+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
26 Ноябрь 2022, 10:35

Башҡорт Айболиты

Билдәле хирург Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров – балалар медицинаһына тос өлөш индергән шәхес.

Башҡорт Айболиты
Башҡорт Айболиты

Ул 1942 йылдың 26 ноябрендә Баймаҡ районының Сындәүләт ауылында тыуған. 1967 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетын тамамлай. Дипломлы белгес Баймаҡ үҙәк район дауаханаһында эш башлай. Ленинград ҡалаһында аспирантура, докторантура тамамлай. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларының темаһы – «Балаларҙың эсәктәренә зыян эшләүҙе дауалау», «Яңы тыуған балаларҙың диафрагмаль бүҫерен хирургик юл менән дауалау».

1989 йылдан алып Айытбай Әхмәт улы – балалар хирургияһы, ортопедияһы һәм анестезиологияһы кафедраһы мөдире. Әлеге көндә лә Башҡортостан Республикаһының Балалар хирургтары ассоциацияһы рәйесе вазифаһын башҡара.

Айытбай Ғүмәров – Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре һәм атҡаҙанған табибы. Ул – 500-ҙән ашыу фәнни эш, 30-ҙан ашыу уйлап табыу авторы.

Тап Айытбай Әхмәт улы башланғысы менән балаларға хирургик ярҙам күрһәтеүҙе ойоштороуға, балалар хирургтары, анестезиологтар, ортопедтар, урологтар кеүек кадрҙар әҙерләүгә ҙур иғтибар бүленә.

Корней Чуковскийҙың «Айболит» тигән шиғырында табип һөнәренә дан йырлана, йәнлектәргә ҡарата һөйөү темаһы яҡтыртыла. Кешеме йәиһә хайуанмы – барыбыҙ ҙа һөйөүгә, яҡлауға мохтажбыҙ, мөғжизәгә ышанып йәшәйбеҙ. Ғалим-хирург Айытбай Әхмәт улы Ғүмәров та ошо әкиәт геройы Айболит кеүек, уның да бәләкәс пациенттары бары тик рәхмәттәр генә яуҙыраларҙыр.

Бар ғүмерен балалар медицинаһын яҡшыртыуға күп көс һалған 80 йәшлек юбилярҙы матур ғүмер байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға күңел тыныслығы, бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!

 

Фото: vk.com

Башҡорт Айболиты
Башҡорт Айболиты
Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: