+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
23 Сентябрь 2022, 14:35

Китап булмаһа — милләт юҡ, милләт булмаһа — ил юҡ, ил бөтһә — тел дә бөтә

Таңсулпан Ғарипова, тиһәк, беҙ «Бөйрәкәй» пенталогияһын күҙ алдына килтерәбеҙ.

Китап булмаһа  — милләт юҡ, милләт булмаһа  —  ил юҡ, ил бөтһә  —  тел дә бөтә
Китап булмаһа — милләт юҡ, милләт булмаһа — ил юҡ, ил бөтһә — тел дә бөтә

Башҡорт әҙәбиәтенә «Ялан сейәһе» тигән хикәйәләр китабы менән килеп инә ул. «Ай менән Ҡояш бер генә» исемле икенсе йыйынтығында тормошобоҙҙағы киҫкен проблемаларҙы ҡыйыу күтәреп, уҡыусылар һөйөүен яулай. Драматургия өлкәһендә «Аҡ тирәккәй», «Төштәге йыр», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Китмәгеҙ, торналар!», «Ямғыр көткәндә», «Тәңкәле ҡыҙ», «Ғилмияза», «Маҡтымһылыу, Әбләй, Ҡара юрға» кеүек сәхнә әҫәрҙәре республика театрҙарында уңыш менән бара.
«Илекәй», «Ҡанатлы бәхеткәйем» кеүек повестары ла, әҙибә сценарийы буйынса төшөрөлгән «Йәй ташы» исемле кинофильмы ла әҙәбиәт һөйөүселәрҙе тетрәтә. Публицистика өлкәһендә лә әүҙем эшләй Таңсулпан Ғарипова. Уның республикабыҙ шәхестәре тураһында яҙған очерктары күп ижадсыларға өлгө булып тора.
13 сентябрҙә «Торатау» конгресс-холында әҙибәнең 75 йәшенә арналған фәнни-ғәмәли конференция уҙҙы. Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторолған был сараға Мәскәү, Татарстан, Ижау, Силәбе яҡтарынан да әҙиптәр, ғалимдар килгәйне. Улар Таңсулпан Ғарипованың ижады хаҡында сығыш яһаны. Илленән ашыу докладты үҙ эсенә алған йыйынтыҡ конференцияла ҡатнашыусыларға бүләк итеп тапшырылды.
Юбилярҙы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡотлап, республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хатын, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина – Рабиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» бүләген, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын тапшырҙы. Шулай уҡ Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев һәм мәҙәниәт министрлығынан, Баймаҡ районы хакимиәтенән, башҡа килгән ҡунаҡтар, ҡәләмдәштәре ихлас ҡотланы.
Фәнни-ғәмәли конференция ҡабул иткән резолюцияға түбәндәге тәҡдимдәр индерелде: Таңсулпан Ғарипованың «Бөйрәкәй» пенталогияһы буйынса киносценарий әҙерләргә; әҙибәгә Өфө ҡалаһының Почётлы гражданы исемен юлларға; «Китап» нәшриәтендә яҙыусы әҫәрҙәрен ике томда урыҫ телендә баҫтырып сығарырға; яҙыусының ижады буйынса фотоальбом нәшер итергә; Таңсулпан Ғарипова пьесаларын республика театрҙары репертуарына индерергә.
Бөгөн беҙ «Йәншишмә» уҡыусылары иғтибарына Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

 

– Таңсулпан апай, һеҙҙең оло шәхес икәнегеҙҙе лә, ижадығыҙҙы ла уҡыу­сылар яҡшы белә. Бөгөнгө бейеклектәрҙе яулаған әҙибәнең бала сағы ҡайҙа, нисек үтте икән? Был хаҡта, моғайын, бөтәһе лә белмәйҙер...
– Мин 1947 йылдың 22 сентябрендә Баймаҡ районының Күсей ауылында тыуғанмын. Әсәйем – Әсмә Рәхмәтулла ҡыҙы Баймырҙина уҡытыусы ине; атайым – Хизбулла Ғибаҙулла улы Мөхәмәтҡолов мин тыуғанда Ворошилов исемендәге колхоздың бригадиры булған. Өй атайға олатаһы Сафанан ҡалғайны. Ҡарағас бүрәнәләрҙән һалынған ныҡлы ине, тайса таш ҡойма менән уратылғайны; ҡарағастан ҡоролған «урыҫ ҡапҡаһы» ла бар ине, ул боронғо орнаменттар менән биҙәүле лә булған. Өфөнән килгән ниндәйҙер кешеләр уның шул семәрҙәрен һүрәткә төшөрөп алып китәләр ине – нимәһе менәндер фәнгә ҡыҙыҡлы булғандыр.
– Бала саҡта һеҙҙең киләсәк тормошоғоҙға иң ҙур йоғонто яһаған кешеләр кемдәр булды?
– Кеше тыуған ерен, ата-әсәһен үҙе һайламай – өлөшөңә кем насип була. Мин мәгәр тыуған еремдән, ырыуымдан һәм ата-әсәмдән ныҡ ҡәнәғәтмен. Тыуған ерҙән ни өсөнмө? Сөнки ул йырҙарҙа данланған Ирәндек тауҙары ҡуйынында ултыра. Нисә ҡараһаң да, ҡарашың ҡаяларға ҡағыла. Ырыуым – бөрйән. Тамырҙары Арҡайым цивилизацияһына тоташ­ҡан бик боронғо ырыу ул. Иң боронғо эпос һаналған «Урал батыр»ҙы беҙҙең бөрйән ырыуына ҡараған кешеләр күңелендә һәм хәтерендә һаҡлауы ана шул боронғолоҡҡа ишара. Ата-әсәм, тигәндәй, атайым иҫ китмәле көслө тауышлы йырсы булды. Өзләй ҙә ине. Йырлап бөткәс, тыңлаусыларға йырҙың тарихын һөйләй тор­ғайны. Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров кеүек ҡурайсылар беҙҙә аҙналар буйы ятып боронғо йырҙар өйрәнде атайымдан. «Мин уларға 100 йыр яҙҙырҙым тарихтары менән», – ти торғайны атай. Әкиәттәрҙе лә миңә ул һөйләне. Өс һуғышта булған яугир булараҡ, тәьҫораттары күп ине. Мин уның Ҡыҙыл Йондоҙ орденын, миҙалдарын йыш ҡына тағып йөрөнөм. Башҡорт кавдивизия яугиры ла ине үҙе. Йомарт күңелле, намыҫлы, кеше йәлләүсән булды. Етем ҡалған әбей-һәбейҙе лә өйгә алып ҡайтып йәшәтте. Шуға күрә беҙҙең өйҙә һәр саҡ ололар йыйылды, ә улар миңә төрлө һамаҡ, мәҡәл-әйтемдәр, йыр-таҡмаҡ өйрәтте. Әсәйем, уҡытыусы булараҡ, шиғырҙарҙы гел ятҡа һөйләне. Ҡул эшенә оҫта ине. Бәйләне, кейем текте; ҡағыҙҙан «һә» тигәнсе уйынсыҡ яһап бирә торғайны. Ҡағыҙ гармундар, ҡағыҙ әтәс, ҡағыҙ пилотка – йәһәт кенә килеп сыға ла ҡуя. Мин дә унан тегергә, уйынсыҡтар яһарға өйрәндем. Ә бына рәсемгә оҫталығым булманы.
– Бала саҡта хәтерегеҙгә уйылып ҡалған иң һағышлы һәм ҡыуаныслы иҫтәлектәр онотолмай һаҡланалыр...
– Һағыш менән ҡыуанысты бер бизмәнгә һалып булмай мәгәр, сөнки һағыш, ауыр булғанлыҡтандыр, ҡыуанысты еңә лә ҡуя. Атай бригадир булғас, гел ҡырҙа, ат егеп йөрөнө. Мине лә үҙе менән алды. Йоҡлап та китәм арбала, уянһам, атай күкрәгенән сыҡҡан моңдо тыңлап барам. Ул атҡа һуҡманы бер ҡасан да, сыбырт­ҡы, сыбыҡ алып йөрөмәне. Ат яратыуым да шунан ҡалғандыр. Ә бына этебеҙ атайҙы минән ҡыҙғана ине – мин өлгөрмәһәм, арбаға һикерә лә уның эргәһенә ултырып ала. Туйҙарға ла алып йөрөнө мине атай. Йырлай, тарихын һөйләй йырҙарҙың, мин тыңлайым. Атҡа ла атландырҙы. Биш йәштәрҙә сағымда һыбай һыу эсереп килә инем. Бер ҡасан әрләмәне, гел яйыма ҡуйҙы. Бәлки, мин үҙем дә саманан сыҡмағанмындыр?..
Бына шулай аллы-гөллө бала саҡ илендә йәшәп ятҡанда атай 45 йәшендә генә ҡапыл донъя ҡуйҙы: малсылыҡ фермаһына һарай һалдырған саҡта бүрәнәгә киттеләр урманға. Ағас тейәп торғанда машинанан өрлөклөк ағас шыуып төшә башлаған, ә аҫта ике кеше эйелеп, яңы ағасты күтәрергә торған; атай, шыуып төшөп килгән бүрәнәне күреп ҡалып, бер үҙе башы аша алып ташлаған. Ныҡ ауыр күтәреүҙән эсәге сейәлгән бул­ған – өс кенә көн ятып, Түбә хәстәханаһында үлде. Атайым образы «Туғай тулы бәпембә», «Күгәрсен йыры» хикәйәләрендә, «Ай менән Ҡояш бер генә» повесында сағылыш тапҡан. Атайҙы юғалтыу – иң һағышлы, иң тәрән бала саҡ хәтирәһе.
– «Бөйрәкәй» пенталогияһын ижад иткән ҙур яҙыусының балалар өсөн дә әҫәрҙәр тыуҙырыуына нимә сәбәпсе булды икән? Һүҙ «Сысҡансыҡ менән Сысҡансуҡ» әкиәттәр, «Ҡарлуғастар» исемле хикәйәләр китаптары тураһында ине...
– Беҙ бит бөтәбеҙ ҙә шул бала саҡ иленән. Һәр өлкән кешенең күңелендә йәшәй бит ул шуҡ ҡыҙыҡай йә сая ташбаш малай. Бына шулар әлдән-әле сығарыуҙы һорайҙыр. Унан һуң, үҙең дә әсәй булғас, шул хәтирәләр яңыра. Бер осор һинең бала сағың улдарың йә ҡыҙҙарың менән йәнәш йәшәп тә ала әле ул. Минең дә ике улым бар: Айтуған менән Айбулат. Тәүге әкиәтемдең прототиптары улар. Яҙҙым да кис уҡыным – таныны былар үҙҙәрен. Айтуған:
– Һин, әсәй, беҙҙе яҙғанһың, – тине. Уҡыусылар араһында бик популяр булған «Сысҡансыҡ менән Сыс­ҡансуҡ мажаралары» бына шулай тыуҙы. Артабан улар эргәһенә яңылары өҫтәлде. Үкенесем дә бар: балалар өсөн күберәк яҙа алманым. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Бала күңеленә төшкән орлоҡтар, һис шикһеҙ, дәррәү шытым бирә. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында минең әкиәт һәм хикәйәләрҙе бик әүҙем сәхнәләштерәләр, тимәк, оҡшай уларға, күңелдәренә хуш килгән!
– Һеҙ тормош иптәшегеҙ, билдәле скульптор Хәйҙәр Ғарипов менән ике ул үҫтергәнһегеҙ. Уларҙы тәрбиәләгәндә атай-әсәйегеҙҙең һеҙгә йоғонтоһон фай­ҙаландығыҙмы? Улдарығыҙ кем булып үҫте? Ниндәй һөнәр һайланылар? Һеҙҙең өмөттәрҙе аҡланылармы?
– Бала ата-әсәһенә түгел, заманына оҡшай, тиҙәр. Миңә атай-әсәйемдең йоғонтоһо ҙур булды, сөнки ул саҡта телевизор түгел, радио ла булманы. Берҙән-бер маяҡ – образ – ул ата-әсә. Ә минең малайҙар үҫкән осор ниндәй ине? Етмәһә, традицияға әйләнгән тәүшарт – пионерия, комсомол – бөттө. Айтуған 17 йәшендә генә Питерға сығып китте, сөнки Кино институтына уҡырға инде. Икенсе улым – Айбулат – 8 йәшендә өс операция үткәрҙе. Ул саҡтағы кисергәндәремде иҫләмәгән яҡшы, ләкин бына шундай һорау бирһәләр, яуап биреүҙе мәжбүри һанап, иҫкә алмай булмай – нишләйһең? Айбулат яҙа – тик үҙе өсөн. Баҫтырмай. Ул заманда башҡорт мәктәптәре булмағас, урыҫса яҙа. Шиғырҙары яҡшы, уға әйтмәй генә баҫтырғаным да булды. «Маҡтымһылыу, Әбләй, Ҡара юрға» исемле мюзиклымды ла урыҫсаға ул тәржемә итте, бер һүҙен дә төҙәтмәнеләр, Мәскәүҙә лә, Ырымбурҙа ла шул тәржемәлә күрһәттеләр. Айтуған Себер киңлектәрен айҡап-байҡап, ил умыртҡаһын нығыта: юғары белемле инженер. Ғаиләле. Айбулат та ул менән ҡыҙ үҫтерҙе. Инде ейәндәрем үҙ аллы тормош юлына баҫыр йәштәләр.
– Кешенең бала саҡтағы холҡо үҫкәс, үҙгәрәме? Нисек уйлайһығыҙ?
– Әсәйем бөгөн дә тере булһа, һорар инем: «Үҙгәрҙемме мин, әсәй?» – тип. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һорар кеше юҡ. Апайҙарым, ағайым бар әле, тик уларға ла ундай һорау биреп булмай – уңайһыҙ. Үҙем аңлауымса, бала саҡта ла нисек этте лә, бесәйҙе лә йәлләп илаһам, әле лә шулаймын. Ат яратам. Уны һуҡҡандарын күрһәм, йәнем әсей. Атай-әсәйем йомарт кешеләр булды – ул сифат беҙгә – балаларына ла – күскән; минең балалар ҙа шулай уҡ йомарт ҡуллылар. Хәтеремдә, көҙ ине. Ауылға ике ат йөгө менән юлаусылар килеп инде. Иркенерәк өйҙәргә шаҡынылар – бер кем дә индермәне. Кәртә башынан ҡарап торам – аттары арыған, ә күрше ауыл – 12 саҡрым. Беҙҙең өй бәләкәй, үҙебеҙ – 8 кеше. Шығыр-шығыр бара арбалары – киске эңерҙә ныҡ ишетелә. Ныҡ йәлләнем дә арттарынан йүгерҙем, кире бороп, үҙебеҙҙә йоҡлаттым. Ятыр урын булмаһа ла, минең кеше йәлләй торған холҡто белгәс, бер кем дә ҡаршы килмәне. Олоғайһам да, китмәй шул ғәҙәт: бөтөнләй таныш булма­ған, ярҙамға мохтаждарҙы индереп, ашатып-эсереп, йоҡлатып сығарам, кәрәк ерҙәренә барып етерлек аҡса ла бирәм. Әсәй, Ҡөрьәнде 7 ҡат уҡып сыҡтым, ти торғайны. Ясин – ҙур күләмле сүрә, уны ятҡа белде. Гел кешегә изгелек ҡылыу хаҡында һөйләне. Кеше таш атһа ла, аш менән ат, тине. Ул формалаштырҙы инде характерҙы.
– Тормошта үҙтәрбиә тигән төшөнсә бар. Ә беҙҙең ата-бабалар ҡан менән йәки нәҫелдән бирелмәгән сифаттарҙың кешелә йәшәп китеүенә бик ышанып бөтмәй кеүек. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: кеше үҙтәрбиә ысулы менән үҙен үҙгәртә, оҡшамаған йәки насар холоҡтарынан арына аламы? Һеҙҙең тормошта шуға берәй миҫал булманымы?
– Әлбиттә, үҙтәрбиә тигән төшөнсә бар! Миңә ҡалһа, кеше ғүмер буйы шөғөлләнә уның менән. Башлаған эшеңдең осона сығыу, маҡсат ҡуйыу һәм уға өлгәшергә тырышыу – былар бөтәһе лә үҙтәрбиә. Мәктәп, коллектив та тәрбиәләй кешене. Коллектив – ҙур тәрбиәсе! Егеттәрҙе әрмелә хеҙмәт итеү тәрбиәләй, тиҙәр. Китап та ҙур тәрбиә көсөнә эйә. Бына мин, мәҫәлән, «Дүртенсе бейеклек» тигән китап уҡығас, бейеклеккә һикереү буйынса күнекмәләр үткәрә башланым. Ҡар асыла башлау менән картуфлыҡта ике таяҡ ҡатып, бау бәйләйем дә әйҙә һикерәм. Шуғамылыр бейеклеккә ныҡ яҡшы һикер­ҙем. Кеше үҙ ғүмерендә юғарыға ынтылырға тейеш, тигәнде миңә китап төшөндөрҙө. Унан башҡа «Ҡорос нисек сыныҡты?», «Ысын кеше тураһында повесть», «Бөтә үлемдәргә үс итеп» кеүек китаптар ҙа миңә характер тәрбиәләргә, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмаҫҡа өйрәтте. Ә бына «Һаҡ менән Суҡ бәйете» туғандарыма һаҡсыл ҡараш тәрбиәләне. Ҡараған фильмдар, йырҙар, мәҡәл-әйтемдәр, әкиәттәр – барыһы ла үҙ ваҡытында нәҡ тәьҫирле тәрбиә сараһы булды. Һәм был үҙтәрбиә хәҙер ҙә дауам итә. Ник Вуйчич – ғәрип. Ике ҡулы, ике аяғы юҡ, ләкин ул көслө! Кеше көнлө түгел! Оптимист! Олоғая башлағас, бына унан фәһем алам. Китап күп уҡыйым, һәр береһе мине нимәгә булһа ла өйрәтә.
– Үҙ ғүмерегеҙҙә алған иң ҙур аҡыл?
– Иң ҙур аҡыл – үҙеңдән башҡаны Әүлиә тип бел, тиҙәр. Бер ваҡытта ла, мин беләм, мин шәп, тип әллә кем булырға ярамай. Ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән бәндәнең һинән йөҙ тапҡыр талантлыраҡ, аҡыллыраҡ булыуы бар. Хоҙайҙың иң яратҡан сифаты йомартлыҡ булһа, иң яратмағаны – тәкәбберлек, тиҙәр. Ете йәш тә тулмаҫ атайҙан ҡалып, еңел булмаған ауыл тормошонда нужа күреп үҫкәнгәме, белем эстәп төрлө мәктәптәрҙә, кешелә ятып уҡығанғамы, әллә ғаиләләге тәрбиәнәнме, тәкәббер булманым. Мәктәптә уҡыт­ҡан йылдарҙа эш боҙған балаларға ни ҙә булһа әйтер алдынан: «Ошо малай урынында үҙ улым булһа, нишләр инем?» – тигән һорау бирер булдым үҙ-үҙемә. «Не суди – и не судим будешь», – ти Изге Китап. Көлкө көлә килә, артыңдан ҡыуа килә, тигән әйтем дә бар.
– Тапалған булһа ла, һеҙгә бер һорау бирге килә: үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙан, ижадығыҙҙан ҡәнәғәтһегеҙме? Әгәр барыһын да яңынан башларға тура кил­һә, нимәләрҙе үҙгәртер инегеҙ?
– Күберәк ижад итер инем. Ижад – берәмектәр өлөшө. Башҡа эштәрҙе күптәр башҡара ала, ә ижадсыны кем алыштыра? Мәҫәлән, мин «Бөйрәкәй» романын тамамлай алмай донъя­нан китеп барған булһам, уны кем дауам итер ине? «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» эпосы бар, ләкин уны икенсе берәү ижади файҙаланған хәлдә, шул әҫәрендә шәхес азатлығы проблемаһын күтәрер инеме? Юҡ! Шуға быны мин әйтмәһәм, мин яҙмаһам, кем яҙыр, тип тотонорға һәм күберәк яҙырға кәрәк булған. Эшләп өлгөрмәгәндәрем күп. Яңынан тыу­һам, минән башҡа ла кеше эшләй алыр эштәрҙе башҡаларға ҡалдырып, күп ваҡытымды балаларыма һәм ижадыма бағышлар инем.
– Тыуған көнөгөҙҙә үҙегеҙгә нимә теләр инегеҙ?
– Ғүмерҙең күбе йәшәлгән, тип өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә. Үткәнгә – салауат. Ҡалған ғүмерҙе бәрәкәтле үткәрергә, юҡ-барға сарыф итмәҫкә һәм һәр атҡан таңды өмөт менән ҡаршылап, Хоҙайға рәхмәт әйтеп оҙатырға. Ослайһы эштәрем байтаҡ – көстө шуға йүнәлтергә.
– «Йәншишмә» уҡыусыларына теләктәрегеҙ?
– «Йәншишмә» уҡыусыларына иң ҙур теләгем – телебеҙҙе һаҡлағыҙ. Эпостар ижад итергә һәләтле телебеҙҙең йәшәү сығанағы – һеҙҙә. Замандың мауыҡтырғыс шөғөлдәре күп – һеҙҙең өлөшкә шул тура килде, ләкин китапты бер ни ҙә алмаштырмай. Башҡорт, урыҫ һәм донъя классикаһын уҡығыҙ. Классиканы белмәй тороп, ысын мәғәнәһендә зыялы кеше булыу мөмкин түгел. Китап булмаһа – милләт юҡ, милләт булмаһа – ил юҡ, ил бөтһә, тел дә бөтә. Республикаға исем биргән халыҡ вәкилдәре бөтә яҡтан башҡаларға өлгө булырға тейеш. Аҡмулла бабайҙың әйткәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ: уҡыр кәрәк, аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡ­ҡандай, наҙанлыҡтан ҡурҡыр кәрәк! Компьютерҙы белеү, социаль селтәрҙәрҙә ултырыу ғына кешенең мәҙәниәтен үҫтермәй.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: