+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
15 Октябрь 2022, 10:20

Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл

Был көндө мәктәп шау-гөр килеп торҙо. Олоһо ла, кесеһе лә тантанаға йыйылды бит! Яҡшымбәт мәктәбенең 100 йыллығына! Байрамға күренекле күҙ табибы, академик Марат Аҙнабаев, профессор Рәйсә Дәүләтбаева, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Румил Аҙнабаев менән Сынтимер Баязитовтар ҙа ҡайтып еткәйне. Ҡунаҡтар араһында алыҫ Испаниянан Фирүзә Бикмаева ла бар ине. Уларҙы, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясовты һәм мәктәп ветерандарын бауырһаҡ, ҡымыҙ менән ҡаршыланылар.

Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл

Яҡшымбәттәр ныҡлы әҙерләнгән. Белем усағы әллә ҡайҙан балҡып тора. Матур итеп биҙәгәндәр, ҡоймалар яңыртылған. 100 йыллыҡҡа 100 миләш ағасы ултыртып сыҡҡандар.
Байрам ҡунаҡтарҙы тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырыуҙан башланды. Бай ғына икән ул. Ауылдың тарихы, шәжәрәһе, төрлө экспонаттар, ҡомартҡы әйберҙәр – бөтәһе лә бар. Музейҙың бер мөйөшө Афғанстанда һәләк булған Нафиҡ Аллабирҙинға арналған.
Ҡунаҡтар мәктәптең «Үҫеш нөктәһе» үҙәгендә, төрлө синыф бүлмәләрендә лә булды. Парталарға ултырып, үҙҙәренең бала саҡтарын, мәктәп йылдарын, тәүге уҡытыусыларын иҫкә төшөрөп тә алдылар.
Һуңынан байрам тантанаһы ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итте. Сәхнә түренә йырсылар, бейеүселәр сыҡты. Бигерәк тә «Йондоҙсоҡтар» өлгөлө бейеү ансамбленең сығыштары оҡшаны. Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Балалар ғына түгел, мәҙәниәт йортоноң артистары, мәктәптең уҡытыусылары ла матур-матур йырҙар бүләк итте.
Байрам байрам инде, был көндө ҡотлауҙар ҙа күп булды.
– Мин Испанияла йәшәһәм дә, тыуған яғымды онотҡан юҡ. Ныҡ һағындыра, шуға ауылыма ашҡынып ҡайтып еттем. Туған мәктәбемә ярҙам да итеп торасаҡмын, – тине Фирүзә Бикмаева.
Ә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов бүләген тапшырып, һөйөнсөһөн дә еткерҙе.
– Яҡшымбәт мәктәбенә Марат Аҙнабаев исемен биреүҙе юллайбыҙ, – тине ул.
Юлай Талха улының һүҙҙәрен ҡеүәтләп, зал алҡыштарға күмелде. Бик хуп! Мәктәп коллективының ғына түгел, бөтә ауыл халҡының теләге бит был. Марат ағайҙы яраталар, хөрмәт итәләр, уның менән ғорурланалар Яҡшымбәттә, Көйөргәҙе районында.
«Йәншишмә» гәзите редакцияһы ла юбилей айҡанлы үҙ бүләген әҙерләгәйне. Мәктәптең башланғыс синыфтар уҡытыусылары Фәнүзә Хәлитова, Айгөл Бикмаева һәм Динә Лапинаға Почёт грамотабыҙҙы тапшырҙыҡ.
– Рәхмәт инде «Йәншишмә»гә, беҙҙең дуҫлыҡ күптән килә. Гәзитте яратып уҡыйбыҙ, синыф менән алдырабыҙ. Бергә булайыҡ, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Фәнүзә Миңлебулат ҡыҙы.
Әйткәндәй, Яҡшымбәт мәктәбендә башланғыс синыфтар араһында «100 йыллыҡҡа – 100 «бишле» бәйгеһен дә ойошторғандар ине. Унда IV синыфтан Йәсминә Итбаева, Радмир Кинйәғолов, III синыфтан Рәсимә Фәйзуллина, Самира Уразбахтина, II синыфтан Фәринә Аҙнабаевалар еңеүен дә белдек. Уларҙы ҡотлайбыҙ! Мәктәп юбилейына ҙур бүләк булған инде.
Байрам матур уҙҙы. Бөтә ауыл халҡы өсөн ул иң иҫтәлекле көн булып ҡаласаҡ.

М. СӘЙЕТОВ.
Көйөргәҙе районы.

Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Яҡшымбәт мәктәбенә — 100 йыл
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: