+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
14 Декабрь 2022, 13:35

«Аҫаба» шоу-проекты – йәш быуын өсөн»

Баш ҡалабыҙҙа Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Ғәбитовтың юбилей кисәһе уҙҙы.

70 йәшлек байрам кисәһенә Риф Фәтих улының хеҙмәттәштәре, дуҫтары, райондаштары, туғандары, яҡындары, уның ижадына ғашиҡ тамашасылар килде. Рәсми ҡотлауҙарҙан һуң концерт «Көтөүсе йыры» бейеүе менән башланып китте. Әйткәндәй, «Көтөүсе йыры», «Еҙ үксә», «Башҡорт краковягы» өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнә. «Саптар», «Ҡоралай», «Тархандар», «Башҡорт йөрәге», «Зилалай», «Илкәйем», «Байтал юрға», «Бөркөт далаһы», «Аҫаба» һәм башҡа халҡыбыҙ рухы һалынған бейеүҙәрҙе Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Мираҫ»  йыр һәм бейеү фольклор ансамбле, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры, Нефтекама дәүләт филармонияһының «Түңгәүер» бейеү ансамбле, Өфө фән һәм технологиялар университетының «Ирәндек» бейеү ансамбле, Яңауыл ҡалаһының «Ялҡын» халыҡ бейеү ансамбле, Әбйәлилдән Лилиә һәм Радик Хәлиловтар башҡарҙы.

Бөйөк остазы Фәйзи Ғәскәровтың эшен дауам итеп, башҡорт бейеүенә яңы һулыш индергән Риф Фәтих улы Ғәбитов бөгөн дә ижад менән яна. Юбилей кисәһендә тамашасыларҙан үҙенә ошондай һорау бирҙертте: «Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?» Бына нимә тип яуап бирҙе балетмейстер: «Яңы шоу-проект менән янам. Исеме лә бар уның – «Аҫаба». Заманса технологиялар (лазер, музыка, яҡтылыҡ) ҡулланыласаҡ. Йәш быуын өсөн тәғәйенләнә ул. Шуға күрә һәләтле хореографтарҙы (мәҫәлән, Дамир Ибраһимов кеүек) был проектҡа саҡырам».

 

Фото: vk.com

Шулай уҡ Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары ҡулланылды https://vk.com/gaskarov.ensemble?z=photo-69612239_457243384%2Fwall-69612239_6448vk.com.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: