-4 °С
Ҡар
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
12 Август 2022, 15:40

"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."

Күренекле шағир, «Йәншишмә» гәзитенең элекке баш мөхәррире Рәмил ЙӘНБӘКтең тыуыуына – 70 йыл

"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."
"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."

Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин,
Бәрәкәтле ерҙә яралған.
Йәнемә бит ерҙе,
Кешеләрҙе
Яратыуым ғына моң һалған,
Мин мөхәббәт өсөн яралған.
(«Мин тыуғанмын».)

«Абзый», тип йөрөттөк

Беҙҙең быуын ижадсыларынан күпкә алдараҡ тыуһа ла, Рәмил ағай Йәнбәк һәр ваҡыт беҙҙең менән бергә йөрөргә, аралашырға ынтылды. Бер мәл Рәмил Ҡолдәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла Зарипов – күмәгебеҙ осрашҡан саҡта: «Егеттәр, мин һеҙҙең үҫеп еткәнде көтөп йөрөп, китаптарымды һуңлаңҡырап сығарҙым, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзына ла һеҙҙең менән бергәрәк индем, мине лә үҙ төркөмөгөҙгә алығыҙ инде, зинһар», – тип шаяртҡайны. Беҙ ул шулай тип әйткән өсөн түгел, былай ҙа Рәмил ағайыбыҙҙы үҙебеҙгә тиңдәш итеп күр­ҙек. Был осраҡта тиңдәшлек ижадташлыҡ менән тиң һаналды, беҙҙе эйәрҙәш итте.
Беренсенән, Йәнбәк үҙен беҙгә тиң итеп тотто, ағай була белде. Икенсенән, мин ағаймын, һеҙ мине генә тыңларға тейешһегеҙ, тип айырым статус юлламаны, өлкәнлеген бер ваҡытта ла белдермәне. Үҙ-ара мөнәсәбәтебеҙ ҙә ҡор­ҙашлыҡҡа ҡоролдо. Өсөнсөнән, Рәмил Йәнбәк ысын мәғәнәһендәге йәшлек, мөхәббәт йырсыһы булды. Матурлыҡҡа, гүзәллеккә мөнәсәбәтен ул туп-тура егеттәрсә белдерҙе. Беҙ уны яратып, улар­ҙың яҡтарында әйтелгәнсә, үҙен Рәмил абзый, тип йөрөттөк.
Күпмелер ваҡыттан һуң ул саҡтағы йәш композитор Айрат Ғайсин (хәҙер уға – 60 йәш) менән йәш шағир Дамир Шәрәфетдинов (йәне йәннәттә булһын), Айраттың йырҙарын башҡарыусы йәш йырсылар Райман Ишбаев (йәне йәннәттә булһын) менән Харис Шәрипов (хәҙер уға – 57 йәш) беҙҙең төркөмгә ҡушылды. Рәмил ағай уларҙы ла ҡиәмәтлек ҡусты итте. Ул барыбыҙға ла тигеҙ ҡараны, яҡын күреп, «мыр­ҙам», тип өндәште. Тап шул йылдарҙа Айрат уның шиғыр­ҙарына байтаҡ ҡына йырҙар, шул иҫәптән «Әсәкәйем» көйөн ижад итте. Был йыр беҙҙең түңәрәктең гимнына әүерелде.
1990 йылда, Рәмил ағай «Башҡортостан пионе­ры»ның баш мөхәррире саҡта, гәзиттең 60 йәшлек юбилейы уҙғарылды. Абзый мине лә байрамға саҡырҙы. Сараға Татарстандан баш мөхәррирҙең дуҫы, шағир Роберт Миңнуллин да килгәйне. Яҡташыбыҙ менән тәү тап­ҡыр шунда осрашып таныштым.
1995 йылда Рәмил ағай беҙҙе, Айрат Ғайсин менән икебеҙҙе, тыуған ауылына «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамына алып ҡайтты. Шул саҡта беҙгә Күгәрсен районының Дауыт-Ҡайып ауылын да күреү бәхете йылмайғайны. Абзый­ҙың туғандары, ҡасандыр ағайыбыҙ эшләп киткән «Ҡыҙыл Байраҡ» колхозы рәйесе Рамаҙан Әбдрәхимов менән танышыу ҙа яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы.

Ижадта һуңлау юҡтыр

Йәнбәктең үҙ йәшендәге ижадсыларҙан һуңғараҡ әҙәби майҙанға килеүенең төп сәбәптәренең береһе, моғайын да, гәзит журналистикаһы стихияһылыр. Рәшит ағай Солтангәрәев яҙыусы менән шағирҙың гәзиттә 5 йылдан да артыҡ эшләргә тейеш түгеллеге хаҡында әйтә торғайны. Ул хатта гәзитте яҙыу­сыны юҡҡа сығарған «наждак ҡағыҙына» тиңләне. Рәмил Йәнбәк иһә балалар баҫмаһында ғына 18 йыл хеҙмәт итте, унда хәбәрсенән алып баш мөхәрриргә тиклем хеҙмәт юлы үтте. Филология фәндәре докторы, билдәле шағир Риф Әхмәҙиев шағирҙың оҙайлы юлдар аша әҙәбиәткә килеүенең сәбәбен түбәндәгесә аңлата:
«Шағир тәүге китабын сығарғансы ярайһы уҡ ваҡыт үтеп китте. Университетта уҡығанда шиғырҙар яҙа башлап, исеме гәзит-журналдарҙа, «Йәш көстәр» альманахында күренгән Рәмил бишенсе курстан уҡ «Баш­ҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенә эшкә саҡырылды, унда ябай хәбәрсенән башлап мөхәрриргә тиклем хеҙмәт баҫҡыстарын үтте.
Ун биш йыллап ғүмерен туранан-тура журналистикаға биргән Рәмил Йәнбәктең шиғырҙары, ниһайәт, 1990 йылда айырым йыйынтыҡ булып баҫылып сыҡты. Ул «Оҙон яҙ» тип атала. Әйтергә кәрәк, был китапҡа ингән әҫәрҙәр авторҙың поэзия өлкәһендә үҙен һынап ҡарауы булды...» (Риф Әхмә­ҙиев «Ер... йыр... йәр... йырсыһы». «Ағиҙел» журналы, 2002 йыл, 8-се һан).
Рәмил Йәнбәктең дуҫы, ҡәләмдәше, күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәлим Хисамов иһә шағирҙың баш мөхәррир, егет булараҡ байтаҡ сифаттарын бәйән итте:
«Рәмил баш мөхәррир булғанда гәзит бик ҡыҙыҡлы булып сыға торғайны. Уҡыу­сыларҙың тормошон төрлө яҡлап күрһәтергә тырышты, баҫма хатта өлкәндәрҙе лә йәлеп итә ине. Рәмил тормошта ла, эшендә лә бик талапсан кеше булды. Был йәһәттән ул үҙенә лә, башҡаларға ла шундай мөнәсәбәт күрһәтте. Был сифаты, беренсе сиратта, үҙенә ҡағыла торғайны. Гәзиттең һәр бер өтөрөн, һәр бер нөктәһен үҙ күҙе менән күреп, теге йәки был тыныш билдәһенең теге йәки был урында торорға тейеш икәнлегенә ныҡлы инанғас ҡына гәзитте баҫтырырға ҡул ҡуйҙы. Күп кенә баш мөхәррирҙәр баҫманың йөкмәткеһен билдәләү ҙә етә, тыныш билдәләрен башҡалар ҡуйырға тейеш, тип уйлай. Рәмил иһә бындай баш мөхәррирҙең киреһе ине. Ул бөтәһен дә үҙе эшләргә, үҙенә яуаплылыҡ алырға тырышты. Шуның арҡаһында ул эшләгәндә гәзит бик юғары кимәлдә, грамоталы булып сығып килде.
Рәмил Өфөләге хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәптә уҡыны. Ул ваҡытта был интернатты тамамлаусылар шул йылда уҡ юғары уҡыу йортона инергә тейеш, тигән яҙылмаған ҡанун бар ине. Рәмил тәүге йылда Башҡорт дәүләт университетына инә алманы. Шунан тыуған ауылына ҡайтып, колхозда төрлө эштәр башҡарып, донъяны өйрәнеп, ерҙең нисек һөрөлгәнен, иген нисек сәселгәнен һәм уңыштың нисек йыйып алынғанын үҙ күҙ­ҙәре менән күргәс кенә, бер йылдан һуң кире Өфөгә килеп уҡырға инеп китте. Йәғни университетта уҡый башлағанда мәктәп эскәмйәһенән яңы ғына сыҡҡан малай түгел ине. Тимәк, уның тәүге йылда уҡырға инә алмауы үҙе өсөн файҙаға ғына булды. Ғөмүмән, Рәмил алдына алғанын һәр ваҡыт тормошҡа ашыра торғайны. Интернатта уҡығанда бокс секцияһына йөрөүе лә ныҡышмаллығы тураһында һөйләй. Етмәһә, уның һәр бер боксёрҙыҡы кеүек танауы ҡыйыш ине. Рингта бит һәр ваҡыт еңеп булмай, еңелергә лә тура килә. Дәғүәсеңә генә һәр ваҡыт һуғып булмай, үҙеңә лә эләгә. Рәмил ике уйламаған, бер уйлаған һәм бер тапҡыр эшләгән ҡыпсаҡ холоҡло егет ине».


Кем балаһы, тип һораһалар

Беҙҙең халыҡта теге йәки был кеше хаҡында нимәлер белергә теләһәләр, һәр ваҡыт иң тәүҙә: «Кем балаһы ул?» – тип ҡыҙыҡһыналар. Рәмил ағайҙан күп тапҡыр һорашҡаным булды, тик ниңәлер ул ата-әсәһе, туғандары тураһында һөйләргә яратманы. Ауылдашы, ҡоҙаһы, дин әһеле Ишмөхәмәт ағай Арыҫланбәков аша миңә ошолар мәғлүм булды.
Рәмил ағайҙың атаһы Әхмәт Мәхмүт улы Бөйөк Ватан һуғышында өлкән лейтенант дәрәжәһендә пехота взводы командиры була. Бер яуҙа ҡаты яраланып, әсирлеккә эләгә. Ҡот осҡос әсирлек шарттарында бөткөһөҙ ғазаптар татый. Һуғыштан һуң колхозды күтәреүҙә ең һыҙғанып эшләй, алған яралары һөҙөмтәһендә 1960 йылда 48 йәшендә генә вафат була.
Атаһы Әхмәт Бикес ауылы ҡыҙы Зәйнәбкә өйләнеп, уларҙың 9 балаһы тыуа. Тәүге ҡыҙҙары менән улдары Сулпан һәм Нәүбаһар сабый саҡтарында уҡ үлеп китә. Өсөнсө балалары Венер (1938) иң өлкән балалары булып ҡала. Уға етәгеһе 1940 йылғы Әмир 1952 йылда ҡапыл вафат була. Һуғыштан һуң игеҙәктәр Шамил менән Фәнил (1946 йылғылар) донъяға килә. Фәнил шулай уҡ бәпес сағында үлә. Шамилдан һуң ҡыҙҙары Әлфиә (1949), улдары Рәмил (1952), төпсөктәре Рәмзиә (1954 йылғы) тыуа. Рәмзиә лә сабый ғына көйө һыуыҡ тейеп, үлеп ҡала. Шулай итеп, өс ул һәм бер ҡыҙ балалары үҫеп етә.
Рәмил Йәнбәктең ағаһы – билдәле шағир, журналист, ғүмерен балалар матбуғатына арнаған Венер Йәнбәков 2014 йылда яҡты донъя­нан китә. Рәмил ағайҙың ни өсөн туғандары хаҡында һөйләргә яратмағаны ла аңлашыла төшә: бала саҡтарында уҡ вафат булған туғандарын, әсирлек ғазаптарын татыған атаһын иҫкә алып, минең дә күңелде төшөрөргә, ҡай­ғыһын яңыртырға теләмәгәндер. Әммә шиғыр­ҙарында йән яныуҙарын барыбер ҙә йәшерә алмай ине ул. Үҙе әйткәнсә, атаһының снаряд ярсығы тейеп яраланған аяғы өсөн бына нисек итеп һыҙлана:
Тәпәй баҫыу үҙе бәхет булған –
Ғүмер үтте аяҡ өҫтөндә.
Юл йөрөнөм, ете диңгеҙ кисеп,
Сатан Әхмәт – атам өсөн дә.
(«Ни һуң бәхет?»)
Йәки:
Хоҙай, ниңә һин атама минең
Шундай ҡыҫҡа ғүмер биргәнһең?
Күбәләктәй ғүмерен утта үртәп,
Һынау кәртәләре киргәнһең?
Үҙем хәҙер күптән ир еткәнмен,
Ә күңелем китек һаман да.
Күҙҙәремдә гелән һағыш ята,
Атаҡайҙан иртә ҡалғанға?
(«Атайҙы һағыныу».)
Шағирҙың китаптан китапҡа күсеп уҡып, юлдар араһында бәхетле бала сағы осҡондарын эҙләнем һәм, әйтергә кәрәк, таба алманым. «Һуғыш яралары» шиғырында быға яуапты таптым:
Яуҙар тынып, нисә йылдар уҙҙы,
Әммә бөтмәй һуғыш яралары.
Үҙҙәре лә һиҙмәй юғалтыуҙы –
Олатайһыҙ үҫә балаларым.
Бер олатай түгел – икәүһен дә
Гүргә тыҡты һуғыш яралары.
Ҡорбандары арта үткән яуҙың,
Алыҫлашҡан һайын аралары.
Дары еҫкәмәгән йәштәргә лә
Тейә икән һуғыш яралары.
Беҙ атайһыҙ үҫтек.
Инде килеп
Олатайһыҙ үҫә балаларым.


Йөрәгенән сыҡҡан шағир ҡаны...

Данлыҡлы бейеүсе, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитов менән шағир Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда бер бүлмәлә йәшәгән. Риф ағай дуҫын яҡты хәтирәләр менән иҫкә алып һөйләй, ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла бәйән итә. Улар бергә «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгенә йөрөгән, Йәнбәк түңәрәктең кураторы булһа, Ғәбитов әҙәби кисәләрҙе үҙенең бейеүе менән биҙәгән:
«Интернатта уҡығанда әллә ни аралашманыҡ. Ҡыҙыу ҡанлы ине Рәмил, текә баҫып йөрөнө. Артабан яҙмыш беҙҙе осраштырҙы. Уның менән университетта уҡығанда бер бүлмәлә йәшәнек. Бер саҡ бүлмәбеҙҙә телевизор ҡарайбыҙ. Компартияның ХХIII съезы бара, генсек Леонид Брежнев сығыш яһай. Йәнбәк уның әйткән һүҙҙәрен оҡшатмай, уҫал ғына һүҙ ысҡындырып алды. Дуҫым уйлағанын һис икеләнеүһеҙ, тураһын ярып әйтер заттан ине. Был сифаты уға тормошонда байтаҡ ҡына уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Мин уның Брежнев хаҡында әйткән һүҙҙәре менән риза түгеллегемде белдерҙем. Һүҙҙән – һүҙ, уйындан уҫмаҡ сыҡты. Беребеҙ ҙә үҙ һүҙен бирергә теләмәйенсә һуғышырға керештек. Рәмилдең танауы ҡанап китте. Һуңынан ша­ғир­ҙың 50 йәшлек юбилейын үткәргәндә ошо хәлде мәрәкә итеп һөйләп: «Йәнбәктең танауынан сыҡҡан ҡан йөрәгенән сыҡҡан шағир ҡаны ине», – тинем.
Рәмил иҫ киткес ярҙамсыл кеше, тоғро дуҫ булды. Һүҙендә тора белеүенә тағы бер ҡыҙыҡлы миҫал. Бер мәл мин бүлмәлә дежур саҡта табала өймәләм итеп макарон бешерҙем. Йәнбәк дәрестән ҡайтып инде лә, һүҙҙән-һүҙ сығып китеп: «Әйҙә, мин ошо бер таба макаронды бер үҙем ашап бөтөрәм», – тип фуражкаһын атып бәрҙе. Егеттәргә ҡыҙыҡ булып китте. Ысынлап та, ул бер үҙе табалағы макаронды ашап бөтөрҙө. Һүҙендә торҙо...»


«Ишегемде асып сығайымсы...»

Рәмил ағай самаһыҙ ихлас, эсендәге тышында кеше булды. Уның менән төрлө сараларҙа ҡатнашҡан саҡта берәр интернатташын осратһа, йәшенә ҡарамайынса, һәр ваҡыт ҡосаҡлап алыр ине. Был мәлдә уның күҙҙәрендә йәш бөрсөктәре ялтыраны. Күҙ йәштәре ихласлыҡтың иң самими сағылышы бит. «Интернатташтар» тигән милләттең дә барлығын беләбеҙ. Бындай сағында бер үк мәктәптә уҡыу­сыларға ҡарап һоҡланыу ҡатыш көнләшергә генә ҡала ине.
2012 йылдың авгусында Баймаҡ үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре хеҙмәткәрҙәре Рәмил Йәнбәктең 60 йәше тулыу уңайы менән районда әҙәби осрашыуҙар үткәргәйне. Абзыйҙы үҙемдең машинаға ултыртып Өфөнән Баймаҡҡа алып барыу бурысын китапханалар селтәренең ул саҡтағы директоры Луиза апай Дәүләтшина миңә йөкмәтте. Иң тәүҙә район китапханаһы бинаһында Рәмил Йәнбәктең шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса шиғриәт һөйөүселәр бәйгеһе үтте. Шул тиклем йәнле һәм зауыҡлы уҙҙы был сара, йәмғеһе райондың 75 ауылынан килгән конкурсанттар ҡатнашты. Бәйгеселәр уның шиғырҙарын яттан һөйләгәндә уларҙы тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел ине. Шиғриәтенә, үҙенә булған ошондай иғтибарҙан абзыйымдың күҙҙәренә йәштәр килеп тығылды.
Саралар бының менән генә тамамланманы. Артабан Беренсе Этҡол, Ҡаратал, Өмөтбай ауылдарында уҡыусылар менән осраштыҡ. Ҡай­һы ауылға ғына бармайыҡ, һәр береһендә Рәмил Йәнбәктең әлеге лә баяғы «интернатташтары» көтөп торҙо. Был осрашыуҙар матур бер хәтирә булып күңелдәребеҙҙә һаҡланып ҡалды.
Рәмил Йәнбәктең ғүмере 2017 йылдың 11 ғин­уарында өҙөлдө. Башта әйткәнебеҙсә, һуңлаңҡырап сыҡҡан тәүге китабын ул «Оҙон яҙ» тип атаһа, вафатынан һуң сыҡҡан, үҙе күреп өлгөрмәгән китабының исеме – «Иртә көҙ». Ғүмер көҙө иртәрәк килһә лә, абзыйыбыҙ күңеле менән йәп-йәш булып ҡалды.Әйткәндәй, алтмышын тултырғанында ла сәстәренә сал ҡунманы.
Шағирҙың барлығы туғыҙ китабы донъя күрҙе. Шәһит Хоҙайбирҙин, Зәйнәб Биишева, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты, Баш­ҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ул.
861 – 946 йылдарҙа йәшәгән шәреҡ донъя­һының танылған дин белгесе һәм фәйләсүфе Әбүбәкер Әш-Шибли был донъя хәстәре менән генә йәшәүселәрҙе – ике йөҙлөләр, теге донъя тип йәшәүселәрҙе – намыҫлылар, Аллаһ юлында донъя ҡуйыусыларҙы суфыйҙар тип атаған. Рәмил Йәнбәктең «Иртә көҙ» йыйынтығын уҡығанда күпселектә баҡыйлыҡ хаҡында һүҙ бара: шағир ғүмерендә булған хаталары өсөн үкенеү белдерә, үҙен һәр йәһәттән «теге тарафҡа» әҙерләй. «Ишегемде асып» шиғырын тыныс ҡына ҡабул итеп булмай:
Ишегемде асып сығайымсы,
Яҡты донъяны бер күрәйем.
Вайым ситлегенән сығайымсы –
Үләм икән, һөйөп үләйем.

Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.

"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."
"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."
"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."
"Мөхәббәттән генә тыуғанмын мин..."
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: