+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
4 Июль 2022, 16:13

«Йәшәгән, ти, юл япрағы...»

Бөгөн – күренекле яҙыусы, журналист, тәржемәсе Гөлсирә Ғиззәтуллинаға – 65 йәш. Һеҙгә уның 1994 йылда китап булып сыҡҡан «Юл япрағы менән Тамсы» тигән әкиәтен тәҡдим итәбеҙ.

«Йәшәгән, ти, юл япрағы...»
«Йәшәгән, ти, юл япрағы...»

МАТУР ҠУНАҠ

 

Йәшәгән, ти, юл япрағы. Уның биш бөртөк япрағы, бер тырпай һабағы, шул һабаҡты һырып алған һанһыҙ бала-сағаһы бар ине, ти. Ә шул һабаҡтың иң түбәһенә бер бәләкәс кенә бөрө ҡунаҡлағайны, ти. Юл япрағы, ерҙең һутын эсеп, Ҡояштың нурын йотҡан һайын бөрө ҙурайғандан-ҙурайҙы, ти. Ә бер таңда, Ҡояштың тәүге нуры килеп тейеү менән, күҙҙәрен асып ебәрҙе лә сәскәгә әйләнде, ти. Сәскә тигәс тә инде, ул шул тиклем бәләкәс ине, хатта уның тыуыуын әсәһенән башҡа берәү ҙә һиҙмәй ҡалды, ти. Ә сәскә шул тиклем сос булып сыҡты, күҙҙәрен асыу менән ян-яҡҡа ҡарай башланы. Иң тәүҙә туҙан борҡоп ятҡан юлды, шунан әсәһенең һорғолт саң һырыған япраҡтарын күрҙе. Ә артына боролоп ҡарағайны – хайран ҡалды, хатта сөскөрөп ебәрҙе, унан:

– Бынимәү? – тип ҡысҡырып һораны. Бәләкәс булғанлыҡтан, ул йүнләп һөйләшә белмәй ине, шулай ҙа әсәһе аңланы.

– Сәскәле болон, – тип яуап бирҙе.

– Нишләп бигерәк матур?

– Төрлө гөлдәр сәскә атып ултырғанға.

– Ә ниңә беҙ йәмһеҙ? – тип мышҡылданы бәләкәс. – Минең дә шунда барғым килә.

Әсәһе:

– Беҙ ергә ныҡ йәбешһәк кенә йәшәйбеҙ. Ҡамғаҡ ҡына ул гелән тәгәрләп йөрөй, шуға күрә тамыры ла, бәхете лә юҡ, – тигәс кенә шымды. Тик бер аҙҙан уның әсе һутын һемереп, Ҡояш йылыһына йоҡомһорап ғүмер иткән туғандары тағы тертләп уянды.

– Ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ! Улар оса! Сәскәләрҙең ҡанаты бар, – тип ҡысҡырҙы бәләкәс.

Бөтәһе лә пырхылдап көлөп ебәрҙе.

– Һай, иҫәр! Күбәләктәр оса, – тинеләр.

Ә иң өлкәне, инде орлоҡ булып бешеп еткәне:

– Ҡолаҡты тондороп бөттө был. Барыбер тынғылыҡ бирмәҫ, – тип асыуланды ла арба тәгәрмәсенә эйәреп, ҡайҙалыр китеп барҙы. Башҡалары, эҫегә әлһерәп, тағы шымды. Тик бәләкәс кенә, яуап биреүсе булмаһа ла, тынманы, тегендә-бында үтеп йөрөгән бал ҡорттарына, иңкештәргә, себендәргә өндәшеп, белемен арттыра торҙо.

Эңер ҡуйырып, бөжәктәрҙең, сәскәләрҙең күбеһе йоҡоға талғанда ла ял итергә теләмәне ул. Күктә янып торған ҙур сәскәгә:

– Һин нимә? – тип ҡысҡырып маташты. – Нишләп ҡараңғыла аттың?

– Мин – Ай, – тине төн сәскәһе. – Һине йоҡлатырға килдем. – Ул, нурын һуҙып, кескәй сәскәнең күҙҙәрен йомдорҙо.

– Уй, – тип икенсе көндә таң менән уянды бәләкәй сәскә. Күшегеп ҡалтыранды ла көлә-көлә япраҡҡа һикергән ялтыр нәмәне күреп:

– Бынимәү? – тип һораны.

– Ысыҡ Тамсыһы мин, – тине яңы танышы. Унан юл япрағына: – Иң бәләкәсең дә сәскә атҡан икән, – тип өндәште.

– Эйе, – тине әсә ғорурланып. – Кисә таңда ғына күҙен асты.

– Ҡайҙа, тағы бер ҡойондорайыҡ әле беҙ уны. – Тамсы, сылтырлап көлөп, сәскәне тағы еүешләне. – Кинйәкәй бит һин. Бер өләсәй ейәнсәрен шулай ярата ине. Һин дә - Кинйәкәй. Әсәйеңдең иң бәләкәсе.

Кеше тигәндәрен күргәйне инде сәскә. Дәү бер нәмә уларға баҫа яҙып уҙғайны кисә. Шуға Тамсынан:

– Ә һин уларҙы ҡайҙа күрҙең? – тип ҡыҙыҡһынды.

– Әбейҙең сәйнүгендә ҡайнағайным.

Сәскә Тамсының яуабын аңлап етмәне, тик ҡунаҡты ҡат-ҡат маҙаһыҙларға ҡыйманы. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуын еңә алмай:

– Ә һин ҡайҙан килдең? – тип һораны.

– Ҡояштың үҙенән һикерҙем, Төнө буйы төштөм. Уф, бигерәк алыҫ, – тине алсаҡ ҡунаҡ, көлөп. Үҙе бер ҙә арығанға оҡшамағайны: һис тик тормай, емелдәп тәгәрләй генә. Кинйәкәй Ҡояшты ла белә ине, тик кисә, бик ныҡ ҡыҙҙырғас, ул асыулылыр, тип уйлағайны. Шуға күрә:

– Ә ул ниндәй? Уҫалмы? – тип һораны.

– Ҡыҙған таба кеүек, – тине Тамсы. – Уҫал түгел. Беҙ, тамсылар, уның өҫтөнә һикерәбеҙ ҙә, ул «шаж-быж» итһә, ситкә тайпылабыҙ. Тағы, тағы шулай шаярабыҙ. Мәрәкә. – Тамсы әллә ысынын һөйләне, әллә шаяртты.

Сәскә аңламаны. Табаның да ни икәнен төшөнмәне, шуға ныҡ бошоноп:

– Нишләп һин бөтәһен дә беләһең, ә мин – юҡ?– тип үкһене.

– Һин бит бәләкәсһең, Кинйәкәй, – тип йыуатты уны Тамсы. – Кисә генә күҙеңде асҡанһың. Ә мин мәңге йәшәйем. Бер ваҡытта ла үлмәйем.

Кинйәкәй «мәңге»нең нимә икәнлеге хаҡында һорамаҡҡа уҡталғайны, һоҡланыуынан һүҙен онотто: тау артынан сығып килгән Ҡояштың бер нуры Тамсыға тейгәйне, ул, болондағы бөтә сәскәләрҙең төҫөн алғандай, нурланып емелдәй башланы.

– Ҡояш апай мине һағынып та өлгөргән. Үҙенә саҡыра, – тине лә Тамсы, күҙҙән дә юғалды. Бары тик:

– Һау булып тор, Кинйәкәй! Мин тағы килермен әле! – тигән тауышы ғына ишетелде.

 

ҠЫУАНЫС ЯМҒЫРЫ

Көн артынан көн үтте. Һуңғы ваҡытта Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙырҙы. Ямғыр яуманы, хатта ысыҡ та төшмәне. Шуға күрә юл япрағына тамырҙарын аҫҡараҡ һуҙырға, ерҙең һутын тәрәндән һурырға тура килде. Етмәһә, бер бөжәк уның япрағын кимерергә маташты.

Кинйәкәйгә лә күңелһеҙ булды. Ул хәҙер сәскә түгел ине инде. Йәм-йәшел бәләкәс кенә ҡумтаға әйләнгәйне. Ә уның эсендә аҡһыл өс бөртөк пәйҙә булды. Тик ҙурайһа ла, үҙенең ҡыҙыҡһыныусан холҡон ташламаны Кинйәкәй. Тамсы дуҫын ифрат та ныҡ һағынды.

Бер көндө күкте ҡара болот ҡапланы, донъялағы бөтә йән эйәһен кинәндереп, ямғыр яуа башланы. Ә Кинйәкәй һәр бер төшкән тамсыны, дуҫым түгелме икән, тип ҡарап ҡалды. Тора-бара хатта муйыны ауыртып китте, сөнки ямғыр шул тиклем шәп яуҙы. «Тып» та «тып» тамған һәр бер тамсыны күҙәтеп өлгөр әле?! Дуҫы күренмәне... Болот та башҡа яҡтарҙы һуғарыр өсөн китә башланы. Ана, бер яҡтан Ҡояш күренде.

– Тағы килмәне, – тип бошондо Кинйәкәй.

Шул саҡ ҡумтаһының ҡапҡасына бер нәмә «тып» итеп ҡалды ла таныш көлөү яңғыраны.

– Һаумы, Кинйәкәй! Аһ! Һин бөтөнләй ҙурайып киткәнһең бит.

Ә Кинйәкәй төрлө төҫтәрҙә балҡыған дуҫына хайран ҡалып ҡарап торҙо:

– Һин ҡайһылай матурһың!

– Бынау Салауат күпере буйлап төшкәйнем, буялып бөттөм, – тигән булды Тамсы, йәйғорҙо күрһәтеп. Әллә дөрөҫтө әйтте, әллә шаяртты, белмәҫһең.

– Бигерәк оҙаҡланың. Беҙ һеҙҙе һағынып үлә яҙҙыҡ, – тип зарланды Кинйәкәй.

– Шулайҙыр шул, – тине матур Тамсы – Ҡояш апай ҙа шуға асыуланды. Беҙҙе, сыбыртҡыһын шартлатып, ҡыуып төшөрөп ебәрҙе. Ана, күрәһеңме?

Ысынлап та, шул саҡ ҡамсы кеүек йәшен ялтланы, дөбөр-шатыр күк күкрәне. Кинйәкәй ҙә хәҙер бер ни белмәгән сәскә түгел, бына-бына орлоҡ булып бешеп етәсәк. Шуға күрә: «Нимә ул сыбыртҡы?» – тип һораманы. Атҡа атланған көтөүселәрҙең һайт-һайтлап мал ҡыуғанын әллә нисә тапҡыр күреп торҙо бит. Хатта бер апаһы, һыйыр тояғына эләгеп, сәйәхәткә китеп барҙы.

– Һин теге юлы ҡайҙа булдың? Мин абайламай ҙа ҡалдым бит, – тине.

– Ҡояш нурын ебәрҙе лә мине күккә тартып алды, – тине дуҫы. – Унан һуң күп ерҙәрҙә булдым. Әллә ниндәй мажараларға юлыҡтым. Һөйләрмен...

– Һин тағы китерһең да оноторһоң инде... Ана, Ҡояш тағы ҡыҙҙыра башланы.

– Ҡана, мин унан йәшенеп торайым, – тине Тамсы. – Ә Ай ҡалҡҡас, һөйләшербеҙ. – Тамсы япраҡ аҫтына һикерҙе.

Кинйәкәй:

– Әсәйем ер йомшартырға селәүсенде саҡырғайны. Ул һине яңылыш йотоп ҡуймаһын, – тип ҡысҡырып ҡалды.

 

ТАМСЫ ХИКӘЙӘТЕ

Ай ҡалҡты. Ул ҙур көмөш тамсы кеүек ине. Ә эреле-ваҡлы йондоҙҙар иһә шул тамсының ярсыҡтарына оҡшағайны. Ә, бәлки, үҙенең дуҫын ныҡ яратҡан Кинйәкәйгә генә шулай тойолғандыр.

Тирә-яҡ тынды. Гөлдәр бәбәктәрен йомдо, күбәләктәр, иңкештәр йоҡоға талды. Туп-туп баҫып һунарға сыҡҡан сәнскәк терпе, ҡыштыр-ҡыштыр сысҡандар, скрипкаларын һыҙҙырған сиңерткәләр генә геүләшә. Тик улар баштарын башҡа терәшеп серләшкән ике дуҫҡа һис тә ҡамасау түгел.

– Теге юлы Ҡояшҡа барып етмәнем мин. Ҡара болот араһына йәшендем. Күл тәңгәленә еткәс, унан да һикерҙем. Эй, ҡыҙыҡ булды. Томбойоҡ япрағы өҫтөндә мәж килеп шаярған ике йәп-йәшел баҡаның береһенең тас маңлайына ғына төштөм. Унан икенсеһенә һикерҙем. Улар яңыраҡ ҡына сүмесбаштан бәләкә-ә-ә-с кенә баҡаға әйләнгән икән. Шаярыуҙан башҡаны белмәйҙәр. Әле лә: «Нишләп миңә һыу сәсрәттең?» – тип сәкәләште лә киттеләр. Ә мин күлгә һикерҙем. Унда балыҡтар менән уйнай башлағайным, урмандан шундай матур ҡоралай сабып килеп сыҡты. Һыуға йомолдо – сарсағайны. Күп эсмәне, тау яғына сапты. Уға һоҡланып тороп, абайламағанмын, шаптырлағанға ҡараһам, уҫал бүре һыу эсә. Тештәре үткер, ҡурҡыныс... Шул тиклем шыртланым, ауыҙына инеп киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Ә бүре беҙҙе йотоп ебәрҙе лә тағы сапты. Һиҙеп ҡалдыҡ: теге матурҡас ҡоралайҙы баҫтыра был. «Әһә, – тинек беҙ, тамсылар, – һин яуызлыҡ ҡылмаҡсыһыңмы? Килеп сыҡмаҫ!» Шунан тотондоҡ бының ҡорһағында һикерешергә. Ул шәпләмәксе, тик эсе былҡылдай бит. Аптыраны, алйыны, хәлдән тайҙы. Саҡ-саҡ бара. Шул ваҡыт «шарт» иттереп мылтыҡ атты. Бүренең артҡы тәпәйе яраланды. Теге яуыз, меҫкенләнеп, тәнтерәкләп ҡасты. Ә мин уның бер тамсы ҡаны булып ялпаҡ ташҡа тамып ҡалдым. Һунарсының эте килеп  еҫкәгәйне, ялай икән, тип торам. Тик бүре ҡанынан бөжләне, йөндәрен тырпайтып, ҡойроғон аяҡ араһына ҡыҫтырҙы ла хужаһы артынан йүгерҙе. Иллә-мәгәр яратмайым ҡурҡаҡтарҙы. Шулай нишләргә белмәй ятам таш өҫтөндә: бүре ҡаны булыу бер ҙә рәхәт түгел икән. Ҡараһам, ямғыр болото осоп йөрөй. Ямғыр тамсылары мине тау аҫтына алып төшөп китте. Оҙаҡ төштөк. Тау шишмәһенә ҡушылдыҡ, сафландыҡ, боҙ кеүек һыуындыҡ, дөм-ҡараңғыла көнгә юл ярҙыҡ, сылтырап ағып сыҡтыҡ.

– Шунан, – тине уны мауығып тыңлаған Кинйәкәй.

– Шунан һине һағынып килеп еттем, иртә таңдан осоп та китермен.

 

Орлоҡ юлға сыҡты

Көҙ етте. Һыуыҡ ел иҫте. Кинйәкәй ҙә орлоҡ булып өлгөрҙө. Уның бөтә туғандары йә арба тәгәрмәсенә, йә итек табанына, йә мал аяғына эйәреп, донъяға таралды. Тик Кинйәкәй генә тыуған ерен, әсәһен ташлап китергә теләмәне. Үҙе, сәскәләре кибеп, үләндәре ҡороп, йәмһеҙләнеп ҡалған ерҙе ҡамсылаған уҫал ямғыр тамсыларына ҡарап, көләс дуҫы Тамсыны һағынды.

– Былай сосолоп торһаң, һыуыҡ төшкәс, туңып ҡына үлерһең инде, – тип борсолдо әсәһе. – Ҡар яуғансы ергә һыйына һал . – Күпме өгөтләр ине юл япрағы орлоғон, билдәһеҙ.

Көндәрҙең береһендә уның япрағына ял итергә таныш ҡуңыҙ ҡунды.

– Ҡоҙағыйымдың хәлен белергә барғайным, – тип хәбәр һалды ул ғыжылдап, – аҙаштым. Шунда ғәжәп хәлгә юлыҡтым. Эйе, эйе, таш урманға барып сыҡтым. Уны, ҡала, тиҙәр икән. Ҡыҙыҡ. Халыҡ мыжғып тора, машиналар геүләй. Ә иң ғәжәбе: эре-эре йондоҙҙар ергә ырғып төшкәндәр ҙә төндө көнгә әйләндергәндәр.

Ҡуңыҙ оҙаҡ һөйләне. Хатта уны ҡыҙыҡһынып тыңлаған Кинйәкәйҙең шуларҙы барып күргеһе килде. Оҙаҡ уйлап торманы.

– Һау бул, әсәй, – тине лә, ер һелкетеп килгән ҙур машинаның артҡы тәгәрмәсенә эйәреп, китеп тә барҙы. Аҙ өйрөлдөмө, күп өйрөлдөмө тәгәрмәстәр, бер мәл тап-таҡыр, көҙгө кеүек ялтыр юлға килеп сыҡты. Кинйәкәй тирә-яҡҡа ҡолаҡ һалып, бик сос килә ине. Сылтыратып көлгән тауыштар ишетеп ҡалды.

– Ошонда ҡалайым, бик күңелле шикелле, – тип уйланы ла бер балсыҡ киҫәге менән ситкә һикерҙе. Бик матур урынға килеп төштө. Эргәлә генә балалар уйнай. Тик ул, яҡшылап урынлашып, бында үҫкән үләндәр менән танышып та өлгөрмәне... Өҫтөнә ҡап-ҡара ҡайнар тау емерелде. Беҙҙең Кинйәкәй тонсоҡторғос, һаҫыҡ ҡараңғылыҡта ҡалды, «һә» тигәнсе уның өҫтөнә асфальт түшәп тә ҡуйҙылар.

 

ҠАР БӨРТӨГӨ

Ә уның дуҫы был ваҡытта, ҡап-ҡара болоттоң ҡуйынына сумып, күктә оса ине. Уның бөтә әхирәттәре ҡар бөртөгө булып яуҙы. Ҡап-ҡара ерҙе ап-аҡ итеп биҙәп ҡуйҙы улар.

– Ә һин нишләп һаман ергә осмайһың? – тип һораны болот ҡар бөртөгөнә әйләнгән Тамсынан.

– Күлдәгемде йәлләйем. Ергә төшөүем булыр, шаян малай йәки ҡыҙыҡай өҫтөмә баҫыр, бысратыр. Берәй тәмле тамаҡтың телен сығарып ялап ҡарауы ла бар.

Тамсы шулай тигән булды. Ысынлап та, был юлы ул бигерәк матур ине: селтәрле көмөш йондоҙ. Күҙҙең яуын алырлыҡ. Ә дөрөҫөндә, юл япрағын эҙләп йөрөй ине. Ап-аҡ ҡар ҡаплаған ерҙә дуҫын табыу ҡыйын ине шул.

– Һин иркәләнеп донъя гиҙерһең, ә үҫемлектәр һыуыҡтан туңып бөтөр. Уларҙы Ҡыш бабайҙан йәшергән ҡар юрғаны булмаҫ, – тигәс, Ҡар бөртөгөнә Кинйәкәй бигерәк тә йәл булып китте. – Ул, ҙурайып, орлоҡ булғандыр, өшөйҙәр... Төшөп эҙләргә кәрәк – Шулай тине лә бейей-бейей ергә табан осто. «Ошонда ғына үҫә ине Кинйәкәйҙең әсәһе!» Тик ел уның менән шаярырға теләмәне, ай-вайына ҡуймай, ҡала яғына осороп алып китте.

 

БЫНА, ИСМАҺАМ, ДУҪЛЫҠ!

Ә Орлоҡ ергә һыйынып йоҡланы ла йоҡланы. Төшөндә үҙенең тәүҙә- бөрө, унан сәскә булғанын күрҙе, әсәһен, Тамсы дуҫын һағынды. Әсәһе уға: «Яҙ килер, Ҡояш нуры һине уятыр ҙа үҙ артынан яҡтыға эйәртер», – тигән кеүек булды. Шулай ҡыш үтте. Ҡояш көлөүен, ҡар иреүен, гөрләүектәр йүгереүен дә һиҙмәне Орлоҡ, сөнки асфальт аҫтында элеккесә һыуыҡ, дөм-ҡараңғы ине.

Бер мәл:

– Эй, йоҡосо, тор! Ҡалай алыҫҡа йәшеренгәнһең, – тигән тауышҡа уянып китте.

– Тамсыҡай, – тип ҡыуанды Орлоҡ, – һин ҡайҙа?

– Мин -әле Дым. Күҙгә күренмәйем, – тине таныш тауыш. – Йылы һулышымды тояһыңмы? Мин һиңә яҙҙы алып килдем бит.

– Эй, дуҫҡайым, – тип илап ебәрҙе Орлоҡ. – Мин бынан сыға алмам, сереп кенә ҡалырмын инде.

– Ҡайғырма! Бер әмәлен табырбыҙ, – тип тынысландырҙы дуҫын Тамсы. – Мин аҙыраҡ уйлайым әле. Булды! Ҡотолдоҡ! Ур-ра! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул, байтаҡ ваҡыт үткәс. – Тыңла. Һине эҙләп йөрөгәндә бер дәү ағайҙы күрҙем. Ул осло тимерҙе дырылдатып, тирләп-бешеп асфальт тишә ине. Ул тишкәнде беҙ тишә алмайбыҙмы?

– Кеше бит ул, – тине Орлоҡ. – Ул ҙур ҙа, көслө лә.

– Ә беҙ икәү, – тине Дым-тамсы. – Хатта өсәүбеҙ. Хәҙер мине эсерһең дә ап-аҡ тамырҙар йәйерһең. Улар ергә йәбешер, көс алыр. Шул көстө энә кеүек осло ҡыяғыңа туплайбыҙ ҙа тишеп сығабыҙ. Ә унда түбәңде генә күрһәт – Ҡояш үҙе ҡолағыңдан һөйрәп сығарыр.

– Мин эскәс, һин үләһең бит, – тип икеләнде Орлоҡ.

– Мин бер ваҡытта ла үлмәйем, тип әйттем дәһә. Оноттоңмо ни?– тине Дым. – Киреһенсә. Хәҙер һин генә мине яҡтыға алып сыға алаһың.

Дуҫтар эшкә тотондо. Улар шул тиклем тырышты, хатта йәшел ҡыяҡтағы һутҡа әйләнгән тамсы ваҡыт-ваҡыт ҡайнап киткәндәй булды.

Ә был ваҡытта бәләкәй генә малай өләсәһе менән балалар баҡсаһынан ҡайтып килә ине. Ауыҙын асып килә торгас, тигеҙ ерҙә абынып йығылды.

Илайым, тип ауыҙын бәлшәйткәйне генә, асфальтта бер нәмә күреп ҡалды.

– Өләсәй, – тип ҡысҡырҙы малай, – ҡара әле, йәшел генә ҡарыш­лауыҡ...

– Юҡ, балам, – тине өләсәһе, күҙлеген төҙәтә-төҙәтә, оҙаҡ ҡына ҡарап торғас. – Бәләкәс кенә үлән ҡалын ташты тишеп сығып килә. Эй, бисараҡай. Бына бит ул йәшәү ҡөҙрәте... – тип һоҡланды.

– Уф, өҙөп ала инде, тип ҡотом осто, – тине Кинйәкәй. Ул хәҙер нәфис ҡыяҡлы юл япрағы ине.

– Һәйбәт кешеләр булып сыҡты, – тине япрағындағы һут. – Беҙҙең уларға кәрәгебеҙ тейер әле. Йығылып яраланһа, өләсәһе беҙҙең япрағыбыҙҙы ябыр. Беҙ уны дауаларбыҙ.

Тамаммы, дауаммы?

Әкиәт ошонда тамам. Әгәр ҙә инде артабан нимәләр булғанын белергә теләһәгеҙ, әкиәтте баштан ҡабат уҡырһығыҙ.

Йәшәгән, ти, юл япрағы...

 

Фото: gtrk.tv

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: