+13 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
2 Сентябрь 2022, 15:45

Ул бала саҡ иленән

"Йәншишмә"нән илһам алып...

Ул бала саҡ иленән
Ул бала саҡ иленән

Ҡулығыҙҙа – «Йәншишмә»нең яңы һаны. Матур сыҡҡанмы? Һеҙ башта һәр битен, фотоларын, һүрәттәрен ҡарап сығаһығыҙ, артабан мәҡәләләрҙең исемдәренә иғтибар итәһегеҙ, шунан ғына үҙегеҙҙе иң тәү сиратта йәлеп иткән яҙмаларҙы уҡый башлайһығыҙ. Дөрөҫмө? Мин үҙем дә тап шулай итәм.

Матбуғат баҫмаһының йөкмәткеле булып сығыуына журналис­тар күп көс һалһа, уларҙы уҡыу­сыларға еткереүҙә мәғәнәһен нығыраҡ асыуҙа рәссамдар ҙур тырышлыҡ менән биҙәү эшен башҡара. Һүрәттәргә ҡарау менән һүҙҙең нимә хаҡында барыуы аңлашылып тора.
Бындай ауыр ҙа, яуаплы ла бурыс «Йәншишмә» гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләүсе рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова апайығыҙ иңенә төшә. Иғтибар итһәгеҙ, баҫмабыҙҙа бик күп махсус биттәр һәм рубрикалар бар: «Ғаилә усағы», «Тәбиғәт бите», «Һөнәре бар­ҙың – ҡәҙере бар», «Тирмәкәй», «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы», «Тәнәфес», «Гәзитебеҙ – дуҫыбыҙ», «Әсәм теле – сәсән теле», «Йәншишмә»-бүләк» изгелек кәштәһе» һәм башҡалар. Шул биттәр әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торһон өсөн, рәссам йөкмәткеһен төрлө яҡтан асырға тырышып, матур һүрәттәр төшөрә. Былар ҙа – Хаят апайығыҙҙың эше. Әҙәби әҫәр­ҙәргә бигерәк тә мауығып, бөтә күңелен, фантазияһын биреп яһай һүрәттәрен. Әйтерһең, улар, беҙҙең арала йөрөгән геройҙар, рәссамдың тылсымлы ҡулы ярҙамында гәзит битенә күскән.
Байрамдар, каникулдар, иҫтә­лекле, тарихи даталар, юбилей­ҙар ваҡытында гәзит биттәрендә сыҡҡан коллаждарға ла иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. Улар­ҙы ла Хаят Йәрмөхәмәтова апайығыҙ ижад иткән. Элегерәк рәссамдар бөтә һүрәттәрҙе лә ҡул менән эшләһә, һуңғы йылдарҙа бөтәһе лә компьютер ярҙамында баш­ҡарыла. Төрлө программаларҙы ла оҫта үҙләштереп, эшендә файҙалана ул.
Хаят Рәмил ҡыҙы «Китап» нәшриәте менән дә хеҙмәттәшлек итеп, бик күп йыйынтыҡтарҙы рәссам булараҡ биҙәне. Шуға уға әҙиптәр ҙә рәхмәт һүҙҙәрен еткерә. Апайым, билдәле шағирә Миңлегөл Хисамованың «Әсәйем нәҙере», минең «Һуғыш балалары – тарих яралары» кеүек китап­тарыбыҙҙы матур һүрәттәре менән биҙәне. Шуға уға бик рәхмәтлебеҙ.
Үҙ эшенә үтә талапсан һәм яуап­лы ҡарауы, бурысын сифатлы итеп башҡарырға тырышыуы – Хаят Йәрмөхәмәтованың иң төп һыҙаттарының береһе. Был – ижад кешеләре өсөн бик мөһим, кәрәкле сифаттар.
1 сентябрҙә хеҙмәттәшебеҙ үҙенең алтын юбилейын билдәләне. Беҙ Зөбәржәт Миңлебаева менән Хаят ҙурай­ғанса йыл да уны тыуған көнө менән ҡотларға бара тор­ғайныҡ. Әсәһе Миңлебикә апай менән бәләкәс ҡыҙ быға бик шатлана һәм килеүебеҙҙе көтөп тора ине. Хаятты беҙ 4 йәше сағынан беләбеҙ, шуға хәҙер уның ижади үҫешенә бик ҡыуанабыҙ.
Рәхмәтле бала булып үҫте ул. Улыбыҙ Азамат тыуғас, Хаят уның һәр шатлығын уртаҡлашты. Тыу­ған көндәрендә иҫтәлекле бүләктәр менән ҡыуандырҙы. Шуларҙың иң ҙуры, әлбиттә, бәләкәс Азаматың «Банан, банан, килдең ҡайҙан?» тигән тәүге китабын биҙәүе булды. Унан һуң икенсе «Пип-пип, юлдан кит!» тигәненә төрлө маркалы машиналар һүрәттәрен төшөрҙө. Ике китабы ла күҙ асып йомғансы тигәндәй таралып бөттө.
Белем көнөндә тыуыуы менән дә Хаят Йәрмөхәмәтова, әйтер­һең дә, бала саҡ илендә ҡалған. «Йәншишмә»нең тылсымлы тамсылары уға киләсәктә ла ижадында илһам өҫтәп, тағы ла сағыуыраҡ балҡытһын.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА,
шағирә, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты, «Йәншишмә» гәзите ветераны.

Тылсым тыуҙырыусы

Бала саҡта кем генә һүрәт ҡарарға, үҙе лә яһарға яратмай икән?! Бәй, төҫтәр теле донъяны, әйләнә-тирәләге нәмәләрҙе, хис-кисерештәрҙе белеү-аңлауҙа иң ҡулайы бит. Мәҫәлән, гәзит-журналды, китапты ҡулға алғас та тәүҙә ундағы һүрәттәргә, фотоларға, тәғәйен әйткәндә, биҙәлешенә иғтибар итәһең. Юҡҡа түгел бит. Унда ниҙәр хаҡында яҙылғанын, мауыҡтырғыс икәнен ана шул һүрәттәргә ҡарап та самалап була.

Нәҡ шуға ла һынлы сәнғәткә мөкиббән китеп, үҙҙәре лә шул өлкәлә ижад иткән хисле, моңло заттарға нисектер һоҡланып, ҙурлап ҡарау һис ғәжәп түгел.
Сирек быуаттан ашыу республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите «Йәншишмә»лә рәссам булып эшләгән Хаят Йәрмөхәмәтованы ла Хоҙай ана шундай тылсым тыуҙырырға һәләтле итеп ярат­ҡан. Әйткәндәй, йәнә «Аманат», «Шоңҡар» журналдарын, күп әҙип-әҙибәләрҙең балалар өсөн яҙған китаптарын, бүтән баҫмаларҙы матурлап донъя­ға сығарыуҙа ла тос өлөш индергән ҡылҡәләм оҫтаһы ул. Уның гүзәл бала саҡ иленә сәйәхәткә әйҙәгән йәнле-йәмле һүрәттәре тик үҙенсә, Хаятса, күркәмлеге менән айырылып, арбап тора. Был иһә иң беренсе рәссамдың һәләтенә, эске донъяһына бәйле. Хаят Йәрмөхәмәтованың рухи булмышы ижадында шул рәүешле көҙгөләгеләй сағыла ла инде.
«Йәншишмә»не йәмгә төрөүгә ҙур хеҙмәт һалған шәхестең мөғжизәле бала саҡ илендә йәшәп, йәш дуҫтарын бик яратып, уларға ҡыуаныстар бүләк итеүе киләсәктә үҙенә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға юл асыр әле.

Зөбәржәт МИҢЛЕБАЕВА,
Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, «Йәншишмә» гәзите ветераны.

Ҡулыңдан һөйөн!

Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә байтаҡ йыйынтыҡтарым донъя күрҙе. Улар­ҙы биҙәлеш яғынан төрлө рәссамдар башҡарҙы. Араларына Хаят Йәрмөхәмәтованың ижады айырыуса күңелемә яҡын. Уның һүрәттәре милли һыҙаттары менән айырылып тора. Ҡатын-ҡыҙҙың нескә хистәрен, күңел донъяһын асып бирерлек һүрәттәр шиғырҙарҙың йөкмәткеһен сағылдыра. «Әсәйем нәҙере» китабына яһаған һүрәттәре араһында айырыуса берәүһе ҡәҙерле минең өсөн. Унда Хаят һылыу әсәйемде фотоһына ҡарап төшөрөп ҡуйғайны.
Тағы бер эше өсөн рәхмәтлебеҙ. Һылыуым, танылған шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның 50 йәшлек юбилейына сығарған буклетына беҙҙең ғаиләне – әсәйебеҙҙе һәм атайыбыҙҙы, мине һәм һеңлемде бергә ҡуйып, бына тигән бүләк яһаны. Замана техникаһына, шул мөғжизәләрҙе үҙләштергән рәссам ҡулдарына мең рәхмәт. Ә бит беҙҙең бергә төшкән фотобыҙ бөтөнләй юҡ. Атайыбыҙ үлгәндә миңә – 4 йәш ярым, һеңлемә 1 йәш ярым ғына булған. Үҙ эшенә ижади ҡарамаған берәү булһа, һәр ҡай­һыбыҙҙың фотоһын айырым-айырым ҡуйыр ҙа, бурысым шуның менән бөттө, тиер ине. Ә Хаят беҙҙе бергә ҡушты, нисә йылдар­ҙан һуң матур ғаилә итеп тыу­ҙырҙы.
Уның әсәһе Миңлебикә Йәрмөхәмәтова ла – ижади шәхес. Бик матур хикәйәләр яҙа, заманында прозаик булыр, тип уға ҙур өмөт бағланылар. Ижади ғаиләлә тыу­ған Хаяттың ижад кешеһе булыуы һис тә ғәжәп түгел. Ҡулыңдан һөйөн, һылыу! Юбилейың менән! Күңелеңдә ижад осҡондары һүнмәһен! Бәхетле бул!

Миңлегөл ХИСАМОВА,
Башҡортостандың мәғариф ветераны, шағирә, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Ҡылҡәләм оҫтаһы

 

Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙгә бер һорауым бар: балалар өсөн тәғәйенләнгән китаптың һүрәтһеҙ булып сығыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Мин – юҡ. Ундай китапты кескәйҙәр тотоп та ҡарамаясаҡ. Һеҙ ҙә, моғайын, шундай фекерҙәлер. Ә бына магазин кәштәләрендәге сағыу һүрәтле матур тышлы китаптарҙың күҙ яуын алып, үҙенә тартып, йәлеп итеп тороуы һәр кемгә лә мәғлүм. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә ҡыҙыҡһынып ала, ҡарай, уҡый ундай китаптарҙы.
Кемдәрҙең хеҙмәте китапты шулай ылыҡтырғыс итеүен дә беләһегеҙҙер, моғайын. Эйе, рәссамдар. Тәбиғәттән бирелгән һәләтен тейешле уҡыу йортонда камиллаштырып, ныҡышмалы, тырыш хеҙмәт менән үҫтереп, рәссамдар беҙ күреп һоҡланған хыял донъяһын тыуҙыра. Шундай рәссамдарҙың береһе тураһында һүҙем: ул – «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенең биҙәлеш оҫтаһы, рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан һәр баҫма үҙенең тәғәйенләнешенә ярашлы биҙәлергә тейеш. Бигерәк тә балалар өсөн сығарылған китаптарҙың матур биҙәлеүе зарур. Хаят Йәрмөхәмәтова менән танышып китеүебеҙ ҙә китап арҡылы булғайны. Үҙе эшләгән күңелгә ятышлы һүрәттәре кеүек, мөләйем, алсаҡ йөҙлө ҡыҙ булып, тәү күреүҙән оҡшағайны ул миңә. Был ижади хеҙмәттәшлек өс тиҫтә йылға яҡын дауам итә. Ул биҙәгән китаптарҙы ҡарап, уҡып, күпме үҫеп килеүсе йәш быуын зиһенен, күңелен байытҡандыр, фәһем алғандыр, тормошҡа ҡарашы формалаш­ҡандыр.
Хаят эшләгән һүрәттәр йәнле, кешеләре, малай-ҡыҙҙары теремек, йорт хайуандары, тәбиғәт ҡосағында ирәүән йөрөгән йәнлектәр, ҡоштар китап биттәренә үҙҙәре инеп баҫҡанмы ни! Уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараған кескәйҙәр күңелендә гүзәллеккә ынтылыш уяна, үҙҙәрен уратып алған тәбиғәт күренештәренә һоҡланып, кешелеклек, кеселеклек сифаттары, тирә-яҡ мөхиткә, тереклек донъяһына аяулы, мәрхәмәтле мөнәсәбәт тәрбиәләнә.
Йомарт тәбиғәттең мул емешле сағында донъяға килеп, бөгөнгө көндә 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләгән Хаят Рәмил ҡыҙы Йәрмөхәмәтованы ихлас күңелдән ҡотлайым! Һаулыҡ-именлектә бәрәкәтле мул тормош, күңел тыныслығы, ижади уңыштар, йән-тән сихәтендә оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.

Әлфиә ӘСӘҘУЛЛИНА,

шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең балалар редакцияһы мөхәррире, Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге әҙәби премия лауреаты.

Китап рәссамы - ул авторҙаш

Балалар, моғайын, һәр берегеҙ тәүге тапҡыр уҡып сыҡҡан китабын иҫендә тоталыр. Мин дә шулай, йылдар үткәс тә тәүге уҡыған китабым – Зәйнәб Биишеваның «Йәнле хәрефтәре» – һаман күҙ алдында. Бигерәк тә көҙгө алдында сәсен тарап торған ҡыҙыҡай һыны. Ә шунан, нисек кенә сәйер булмаһын, «Арифметика» дәреслегендәге матур-матур һүрәт­тәр иҫкә төшә. Беҙ уҡыған осорҙа математи­ка буйынса тәүге дәреслек шулай атала ине. Ә ниңә тәүге китаптағы шиғырҙар менән икенсеһендәге миҫалдар түгел, тап һүрәттәр хәтергә уйылған һуң? Сөнки бала саҡта беҙ иң тәүҙә төҫтәргә, китап битендәге һындарға иғтибар итәбеҙ, аҡ-ҡара түгел, ә төҫлө һүрәттәр оҡшай.
Тимәк, китаптарға рәсем төшөрөүселәрҙең хеҙмәте бик мөһим.
Ә һеҙ китаптарығыҙҙағы рәсемдәрҙе кем төшөргәненә иғтибар иткәнегеҙ бармы? Мотлаҡ иғтибар итегеҙ, уларҙы белеү яҙыусыларҙы белеү кеүек үк мөһим.
Минең бер нисә китабымды рәссам Хаят апайығыҙ Йәрмөхәмәтова биҙәне. «Ана килә бәпәй» һәм «Мин донъяны өйрәнәм» тип атал­ғандарын кемдәрегеҙҙер шиғырҙарым буйынса конкурста ҡатнашып, бүләккә лә алғандыр.
Әлбиттә, хәҙерге рәссамдар яңыса, абстракт тип аталған ысулдар менән төшөрөүҙе хуп күрә, тик мин балалар китаптарында хайуандар ысынбарлыҡтағыса һүрәтләнергә тейеш, тип иҫәпләйем.
Хаят апайығыҙ китаптарыма һүрәттәрен компьютерҙа ижад итте һәм тап шул теләгемә ярашлы эшләне. Уның һүрәттәрендә бар нәмә лә үҙ урынында, шиғырҙан ситкә сыҡҡан, үҙе бер башҡа донъя менән йәшәп ятҡан күренештәр юҡ. Мин үтенгәнсә, хайуандар ҙа реаль һынланышлы, танылып тора, хатта уларҙың характерҙары ла бар. Тап шундай ижады менән ул шиғырҙарымдың йөкмәткеһен асып, сағыулыҡ өҫтәне. Тағы ла компьютер рәссамға һүрәтте эшкәртергә, үҙгәрештәр индерергә, эшләп бөтөрөргә мөмкинлек бирә. Шуға күрә Хаят минең тәҡдимдәр буйынса фонды ла, композицияны ла, персонаждарҙың һындарын да үҙгәрткеләне. Мәҫәлән, үгеҙ быҙауҙың тап һөҙөшөргә килгәнен күрһәтергә һораным, сөнки баштағы вариантта ул тыныс ҡына ҡарап тора ине. Рәссамды был йәһәттән авторҙашым тип тә атарға була.
Компьютер буяуҙары үҙенсәлекле, әлбиттә, мәгәр, ул һүрәттәрен тәбиғи булмаған, ағыулы синтетик төҫтәр ҡулланмай ижад итә.
Компьютерҙа һүрәт төшөрөүҙең уңайлыҡтары күп, үҙегеҙ ҙә тотоноп ҡарағыҙ, балалар, бәлки, шул йәһәттән һәләтегеҙ асылыр.
...Яңыраҡ Яҡтыкүлдә булып ҡайттым. Шунда ял иткән дүрт балалы бер ғаиләнең сабыйҙары менән саф башҡортса һөйләшеп йөрөгәндәрен күреп, сәфәрҙә башҡортса һөйләшкән балаға бүләк итермен тип һалып алған «Ана килә бәпәй» тигән китабымды һөйөнә-һөйөнә тотторҙом. Иң кинйәһе – 2 йәшлек кенә Асланы – яр буйында китап биттәрен мауығып асып-асып ҡарап ултырғанын күреп, шат булдым: тимәк, һүрәттәр оҡшаған! Ә унан шиғырҙарына ла сират етер.
Тимәк, рәссам – ул китап донъяһына алып инеүсе.
Хаят Йәрмөхәмәтованы матур ғүмер байрамы менән ҡотлайым һәм балалар өсөн яңынан-яңы рәсемдәр ижад итеп, әҙәбиәт донъя­һына иҫтә ҡалырлыҡ, һоҡланғыс юлдар асыуын теләйем.

Гүзәл СИТДИҠОВА,
яҙыусы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика премияһы лауреаты.

Ул бала саҡ иленән
Ул бала саҡ иленән
Ул бала саҡ иленән
Ул бала саҡ иленән
Ул бала саҡ иленән
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: