+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Юбилейҙар
20 Ғинуар 2023, 15:02

100 йыллыҡ тарихтары бар

Башҡортостанда йәштәр өсөн матбуғат баҫмалары бынан 100 йыл элек сыға башлай. 

100 йыллыҡ тарихтары бар
100 йыллыҡ тарихтары бар

1923 йылдың 12 ғинуарында “Йәш юҡсыл”  тип аталған гәзиттең беренсе һаны донъя күрә.  Шулай итеп, республикабыҙҙың йәштәр өсөн сыҡҡан гәзиттәре “Йәшлек”, “Өмет”,  “Молодёжная газета” быйыл 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Әйткәндәй, “Ленинсы”  1990 йылда “Ленинец” гәзитенең башҡортсаға тәржемәһе булып сығыуҙан туҡтай.  “Йәшлек” тип аталып, үҙ аллы  донъя күрә башлай. Бынан һуң ул халыҡҡа бигерәк тә яҡыная, тиражы ла арта. Редакция башҡорт йәштәрен  берләштереп, төрлө саралар  үткәрә. “Урал моңо”, “Һылыуҡай”, “Йәшлек-шоу” конкурстарын  тәү башлап “Йәшлек” ойошторҙо бит. Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына конкурс та тәүҙә ошо гәзит тарафынан иғлан ителде һәм бер нисә йыл редакция тарафынан тапшырылды.

Әле лә төрлө ижади конкурстар ойоштороп торалар. Йыш ҡына гәзит уҡыусыларҙың, “Йәшлек”те нәҡ ошо рубрикаһы өсөн алдырам, тиеүен ишетергә мөмкин. Тимәк, баҫма биттәрендә һәр кем үҙенә тәғәйен материал таба ала. “Йәшлек” башҡорт баҫмаларынан иң күп тиражлы булып, халыҡ гәзитенә әйләнде.

Йәштәр гәзиттәрен юбилейҙары менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров та ҡотланы. «Һеҙ рухи һәм ғаилә ҡиммәттәрен, милли йолаларҙы, Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға, илһөйәрлек тәрбиәләүгә, сәләмәт тормошто таратыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Ялған мәғлүмәттәр ағымына һөҙөмтәле  ҡаршы тораһығыҙ, уҡыусыларығыҙға дөрөҫ мәғлүмәт бирәһегеҙ, йәш быуынды илебеҙҙең тарихына һәм мәҙәниәтенә ылыҡтыраһығыҙ, – тип белдергән ул.

Фото асыҡ сығанаҡтан.

100 йыллыҡ тарихтары бар
100 йыллыҡ тарихтары бар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: