+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
31 Октябрь 2022, 16:40

Бөгөн – шағир Әхмәҙин ӘФТӘХкә – 75 йәш

"Башҡорт метеориты булып Уралда ҡабынырмын"

Бөгөн – шағир Әхмәҙин ӘФТӘХкә – 75 йәш
Бөгөн – шағир Әхмәҙин ӘФТӘХкә – 75 йәш

Әхмәҙин Әфтәх (Әхмәҙин Мөхәмәтдин улы Әфтәхетдинов) Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуа. Үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ, Әбйәлил районы Ташбулат урта мәктәптәрендә белем ала. Совет Армияһында хеҙмәт итә. Белорет районының «Урал», «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзиттәрендә, «Пионер» («Аманат»), «Аҡбуҙат» журналдарында эшләй.
Әҙәбиәткә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында килә. Шағир тәүге әҫәрҙәренән үк халыҡтың ауыҙ-тел өлгөләренә таянып эш итә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, тарихҡа иғтибарлы һәм был темаларҙы бар нескәлегендә сағылдырырға тырыша. Бөгөн ул – билдәле шағир, шиғриәтебеҙгә сағыу буяулы шиғырҙар, поэмалар бүләк иткән уҙаман.
Төрлө йылдарҙа шағирҙың «Йәшлегем урамдары» (1993), «Тауҙар беҙҙә күккә ашҡан» (1993, балалар китабы), «Асыулы болот» (1994, балалар өсөн), «Ҡаяларҙа томан» (1997), «Ҡуласа» (2002), «Тамаша» (2007), «Тартыу көсө» (2013), «Етенсе бейеклек» (2019) шиғырҙар китабы нәшер ителә. Ә «Күбәләгем минең, күбәләк» йыйынтығына авторҙың һуңғы йылдарҙа яҙылған шиғырҙары, ҡыҫҡа юморескалары ингән.
Әхмәҙин Әфтәх – 1995 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Абҙағыма ҡайтам

Үҙәктәргә үтеп арытты бит
Таш урамдар, ҡала шауҙары.
Сихри донъя кеүек тартып алды
Ҡыҙыл буйы, Ҡырҡты тауҙары.

Табандарым ерҙе тойоу менән
Иркенәйҙе ҡапыл һулыштар,
Ҡыҙыл тулҡынында ағып китте
Йөрәктәге барлыҡ һағыштар.

Аҡбайҙарым, ҡара, онотмаған,
Ҡаршы сығып, «һау-һау» сәләмләй,
Ауылдаштар бер аҙ үпкәләпме,
Оҙаҡ торҙоң, тиҙәр, күренмәй.

Эстән генә хәҙер үкенәмен:
Бысағыма диңгеҙ ярҙары.
Күҙ алдымда сыбар вокзал шауы,
Миндәйҙәрҙең михнәт, аһ-зары.

Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйҙәр,
Кәрәк булған бында ҡайтаһы,
Кендегемде киҫкән Абҙағымда
Яҙмышымдың алтын уртаһы.

Емереп-ватып...

Ҡанаттарым теткеләнгән,
Әммә мин йолҡош түгел,
Уралтауым бар сағында
Ояһыҙ бер ҡош түгел.

Ҡая ташҡа башты һалам,
Уңалыр яраларым.
Ҡараштарым өтөп бара
Ай-ҡояш араларын.

Тау бөркөтө булып тыуғас,
Миңәме уфтанырға,
Уйһыуҙарҙа ҡарҡылдаған
Ҡарғаға һоҡланырға?

Күк илкәйем, йондоҙ ҡосам,
Тынын йотоп таңдарҙың,
Ғүмерем дә – бер балҡышы,
Бер шаңдауы тауҙарҙың!

Уралда ҡабынырмын

Бәргеләндем, һуҡҡыландым,
Туҙып та бөттөм инде.
Йөҙ йәшемдә үтер юлды
Мин күптән үттем инде.

Был донъяның бар серҙәрен
Үҙемә астым кеүек.
Булмаһам да, сит ярҙарға
Колумбтай баҫтым кеүек.

Хыял менән мендем күккә,
Төштөм диңгеҙ төбөнә.
Өмөт менән күпме баҡтым
Ил башлығы күҙенә.
Бер ни ерҙә үҙгәрмәне,
Күктә ҡояш, шул уҡ ай.
Бөтәһе лә фани бында,
Ярһып һандуғас һайрай.

Йәшәлгәне йәшәлгәндер,
Бер таңда абынырмын.
Башҡорт метеориты булып
Уралда ҡабынырмын.

Үлемһеҙ полк

Ейәндәргә алсаҡ олатайбыҙ,
Ҡыҙ-улдарға үрнәк атайбыҙ.
Еңеү көнө! «Үлемһеҙ полк» менән
Өфөм урамынан атлайбыҙ.

Утлы йылдар, оҙон юлдар үтеп,
Мәңгелектең асып шаршауын,
Күҙ йәштәре аша күҙәтәбеҙ
Был ташҡындың ерҙән атлауын.

Ул саҡтағы фотоһүрәттәрҙә
Йәп-йәш атай, йәп-йәш олатай.
Беҙҙең хәтерҙәрҙән юйылмаҫҡа
Киләсәккә ҡарап ул атлай...
Минең атай, һинең олатай.

* * *

Илаһи мәл үтер миҙгелемдең
Һуңғы нурын эсәм йотлоғоп:
Кәкүк тә бит, ана, тулҡынланып,
Үҙ телмәрен өҙҙө тотлоғоп.

Буй етмәҫлек хыял-бейеклектәр
Төшкә инеп, беҙҙе тилертә,
Йәй наҙҙарын йыйған кәбәндәргә
Һуңғы йырын йырлай сиңерткә.

Мәмерйә

Мәмерйәлә – ут янында
Тире ябынған егет.
Тубыҡланып телгә килде,
Йылдар ағымын өҙөп.

Таңға ҡарай ут һүрелде,
Күҙ йәше тамды ҡуҙға.
Үҙ һөйөүен аңлатты ул
Тире ябынған ҡыҙға.

Тертләп китеп, Ҡояш көлдө,
Шишмәләр сылтыраны.
Тәүге тапҡыр һөйөү һүҙе
Геүләп ерҙе ураны.

– Һөйәм, һөйәм, һине һөйәм! –
Яңғырай төрлө телдә...
Төн ултырып шиғыр яҙам,
Һөйәм, тип, һине мин дә!

Берүк, һылыу, ҡыуа күрмә
Һөйөүһеҙ өйөрмәгә.
Телдән яҙып, инеш эҙләп
Ҡасырмын мәмерйәгә.

Усаҡ яҡтым

Көн йонсоуы тейҙе тәҡәттәргә,
Усағыма утын өҫтәйем.
Бындай төндә йоҡо алмаҫ инде,
Өҫтәлемдә торһон аш-сәйем.

Әҙме илдә башын ташҡа ороп,
Маяҡ итеп хыял-өмөтөн,
Ауа-түнә юлдан атлағандар,
Булһа ла бит ерҙә ете төн.

Мин ҡабыҙған усаҡ яҡтыһына
Йә береһе шәйләп тартылыр.
Осҡон алып төнгө усағымдан
Хыял-маҡсатына артылыр.

Ситтә йөрөгәндә булғаны бар
Үҙемдең дә ундай мәлдәрем.
Көндәре лә, ана, йонсоп тора,
Юлдағының беләм хәлдәрен.

Тамаша

Сәхнәлә ажар Арыҫлан –
Януарҙар батшаһы,
Ғәйрәтләнеп бер киҙәнһә,
Шартлар иҙән таҡтаһы.

Был дәһшәткә сихырланып,
Тын ҡалған тамашасы. –
Батшаларҙы бүлдерергә
Кемдең һуң ике башы?

Сәхнә-сәхрә. Тертләй йыһан
Сыбыртҡы шартлауына,
Икеләнеү аҙым һайын
Арыҫлан атлауында.

Ҡырыҫ урман ҡанундары
Донъяны баҫа бөгөн,
Ҡыйындыр, тим, Арыҫланға
Күтәреү ҡоллоҡ йөгөн.

 

Бөгөн – шағир Әхмәҙин ӘФТӘХкә – 75 йәш
Бөгөн – шағир Әхмәҙин ӘФТӘХкә – 75 йәш
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: