+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
28 Ноябрь 2022, 14:40

50 йыл музыканттар әҙерләй

1972 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағында композитор Заһир Исмәғилев тәҡдиме менән мәктәп асыла. Бөгөн ул урта махсус музыка колледжы тип атала.

50 йыл музыканттар әҙерләй
50 йыл музыканттар әҙерләй

29 ноябрҙә был уҡыу йорто үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын Башҡорт опера һәм балет театрында ҙур концерт менән билдәләйәсәк. Унда элекке сығарылыш уҡыусылары ла ҡатнашасаҡ. Мәҫәлән, Әминә Шафиҡова, Роберт Юлдашев, Шәүрә Сәғитова, Артур Нәзиуллин, Айһылыу Сәйфуллина, Рөстәм Ғәлиуллин һәм башҡа танылған шәхестәр, сәнғәт оҫталары.

Әлбиттә, бөгөнгө һәләтле уҡыусылары ла сығыш яһаясаҡ. Әйткәндәй, үткән уҡыу йылында ғына ла урта махсус музыка колледжы уҡыусылары төрлө кимәлдәге абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, 4 гран-при, 200-ҙән ашыу төрлө дәрәжәләге диплом алғандар.

1994 йылда Сибай ҡалаһында колледждың филиалы асылыуы ла бик һәйбәт булды. Бындай уҡыу йорттары бөтә Рәсәйҙә 8 генә икән. Музыканттар әҙерләүсе белем усағын алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ!

Фото: culture.bashkortostan.

50 йыл музыканттар әҙерләй
50 йыл музыканттар әҙерләй
50 йыл музыканттар әҙерләй
50 йыл музыканттар әҙерләй
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: