Ғәли ҡыҙы етди тауыш менән.

Берәү ҙә сафтан сыҡманы. Әле генә аҫты-өҫкә килгән залда хатта себен осҡан тауыш та ишетелмәй ине. Һорау яңынан ҡабатланды. Староста ла күрмәгән.

– Ҡабатлап әйтәм... Үҙенең ғәйебен йәшергән кеше ҡурҡаҡ була, – тине уҡытыусы.

Тик ғәйепле кешенең тауышы ишетелмәне.

Ғәлиә Ғәли ҡыҙы уҡыусыларҙан берәмләп һораша башланы. Сират Сәмигә етте.

– Сәми, һин астыңмы?

– Юҡ, – тине Сәми, башын аҫҡа эйеп.

– Ниңә алдашаһың, ҡурҡаҡ? Мин күрҙем дә! – тине шул саҡ эргәһендә торған Ғәләү.

Сәми көтөлмәгән хәлгә тертләп китте... Дуҫ, имеш... Башҡа берәү әйтһә, бәлки, ул тиклем ғәрләнмәҫ тә ине. Бына хәҙер ҙә Сәмиҙең артынан Ғәләү бер туҡтауһыҙ: «Ҡурҡаҡ, ҡурҡаҡ», – тип үсекләп килгән һымаҡ тойолдо...

Малай өйҙә лә йәм тапманы, берәй ергә барып ҡайтырға уйланы. Тик ҡайҙа барырға?

Бәй, ана бит туғыҙынсы синыф малайҙары боҙ шыуырға төшөп китте. Сәми ҙә улар артынан эйәрҙе.

Күңелле лә һуң боҙ шыуғанда! Бөтә донъяңды онотаһың. Бер нисә урында шәре лә сығарҙылар.

Шулай, мауығып, сәкән уйнап йөрөгәндә, ҡайҙандыр әлеге Ғәләү килеп сыҡты. Уны күргәс, Сәмиҙең йәнә кәйефе ҡырылды.

– Ә-ә-ә, ялағай... Минең арттан йөрөйһөңмө? – тине уға, мыҫҡыллап.

– Әллә һиңә һыу буйы тармы, ҡурҡаҡ? Мин үҙ юлымдан йөрөйөм, – тип яуапланы Ғәләү.

– Нимә тинең? Ошо һүҙең өсөн мин һиңә күрһәтәйем әле, – Сәми уны этеп ебәрҙе.

Ғәләү ҙә сер бирергә теләмәне, уға сат йәбеште.

– Туҡтағыҙ әле, сәкәләшмәгеҙ!.. Һҙҙең ҡайһығыҙ батыр, ҡайһығыҙ ҡурҡаҡ икәнде хәҙер беләбеҙ, – тип һөрәнләне шул саҡ бер малай һәм туңмай ятҡан тар ғына урынды күрһәтте. – Бына ошо ерҙе һикереп сыға алһағыҙ, икегеҙ ҙә батыр була...

– Ысынлап та, был - аҡыллы фекер... Ну баш та икән үҙеңдә! – тип йөпләне икенсе бер малай.

Сәмигә лә был тәҡдим килеште. Ул шунда уҡ пальтоһын сисеп ырғытты.

– Әллә, ысынлап та, шөрләйһеңме? – тип малайҙар уны тартҡылай башланы. – Йә инде.

– Тик беренсе булып Сәми һикерһен. Ул үҙен әллә кемгә ҡуйған була, – тине ахыр сиктә Ғәләү, күнеп.

– Шыбаға тотошоғоҙ, – тиештеләр. – Кем өҫкә сыға, башлап шул һикерә.

Үҙенең ҡыйыулығын күрһәтергә теләп, Сәми шыбаға бауына беренсе булып үрелде.

– Дава-а-й, малайҙар!.. Минең батырым – Сәми!.. Минеке – Ғәләү! – тигән тауыштар шул саҡ йылға буйын яңғыратты. – Сәми – беренсе! Ул өҫкә сыҡты!

«Әллә бәйләнмәҫкәме? Юҡ... һыр бирмәҫкә кәрәк», – тип уйланды Ғәләү.

– Әйҙә, Сәми, күрһәт Ғәләүгә! Марш!

Ул арала булманы, Сәми йән-фарман йүгереп үтте. Тик бер аяғын ысҡындырып, инде һауаға атлыҡтым тигәндә генә, уның икенсе аяғы тайып китмәһенме. Ырғытылған таш һымаҡ, ул һыуға шап итеп ҡалды.

Шундай мәрәкәне көткән малайҙар ни:

– Вәт, батырһың икән!

– Хәҙер һинең сират, Ғәләү, – тип һындары ҡатып көлдөләр. «Батам!» – тигән тауыш ишетелде шул саҡ. Бөтәһе лә һиҫкәнеп китте.

Үҙе - бер ерҙә, бүрке икенсе ерҙә йөҙөп йөрөгән Сәми һыу эсендә сәбәләнә ине.

Малайҙар уны боҙ өҫтөнә көскә һөйрәп сығарҙы. Әле генә әтәстәй осоп-ҡунып йөрөгән Сәмиҙең ҡобараһы осҡан, меҫкен хәлгә төшкән. Кейеменән шыбырҙап һыу аға. Ирендәре дер-дер ҡалтырай.

«Быларҙың ҡыҙығы бөттө инде», – тип малайҙар төрлөһө-төрлө яҡҡа таралышты. Тик Ғәләү генә ни эшләргә белмәне.

– Мә... тиҙерәк кей. – Сәмиҙең яурынына пальтоһын һалды.

Яңыраҡ ҡына бер-береһенән ситләшкән дуҫтар бергәләп ауыл яғына ҡарай йүгерҙе.

Фото https://psosh3.ru/osn-svedeniya/55-glavnaya-stranitsa/novosti/585-npk-otkrytie-yunykh алынды.

Яҙыусы, тәржемәсе Раил Байбулатовтың тыуыуына – 85 йыл
Яҙыусы, тәржемәсе Раил Байбулатовтың тыуыуына – 85 йыл
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: